Эстәлеккә күсергә

Боярский Михаил Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Михаил Боярский битенән йүнәлтелде)
Михаил Боярский
рус. Михаил Сергеевич Боярский
Исеме

Михаил Сергеевич Боярский

Тыуған көнө

26 декабрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1][2] (74 йәш)

Тыуған урыны

Ленинград, СССР

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәре

театр һәм кино актёры, йырсы, телетапшырыуҙар алып барыусыһы

Карьераһы

1973 — хәҙергә тиклем

Наградалары
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Дуҫлыҡ ордены
РСФСР-ҙың халыҡ артисы || РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы
IMDb

ID 0101614

Аниматор.ру

ID 4055

mboyarskiy.ru

 Боярский Михаил Сергеевич Викимилектә

Боярский Михаил Сергеевич (26 декабрь 1949 йыл ) — СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, йырсы, алып барыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1984) һәм халыҡ артисы (1990). 1988—2007 йылдарҙа — Санкт-Петербургта «Бенефис» театры етәксеһе.

Михаил Сергеевич Боярский Ленинградта 1949 йылдың 26 декабрендә Комиссаржевская исемендәге театр актёрҙары Сергей Александрович Боярский (1916—1976) һәм Екатерина Михайловна Мелентьева (1920—1992) ғаиләһендә тыуа. «Миңә тормошта һәр ваҡыт уңайлылыҡ етмәне. Беҙ атай-әсәйем менән Гончаренко урамындағы коммуналкала, алты метрлы, һыуыҡ һыуы ғына булған, ултырғыстары ла, өҫтәле лә булмаған бүлмәлә биш кеше ҡомаҡтар менән бергә йәшәнек», — тип иҫкә ала Боярский (башҡа әңгәмәһендә Боярский бүлмәлә мейес, буфет, түңәрәк өҫтәл һәм телефон бар ине тип һөйләй). Һуңыраҡ ғаилә ҡаланың башҡа районына ике бүлмәле фатирға күсә.

Ул фортепиано класы буйынса Консерватория эргәһендәге музыка мәктәбендә уҡый. Михаил Боярский әйтеүенсә, музыкаға уҡыу оҡшамағанлыҡтан, ул артабан Консерваторияға уҡырға инмәй.

Мәктәптән һуң Ленинград театр, музыка һәм кинематография дәүләт институтына уҡырға инә (Л. Ф. Макарьев курсы). Уны 1972 йылда тамамлағандан һуң, Ленсовет театры режиссёры Игорь Петрович Владимировҡа тыңлауға килә һәм уның труппаһына алына. Театр карьераһын Ф. М. Достоевскийҙың «Енәйәт һәм яза» романы буйынса ҡуйылған спектаклдә массовкала ҡатнашыуҙан башлай. Унда ул студент ролен башҡара. Артабан М. Боярский Г. Гладковтың «Трубадур һәм уның дуҫтары» мюзиклында төп ролде — Трубадурҙы башҡара. Был роль уға ҙур популярлыҡ алып килә лә инде. Мюзиклда Принцесса ролен Лариса Луппиан уйнай, һуңыраҡ ул М. Боярскийҙың ҡатыны була. Ленсовет театрында Михаил Боярский 1986 йылға тиклем эшләй.

1973 йылда актёр "Ғашиҡтар тураһында романс"та төп ролде уйнарға саҡырылһа ла, режиссёр Андрей Кончаловский икенсе актёр — Евгений Киндиновҡа өҫтөнлөк бирә. М. Боярскийҙы осраҡлы рәүештә молдова киностудияһы хеҙмәткәрҙәре күреп ҡала һәм «Күперҙәр» (1973) кинокартинаһында төшөргә саҡыра. Унда актёр Михай Волонтир менән бергә уйнай (1974). Артабан ул Леонид Квинихидзеның «Һалам эшләпә» (1974) музыкаль водевилендә эпизодик роль — итальян теноры Нинардиҙы башҡара.

1974 йылда Михаил Боярскийҙы армияға алалар.

Танылыу уға 1975 йылда «Өлкән ул» картинаһында Сильва ролен башҡарғандан һуң килә. «Әсә» (1976) совет-румын музыкаль әкиәтендә башҡарған Бүре роле менән дә ул тамашасы күңелен яулай, хәйер, башта уны Николай Караченцов башҡарырға тейеш була. Актёрҙың тағы ла бер эшен билдәләп үтеү кәрәк, ул да булһа Ян Фридтың «Собака на сене» музыкаль фильмында Теодоро роле.

М. Боярскийҙың йондоҙло сәғәте 1978 йылда, Г. Юнгвальд-Хилькевичтың «Д’Артаньян һәм три мушкетера» фильмы ил экрандарына сыҡҡас, һуға. Ул был картинала төп ролде башҡара. Д’Артаньян роле, уның йырҙары арҡаһында актёрҙың даны тағы ла арта. Светлана Дружинина ҡуйған «Гардемарины, вперед!» (1987) һәм «Виват, гардемарины!» (1991) фильмдарындағы ролдәре актёрҙы тамашасыға тағы ла нығыраҡ таныта. Михаил Боярский 600-ҙән артыҡ йыр яҙҙырған, улар араһында музыкаль фильм һәм спектаклдәргә номерҙар ғына түгел, радио, телетапшырыуҙар, винил пластинкалар, компакт-дисктар өсөн дә йырҙар бар.

Михаил Боярский- «Зенит» футбол клубының көйәрмәне һәм Почётлы президенты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» IV дәрәжә (2009) ордены.
  • Дуҫлыҡ ордены (2001).
  • «Санкт-Петербургтың 300 йыллығы иҫтәлегенә» (2003) миҙалы.
  • Почёт ордены (Молдавия) (2011).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1984).
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1990).
  1. Michail Bojarskij // ČSFD (чеш.) — 2001.
  2. БОЯРСКИЙ // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.