Монар көпшәһе (лат. Cónium ) — сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
4 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда бөрсөклө монар көпшәһе үҫә. Ике йыллыҡ үлән. Урман ситтәрендә, ташландыҡ ерҙәрҙә, баҫыуҙарҙа, торлаҡ янында үҫә; республиканың бөтә биләмәһендә осрай. Ҡый үләне, ҡырҡыу сысҡан еҫе аңҡытҡан ағыулы үҫемлек. Составында алкалоидтар бар.
Һабағы нескә бураҙналы, төҙ, тармаҡлы, буҙ төҫтәге ҡуныҡ һәм ҡыҙғылт‑көрән төҫтәге таптар менән ҡаплпнған, бейеклеге 60—200 см. Аҫҡы япраҡтары ҡыуыш һаплы өс ҡауырһынлы; урта һәм өҫкөләре — вағыраҡ, ултырма тиерлек, тар еңсәле. Сәскәләре аҡ төҫтә, сәскәлеге — урамалары һәм ваҡ урамалары булған овал‑ланцет формалағы ҡатмарлы сатыр. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — боролмалы ҡырлы һалынҡы емеш, июль — сентябрҙә өлгөрә.
Ырыуҙың 4 төрө иҫәпкә алынған[1] , шуларҙың ҡайһы берҙәре[2] :
↑ По данным книги «Флора СССР» (см. раздел Литература ).
↑ GRIN һәм NCBI сайттары мәғлүмәттәре буйынса (см. карточку растения).
Род 1423. Омег, Болиголов — Conium L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редактор тома Б. К. Шишкин — М .—Л. : Издательство Академии Наук СССР, 1950. — Т. XVI. — Б. 225—229. — 648 б. — 3500 экз .
Монар көпшәһе — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелгән 20 июнь 2010)