Эстәлеккә күсергә

Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл
Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл
Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл
Ил Рәсәй
Ҡала Өфө

Аҡмуллаға һәйкәл Өфө ҡалаһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡаршыһында ҡуйылған.

Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл 2008 йылдың 8 октябрында ҡуйылған. Һәйкәлде булдырыу өсөн 2006 йылда, шағир-гуманистың 175 йыллығына арнап, конкурс иғлан ителә. Конкурсҡа бөтәһе 16 эш тәҡдим ителә. Һөҙөмтәлә иң яҡшы эскиз тип архитектор Дамир Мәғәфүровтың һәм скульптор Владимир Дворниктың проекты таныла.

Һәйкәлде төрөк мәғрифәтсеһенең исемен йөрөткән педагогия университетының ҡаршыһына ҡуялар. Монумент тамашасылар менән бер кимәлдә булырлыҡ һәм ярышлап ултырғанда тамашасы композиция солғанышында булырлыҡ итеп эшләнгән. Скульптор Владимир Дворниктың һүҙҙәре буйынса:

Һәйкәлдең идеяһы шундай: Аҡмулла оҙайлы юлдан һуң ауылға килә. Унда ул шишмә күрә һәм йонсотҡос юлдан һуң ял итергә, һыуһынын ҡандырырға тип һалҡын шишмәгә йүнәлә. Шул саҡ уның янына малай менән ҡыҙ килә. Акмулла китабын ала һәм һөйләй башлай, ә балалар таң ҡалып мәғрифәтсене тыңлайҙар. Ошо мәлде теүәл тергеҙеү өсөн һәйкәл эргәһенә талдар ултырттыҡ һәм шишмә яһаныҡ[1]

  1. Әлфиә Табермакова. Өфөлә Аҡмуллаға һәйкәл ҡуйҙылар. Аргументы и факты (15 октябрь 2008). Дата обращения: 23 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года. 2013 йыл 16 апрель архивланған.