Морицбург (Галле)
Морицбург | |
Нигеҙләү датаһы | II мең йыллыҡ |
---|---|
Дәүләт | Германия |
Административ-территориаль берәмек | Галле[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 90 метр |
Әҫәр заказсыһы | Эрнст II Саксонский[d][2] |
Архитектор | Conrad Pflüger[d] |
Мираҫ статусы | мәҙәниәт ҡомартҡыһы[d] |
Рәсми сайт | stiftung-moritzburg.de |
Морицбург Викимилектә |
Морицбург (нем. Moritzburg) — Магдебург архиепископтары резиденцияһы булып хеҙмәт иткән Галле ҡалаһында нығытмалы һарай. Готика стилендә төҙөлгән һарай ҡаланың архитектура мираҫының мөһим объекты булып тора. XIX быуаттан ҡәлғә музей булып тора. 2005—2008 йылдарҙа күргәҙмә майҙандары ҙурайтылып, төньяҡ һәм көнбайыш өлөштәре төҙөлгәндән һуң, һарай йәнә художестволы музей булараҡ эшләй башлай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морицбург тарихы Галле ҡалаһының тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. XIII быуатҡа ҡарай төҙ етештереүенә эйә булған аҡһөйәктәр привилегиялар һатып алыу менән ҡаланы магдебург архиепископтары бойондороҡлоғонан бер ни тиклем кәметә. 1263 йылда Галле тулыһынса тиерлек сәйәси автономияға ирешә.
XV быуатта үҫешә барған кәсеп берләшмәләре ҡала советында урын алырға теләгән сәйәси оппозицияға әүерелә. Оппозиция ер биләүселәр менән берләшә һәм 1479 йылда ҡоралланған архиепископ яҡлылары өсөн ҡала ҡапҡаларын аса. Ҡыҫҡа ҡаршылыҡтан һуң 14 йәшлек архиепископ Эрнст II Саксонский Галле ҡалаһына күсә. Ҡала иреклеген бөтөрөү 1479 йылда йыйылған ландтаг тарафынан нығытылған. Резолюцияға ярашлы: …ҡаланы бойондороҡлоҡта һәм тыныслыҡта тотоу өсөн Галлела йәки уның эргәһендә ҡәлғә төҙөргә.
Ҡәлғә төҙөлөшө шунда уҡ башлана. 1479 йылдың апрелендә тәүге үләсү эштәре башҡарылған. Тап килгән урынды табыу тупраҡтарҙың насар геологик структураһы арҡаһында ҡатмарланған. Берҙән-бер бина төҙөү мөмкин тип табылған урын элекке йәһүд зыяраты территорияһындағы ҡаланың төньяҡ-көнбайыш стенаһының бер өлөшө булған. 1484 йылдың 25 майында тәүге ташты һалыу тантанаһында архиепископ Эрнст үҙе ҡатнашҡан. Уның яңы резиденцияһы ҡала ҡурсалаусыһы изге Маврикий хөрмәтенә Морицбург тип аталған.
Морицбургта һуңғы готика формалары күренә. Әммә ҡат буйынса дөрөҫ план, беренсе ҡаттың берҙәм кимәле һәм горизонталь фасадтың вәкиллекле күренеше Яңы ваҡыт төҙөлөшө тураһында һөйләй. Морицбург ҡәлғә һәм һарай төшөнсәләрен үҙ эсенә ала: ул вәкиллекле кимәлдәге торлаҡты һәм һаҡлаусы ҡоролманы берләштерә.
Башта төҙөлөш менән сығышы Көнсығыш Пруссиянан булған Петер Ханшке етәкселек итә. Майнц һәм Магдебург епархияларының төп архитекторы Андреас Гюнтер 1533 йылда көнсығыш яғында шанецтарҙы, бастиондарҙы һәм валдарҙы нығыта һәм киңәйтә. Магдалены капеллаһы чертёжының авторы Ульрих фон Смедеберг була.
