Любарский Михаил Семёнович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Михаил Любарский битенән йүнәлтелде)
Михаил Семёнович Любарский
Файл:Любарский Михаил Семёнович.jpg
Тыуған көнө

16 ғинуар 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Новосибирск

Вафат көнө

28 май 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (65 йәш)

Вафат урыны

Новосибирск

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

хирургия

Эшләгән урыны

Новосибирский государственный медицинский институт, Научно-исследовательский институт клинической и экспериментальной лимфологии РАМН

Альма-матер

Новосибирский государственный медицинский институт

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1989)

Ғилми исеме

Ҡалып:УЗ+

Награда һәм премиялары

Почёт ордены — 2002 Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы  — 1997

Любарский Михаил Семёнович (16 ғинуар 1950 йыл — 28 май 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй хирургы, лимфолог, РМФА ағза-корреспонденты (2002), Рәсәй ФА ағза-корреспонденты (2014).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Семёнович Любарский Новосибирскиҙа 1950 йылдың 16 ғинуарында тыуған.

1973 йылда Новосибирск дәүләт медицина институтын тамамлай, һуңынан 1975 йылғаса — клиник ординатурала «хирург» һөнәре буйынса уҡый.

1975—1989 йылдарҙа — Новосибирск дәүләт медицина институтының госпиталь хирургия кафедраһы ассистенты.

1978 йылда «Нарушения микроциркуляции и гемокоагуляции при механической желтухе и их коррекция» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1989 йылда «Местное лечение сорбционными углеродминеральными препаратами гнойно-септических заболеваний» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1989—2015 йылдарҙа — клиник лимфология лабораторияһы мөдире (1989—1990), клиник лимфология бүлеге мөдире (1990—1993), РМФА-ның Себер бүлегенең эксперименталь һәм клиник ғилми-тикшеренеү институтында фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары (1993—2015).

2002 йылда — РМФА ағза-корреспонденты итеп һайлана.

2014 йыл — Рәсәй ФА ағза-корреспонденты.

2015 йылдың 28 майында вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • атаһы — Любарский Семен Романович — Беренсе Удар армияһы округында баш хирургы, артабан — Себер хәрби округының баш хирургы.
  • әсәһе — Любарская Клавдия Ильинична, РФ-ның атҡаҙанған табибы, Новосибирск ҡалаһының 11-се клиник дауаханаһ sys\ баш табибы.
  • ҡатыны — Наталья Ивановна Любарская, табип-педиатр.
  • улы — Семен Михайлович Любарский.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Академик Ю. И. Бородин нигеҙләгән Лимфология ғилми-тикшеренеү институтында клиник лимфологияның үҙенсәлекле методикаларын эксперимент юлы менән эшләй һәм нигеҙләй.

Күп кимәлле лимфодетоксикация концепцияһын эшләй.

500-ҙән ашыу фәнни эш авторы, шул иҫәптән 22 монография, 60-тан ашыу уйлап табыу авторы.

Уның етәкселегендә 60-тан ашыу кандидатлыҡ һәм 23 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған.

Һайланма монографиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Местная сорбционная терапия перитонита» (1994)
  • «Отеки конечностей (очерки по клинической лимфологии» (2004)
  • «Синдром диабетической стопы (очерки по клинической лимфологии)» (2005)
  • «Избранные вопросы гнойной хирургии» (руководство для врачей (2007)
  • «Лимфотропные технологии в торакальной хирургии» (2008)
  • «Эндотоксикоз, энтеросорбция, энтеросгель» (2008)

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Почет ордены (2002)[1]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1997)[2]
  • Ҡырғыҙстан республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2008)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Указ Президента Российской Федерации от 13.02.2002 № 165. kremlin.ru. Дата обращения: декабрь 2019.
  2. Указ Президента Российской Федерации от 02.05.1996 № 634. kremlin.ru. Дата обращения: декабрь 2019.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]