Эстәлеккә күсергә

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин музейы
Нигеҙләү датаһы 1965
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылы
Бағышланған Ғөбәйҙуллин Миңнеғәле Хәбибулла улы
Карта

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин музейы — музей. Советтар Союзы Геройы Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли Хәбибулла улы хөрмәтенә Башҡортостандың Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында 1965 йылда асылған. 1991—2006 йылдарҙа Милли музей филиалы, 2010 йылдан алып Үҙәк мәҙәниәт һарайы (Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы) составындағы муниципаль музей. Экспозицияһы 1982 йылда асыла[1]. Музейҙың дөйөм майҙаны — 118 кв. м.

Хәрби-патриотик журналында (1965, 5-се һан) Н. В. Борисовтың «Память о героических подвигах остается в веках» исемле мәҡәләһе донъя күрә. Александр Матросовтың (Шәкирйән Мөхәмәтйәнов) батырлығын ҡабатлаған геройҙар исемелегендә Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың да исеме була. Геройҙың һәләк булыуынан һуң егерме йыл үтеүгә уның хәрби тормошо тураһында күп нәмә билдәһеҙ була. Уның батырлығын асҡан берҙән-бер документ — майор Пеньковтың хаты, уны ул М. Ғөбәйҙуллиндың ата-әсәһенә 1944 йылдың майында ебәрә, әммә был хатта ҡасан, нисек батырлығын күрһәткән, ҡайҙа ерләнгән икәне яҙылмаған була.

1959 йылда Берислав һәм Херсон тирәһендәге алыштарҙа ҡатнашыусылары хәтирәләрәен йыйып маташалар, әммә был хәтирәләр төрлөсә була. 1965 йылда СССР Оборона министры Д. Ф. Устинов үҙенең докладында Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың исемен телгә ала:

«Ватан бер ҡасан да дошман ДЗОТы амбразураһын үҙ күкрәге менән ҡаплаған Башҡортостан комсомолы тәрбиәләнеүселәре гвардия рядовойы А. Матросовтың һәм гвардия лейтенанты М. Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығын онотмаясаҡ»[2].

Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Хәбибулла улы Ғөбәйҙуллиндың музейы 1965 йылда Башҡортостандың Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында булдырыла. Музей татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф. Ғ. Фәсхетдинова башланғысы менән ойошторола. Музейҙы булдырыуҙа бөтә мәктәп ҡатнаша, әммә айырыуса ҙур өлөштө уҡытыусылар Рамаҙанов Г. Х., Рамаҙанова Р. Х., Шәрипова Х., Баһауетдинова Ф. С., Ҡотлоярова З. М., Фәхретдинов М. К., Рауилов А. Ш., Аҡтуганова М. С. индерә[3].

Уҡытыусылар һәм уҡыусылар көсө менән Герой хаҡында уникаль экспонаттар йыйыла. Башта музей мәктәп музейы була. 1976 йылдың 4 февралендә Миәкә район Советы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында музей булдырыу тураһында ҡарар (51-се) сығара. 1978 йылда музей яңы кирбес бинаһына күсә. Оҙаҡ йылдар музей йәмғиәт нигеҙендә эшләп килә. 1991 йылда БАССР Министрҙар Советының 1991 йылдың 28 ғинуарындағы 63-сө ҡарарына ярашлы Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы итеп күсерелә (2005 йылға тиклем), ә 2006 йылдың 1 ғинуарынан — Башҡортостандың Миәкә районы ҡарамағында муниципаль музей булараҡ теркәлә. 2010 йылдың 7 майында музей яңы бинаға күсә[3]. Бөйөк Еңеүҙең 65-йыллығына 2010 йылдың 7 майында Советтар Союзы Геройы М. Х. Ғөбәйҙуллинға һәм Миәкә районынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарға арналған яңыртылған музей Мәҙәниәт йортондағы икенсе ҡатында асыла. Фәнни етәкселекте Башҡортостан Республикаһының Милли музейы алып бара, рәссамдар бригадаһы менән Ғаймалов Рәйес Ғаяз улы етәкселеге аҫтында һәм Миәкә районы хакимиәтенең финанс ярҙамында бик һәйбәт музей барлыҡҡа килә. Музейҙа 3 зал булдырылған: күргәҙмәләр, этнография һәм М. Х. Ғөбәйҙуллинға арналған залдар[3].