1503 йылдың 25 майында архиепископ Эрнст был бинаға килеп урынлаша. Үҙенең «Arx insuperabilis» (үтәлмаҫлыҡ ҡәлғәһен) ул башлыса тоҙ һатыуҙан килгән килемдәр иҫәбенә финанслай. Эрнст 1507 йылда ландтагта иғлан итеүенә ярашлы, төҙөлөшкә 150 меңдән ашыу гульден аҡса сарыф ителә.
Замок
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бинаның горизонталь проекцияһы дөрөҫ дүртмөйөш (яҡтары 72 һәм 85 метр) тиерлек барлыҡҡа килтерә. Төҙөлөш материалдары булараҡ башлыса карьерҙарҙан таш файҙаланылған. Ҡәлғәнең көньяҡ, көнсығыш һәм төньяҡ яҡтары алдында үҙ ваҡытында батҡаҡ урҙар (киңлеге 20-25 метр, тәрәнлеге 10 метр) булған. Көнбайыш яғы Зале йылғаһына алп барған эшелонлы стеналар ситемаһы менән һаҡланған. Төньяҡ стеналар алдында 1536—1538 йылдарҙа һалынған вал урынлашҡан.
Эске ихата ҡала урамдары кимәлендә һалынған, ул тантаналар, парадтар йәки рыцарҙәр турниры уҙғарыу өсөн етәрлек урынға эйә.
Көнбайыш яғы ҡәлғәнең төп өлөшө булып тора. Ярым подваллы ҡаттарҙың аҙбарҙары хәҙерге ваҡытта төрлө күргәҙмәләр уҙғарыу өсөн файҙаланыла, ә элек бында гарнизон урынлашҡан. Юғарыраҡ епископтың парад һәм рәсми бүлмәләре ике ҡат булған, улар хәҙерге ваҡытта хараба булып киткәндәр тиерлек. Төньяҡ өлөшөндә фюрстарҙың торлаҡ бүлмәләре һәм епископ китапханаһы урынлашҡан.
Ҡәлғәнең төньяҡ өлөшөндә башта төп инеү урыны булған, уны хәҙерге ваҡытта герб фризаһы буйынса танырға мөмкин. Был инеү урыны 1616 йылда ябыла һәм ҡаплана. Подвал ҡаттары өҫтөндә чиновниктар өсөн канцелярия һәм архив урынлашҡан ике ҡат булған. Галле университетының 200-йыллығына 1894 йылда фехтование һәм спорт залдары төҙөлгән, бында дәрестәр 1990 йылға тиклем уҙғарылған. Торлаҡ биналары янында Мария Магдалена капеллаһы урынлашҡан, ул 1505—1509 йылдарҙа төҙөлгән.
Ҡәлғәнең көнсығыш өлөшөнөң уртаһында ҡалаға алып барған ҡапҡалар өҫтөндә башня урынлашҡан. Ул түбәнге ҡатында капеллаһы менән торлаҡлы башня булған. Ҡапҡалар ҡоролмаһын тура атыуҙан һаҡлау өсөн инеү урыны әҙерәк ҡыйыш формала төҙөлгән. 1777 йылда Пруссия гарнизоны өсөн төньяҡ өлөшөндә барокко стилендәге бина төҙөлгән, ул ҡулланыу функцияһы буйынса лазарет тип аталған. Лазарет иҫке ҡәлғә стенаһының фундаментында төҙөлгән. 1913 йылда көньяҡ-көнсығыш бастион музей итеп үҙгәртелә. Төньяҡ-көнсығыш башняла хәҙер «Турм» студент клубы урынлашҡан[3].
Көньяҡ өлөшө төп нөсхәлә һаҡланмаған. Бында хужалыҡ ҡоролмалары, кухня, ә бынан башҡа ҡәлғә командиры фатиры һәм стратегик ҡоҙоҡтар урынлашҡан. Фараз буйынса бында ат кәртәләре булыуы мөмкин.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://hedendaagsesieraden.nl/2018/06/04/moritzburg/
- ↑ Steinmann U. http://www.jstor.org/stable/3880615 // Forschungen und Berichte / под ред. Государственные музеи Берлина — 1968. — Т. 11/1968. — Б. 69. — ISSN 0067-6004
- ↑ Turm Halle 2015 йыл 16 сентябрь архивланған.