Мищевич Виктор Ильич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мищевич Виктор Ильич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1924
Вафат булған көнө 2011
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты
Әүҙемлек урыны Татнефть һәм СССР-ҙың нефть сәнәғәте министрлығы[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Мищевич Виктор Ильич (19242011) — совет дәүләт эшмәкәре, СССР нефть сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫары (1977—1980). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Ике тапҡыр СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1971, 1983).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1924 йылда тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдан 1945 йылға тиклем — гвардия ҡыҙылармеец, 80-се гвардия миномет полкы элемтә офицерының водителе, 2-се Украин фронтында һуғыша[1]. Совет армияһы сафынан 1947 йылда демобилизациялана.

1947—1952 йылдарҙа Өфө нефть институтында уҡый. 1952 йылдан алып «Татнефть» берекмәһенең «Альметьевбурнефть» тресы быраулау контораһында эшләй — өлкән инженер, участка начальнигы, производство-техник бүлегендә баш инженер һәм начальнигы. 1958 йылдан алып 1960 йылға тиклем — Татар халыҡ хужалығы Советының нефть сәнәғәте Идаралығы быраулау контораһы начальнигы[1][2].

1960—1963 йылдарҙа — «Татбурнефть» тресы баш инженеры һәм идарасыһы. 1963 йылда — «Татнефть» берекмәһе начальнигы урынбаҫары. 1965 йылдан 1970 йылға тиклем — Баш техник идаралығы начальнигы һәм СССР нефть сәнәғәте министрлығының коллегия ағзаһы[2]. Главк начальнигы булараҡ, В. И. Мищевич ғилми-тикшеренеү институттарҙың, нефть профиле конструктор бюроларҙың эшен тикшерә, яңы институттар булдыра, ғилми тикшеренеүҙәрҙең яңы тармаҡтары һәм яңы фән йүнәлешен финанслай[1].

1970 йылдан В. И. Мищевич министр урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, ә 1977—1980 йылдрҙа СССР-ҙың нефть сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫарыбулып тора[1][2]. 1971 йылда «Исследование поглощаемых пластов при бурении скважин и разработка мероприятий по их изоляции : на примере нефтяных месторождений Татарской АССР» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1980 йылдан 1983 йылға тиклем — СССР Госпланы нефть һәм газ сәнәғәте бүлеге начальнигы. 1983 йылдан алып 1987 йылға тиклем — фән һәм техника буйынса СССР дәүләт комитетының нефть һәм газ бүлеге начальнигы һәм коллегия ағзаһы[1][2].

1988 йылда хаҡлы ялға сыға, әммә Рәсәй Федерацияһының энергетика министрлығы кәңәшсеһе һәм нефть һәм газ ресурстарын үҙләштереү проблемалары буйынса Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институтында консультант, «Нефтегазшельфпроекта» директоры булып эшләй .

Библиографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мищевич В. И. Исследование поглощаемых пластов при бурении скважин и разработка мероприятий по их изоляции : на примере нефтяных месторождений Татарской АССР / Москва, 1971 г. — 193 с.
  • Мищевич В. И. Технико-экономический анализ энергоустановок и трансмиссионных систем в бурении и критерии их выбора / В. И. Мищевич, М. М. Хушпулян[!], И. Н. Сулханишвили. — Москва : ВНИИОЭНГ, 1973 г. — 121 с.
  • Мищевич В. И. Справочник инженера по бурению / Под ред. В. И. Мищевича, Н. А. Сидорова. — Москва : Недра, 1973 г.
  • Мищевич В. И. Гидродинамические исследования поглощающих пластов и методы из изоляции / Москва : Недра, 1974 г. — 207 с.
  • Мищевич В. И. Новое в области буровых растворов и технологии их использования за рубежом / В. И. Мищевич, А. И. Булатов, Д. Г. Мамедов [и др.]. — Москва : ВНИИОЭНГ, 1975 г. — 41 с.
  • Мищевич В. И. Некоторые вопросы морского бурения за рубежом [Текст] / В. И. Мищевич, А. И. Булатов, Д. Г. Мамедов и др. — Москва : ВНИИОЭНГ, 1975 г. — 63 с.
  • Мищевич В. И. Разведка и эксплуатация морских нефтяных и газовых месторождений / В. И. Мищевич, Б. М. Логунцов, Н. П. Уманчик и др. — Москва : Недра, 1978 г. — 206 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1971)
  • СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1983)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Мищевич Виктор Ильич / Ветераны : воспоминания : из истории развития нефтяной и газовой промышленности // М-во нефтяной и газовой пром-сти. — Москва : ВНИИОЭНГ, Вып. 22. — 2009 г. — 254 с. — 207 с
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Профессионалы нефтегазовой отрасли: библиографический справочник / Ред сов.: Чеблаков Е. А., Рустамбеков Т. Ф., Гирбасов Г. П., Нефтяник. М.: 1996 г. — 532 с. — 306—307 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Профессионалы нефтегазовой отрасли: библиографический справочник / Ред сов.: Чеблаков Е. А., Рустамбеков Т. Ф., Гирбасов Г. П., Нефтяник. М.: 1996 г. — 532 с. — 306—307 с.
  • Очерки истории нефтяной геофизики : факты, люди, воспоминания, размышления / Н. А. Савостьянов. — Москва : Евро-Азиатское географическое о-во (ЕАГО), 2006 г. — 367 с. — 21 см; ISBN 5-88942-061-5
  • Ветераны: из истории развития нефтяной и газовой промышленности : [сборник] / Совет пенсионеров — ветеранов войны и труда, Нефтяная компания «Роснефть»; [ред.: В. Д. Барановский и др.]. — Москва : Нефтяное хозяйство, 1991 — . — Характер док. указан в аннот… — Текст : непосредственный. Вып. 27. — 2014. — 255 с. : ил., портр. ; 20 см. — Ред. указаны на обороте тит. л. — 400 экз.. — ISBN 978-5-93623-010-3