Музейҙың дөйөм майҙаны — 118 кв. м.

Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин залының икенсе бүлегендә М. И. Абдуллиндың, И. В. Максимчаның һәм районда тыуған башҡа һуғыш ветерандарының тормошо һәм батырлығы тураһындағы фотодокументтар, материалдар ҡуйылған[1]. Был залда М. Ғөбәйҙуллиндың бала сағы, уның туғандары, мәктәп йылдары, үлемһеҙ батырлығы тураһында белеп була. Бында уның шәхси әйберҙәре һаҡлана: тыуыу тураһында танытма, уның ҡулдары менән эшлнгән фото өсөн рама, уның гармуны, фронттан килгән хаты, мәктәптә ултырған партаһы, класташтарының һәм уҡытыусыларының фотолары, Герой исеме бирелеүе тураһындағы Грамота[2], часть командиры Н. Н. Пеньковтың геройҙың ата-әсәһенә уның батырлығын һүрәтләп яҙған хаты[1]. Музейға килеүселәр «Ғөбәйҙуллиндың һуңғы алышы» диорамаһы янында туҡтала. Диорамала 109-сы дивизияның 309-сы гвардия уҡсылар полкы һалдаттары алышының иң ҡыҙған мәле күрһәтелгән. Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың һуңғы алашы Украина еренде Херсон өлкәһе Дудчаны аулы тирәһендә була[3].

Стендтарҙа — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтар фотолары, һуғыш ваҡытында һәләк булғандарҙың һәм тыл хеҙмәтсәндәре исемлеге, витриналарҙа һуғыш йылдары документтары, фронт хаттары күрһәтелгән. Ошо уҡ залда Афған һәм Чечен хәрби ғәмәлдәрендә ҡатнашҡан яугирҙар мөйөшө булдырылған. Музейҙа Чечен Республикаһында һәләк булған десантсы Аҡтуғанов Динар Нуриәхәмәт улының десантсы формаһы, хәрби билеты, паспорты, аттестаты, грамоталары, хаттары, Батырлыҡ ордены һаҡлана[2]. Йыл һайын музейға яҡынса 2000 кеше килә. Музей фонды 475 берәмек тәшкил итә[3]. Музейҙа класс сәғәттәре, тематик кисәләр, әңгәмәләр, осрашыуҙар үтә. Шулай уҡ район халҡы фондты тулыландырыу буйынса әүҙем ҡатнаша. 2015 йылдың май айында Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин музейы үҙенең 50-йыллығын билдәләне. Юбилей байрам саралары «Музей-2015 төнө — Еңеү яҙы» Республика музей патриотик акцияһы сиктәрендә уҙғарылды. Программала телевидениеһе фондынан алынған М. Ғөбәйҙуллин тураһындағы «Үлемһеҙлек көнө» (1974) фильмы күрһәтелде, шулай уҡ шиғырҙар һәм иншалар конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде.

Музей етәкселәре

1991 йылдан 1994 йылдың апреленә тиклем — Масалимова Фәһимә Тимерхан ҡыҙы, 1994 йылдан алып музей мөдире булып Әбдрәхимова Миңлегөл Шәрип ҡыҙы эшләй[2].

2000 йыл

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 55-йыллығына арналған республика музейҙары конкурсында — Башҡортостан Республикаһы Ветерандар советының Почет грамотаһы; 2009 йыл

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65-йыллығына арналған республика музейҙары конкурсына — «Муниципаль музейҙар» номинацияһында 1-се дәрәжә Дипломы. 2015 йыл

1. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70-йыллығына республика дәүләт һәм муниципаль музейҙары конкурсы сиктәрендә — Диплом участника в номинации «Мәҙәни-мәғариф программаһы» номинацияһында ҡатнашыусы дипломы;

2.Башҡортостандың Республика Хәрби дан музейының рәхмәт хаты -«Башҡортостан 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында» республика электрон фото-фонд булдырыуҙа ҙур өлөшө өсөн

3. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70-йыллығына арналған «Шәжәрә-байрам» Республика халыҡ байрамы сиктәрендә уҙғарылған шәжәрә төҙөүселәр конкурсында — махсус бүләк.