Морозов стачкаһы
Морозов стачкаһы — Рәсәй империя һындағы 1885 йылдың 7—17 ғинуарында «Савва Морозов, улы һәм Ко мануфактураһы ширҡәте» туҡыу фабрикаһында ойошторолған иң ҙур забастовка (хәҙерге Орехово-Зуево ҡалаһы янындағы Никольское ауылы). Фабрика сауҙагәрҙәрТимофей Саввич Морозовҡа, ширҡәткә нигеҙ һалған мәрхүмдең улына ҡараған була[1].
Стачканы Никольский мануфактура эшселәре П. А. Моисеенко һәм В. С. Волков ойоштора. Забастовкала мануфактураның 11 мең тирәһе эшсеһенең 8 меңе ҡатнаша.
Сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшселәр стачкаһының килеп сығыуына эшселәр хәленең 1880-се йылдарҙағы сәнәғәт кризисы арҡаһында ҡырҡа насарайыуы һәм фабрика хужаларының эшселәрҙе аяуһыҙ эксплуатациялауы сәбәпсе була. Атап әйткәндә, 1882- 1884 йылдарҙа эш хаҡы биш тапҡыр кәмей, уртаса эш хаҡының сирегенә, йә булмаһа, яртыһына тиң юғары штрафтар индерелә.
Баш күтәреүселәрҙең төп талаптары —эш хаҡын 1880 -1882 йыл кимәленә тиклем күтәреү, штрафтарҙы эш хаҡының 5 % кимәлендә генә тотоу һәм эшселәрҙең дөйөм хәлен еңеләйтеү. 11 ғинуарҙа В. С. Волков Владимир губернаторына «Эшселәрҙең дөйөм ризалығы буйынса талаптар»ын тапшыра, унда фабриканттар өҫтөнән хөкүмәт күҙәтеүен булдырыу һәм ялланған эшселәрҙең эш шарттарын закон тарафынан үҙгәртеү пункттарын яҙғандар.
А. В. Пыжиков[2] күрһәтеүенсә, стачканың тәүшарты булып Рәсәй империяһының Урал, Волга буйы губерналары старообрядсыларынан сыҡҡан күп һанлы сауҙагәрҙәр һәм сәнәғәтселәрен сығарған старообрядсылар общинаһының эсендәге процестар тора. Башта сауҙагәрҙәр бары тик старообрядсылар общинаһы аҡсаларының етәксеһе генә булһа, 1855 йылдан һуң старообрядсы сауҙагәр һәм фабриканттар (шул иҫәптән Морозов) хөкүмәт баҫымы аҫтында шул аҡсаларҙың шәхси милексеһенә-хужаһына әйләнә. Үҙҙәре менән бер диндәге эшсе кешеләре өсөн социаль инфраструктура (торлаҡ, дауаханалар) булдырыу буйынса бурыстар менән бәйле старообрядсы фабриканттар предприятиеларының конкурентлыҡ һәләте түбән булыуы милекселәрҙе социаль сығымдарҙы кәметеүгә (йәки уларҙы штраф системаһы ярҙамында ҡаплауға) этәрә. Иң баштан уҡ старообрядсы тормошон тәьмин итеүгә социаль йүнәлтелгән хужалыҡтың ғәҙелһеҙ капиталистик иҡтисадҡа күсеүе ябай община ағзаларының ризаһыҙлығын тыуҙыра.
Стачканың туранан-тура сәбәпсеһе булып Иоанн Креститель байрамын (1885 йылдың 7 ғинуарында иҫке стиль буйынса) эш көнө тип иғлан итеү тора. Эшселәр штрафтарҙы кәметеү генә түгел, ә эш хаҡы түләүҙе арттырыу һәм эшселәр артелендә старообрядсылар традицияларына ярашлы рәүештә старосталарҙы ирекле һайлап ҡуйыуҙы ла талап итәләр. Т. С. Морозов уларға яуап биреүҙән баш тара, шунан һуң эшселәр, милекселәр уларҙың талаптарына ҡаршы торғас, «то и фабрику Вам не водить», - тип киҫәтеү яһайҙар, сөнки Морозовтар үҙ капиталын шул старообрядсылар общинаһынан алған була.
Баш күтәреүҙе баҫтырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стачканы баҫтырыуҙа Орехово-Зуевонан килгән Владимир губернаторы етәкселегендәге 3 батальон һалдат һәм 6 казак йөҙө ҡатнаша. 600-ҙән ашыу эшсе ҡулға алына, шул иҫәптән Моисеенко һәм Волков та. 17 ғинуарҙа хөкүмәт ғәскәрҙәре бола күтәреүселәрҙе тулыһынса еңә.
33 кеше судҡа бирелә, ләкин улар эшселәр хәленең насар булғанлығы һәм мануфактура хакимиәте яғынан боҙоҡлоҡтар яһалыу арҡаһында суд присяжныйҙары тарафынан аҡлана. Стачкала ҡатнашыусы 800-гә яҡын эшсе судһыҙ-ниһеҙ тыуған илдәренә полиция күҙәтеүе аҫтына ебәрелә, П. А. Моисеенко Архангел губернаһына 5 йылға һәм В. С. Волков Вологда губернаһына 3 йылға һөргөнгә ебәрелә.
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшселәр стачка арҡаһында ҡайһы бер ташламаларға ирешәләр: 1884 йылдың 1 октябренән алып тотолған штрафтарҙы фабрикаһы хужалары ҡайтарып бирә, әммә юғары эш хаҡы булдырылмай.
Рәсәй империяһындағы башҡа фабрикалар Морозов стачкаһы арҡаһында штрафтар сәйәсәтендә еңеллек тыуҙыра, шулай уҡ 1886 йылда фабрика ҡануниәтен барлыҡҡа килтерә (әйткәндәй, 1886 йылдың 3 июнендә штрафтар тураһындағы закон ҡабул ителә).Значение Морозовской стачки для развития революционного движения подчёркивал В. И. Ленин:
Эта громадная стачка произвела очень сильное впечатление на правительство, которое увидало, что рабочие, когда они действуют вместе, представляют опасную силу, особенно когда масса совместно действующих рабочих выставляет прямо свои требования.
(Полное собрание соч., 5 изд., т. 2, с. 23)
(Полное собрание соч., 5 изд., т. 2, с. 23)
1923 йылдың ноябрендә Орехово-Зуево стачкаһында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә рәссамдар А. Шапошниковһәм В Взоров проекты буйынса һәйкәл ҡуйыла. 1961 йылда А. Шапошниковрәссам А. Куров менән берлектә «Морозовская стачка 1885 года» иң яҡшы картинаһын яҙа.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Последнего, то есть Савву Васильевича Морозова, не следует путать с его внуком, известным Саввой Тимофеевичем Морозовым, который в описываемый момент по молодости ещё не принимал никакого участия в делах товарищества
- ↑ Пыжиков А. В. Грани русского раскола. Заметки о нашей истории от XVII века до 1917 года. — М.: Древлехранилище, 2013. — С. 290—293. — 646 с. — ISBN 978-5-93646-204-7.