Моррис Джек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡалып:Игрок MLB

Джон Скот «Джек» Моррис (ингл. John Scott "Jack" Morris, тыуған 1955 йылдың 16 майы) — америка профессиональ бейсболсыһы, Төп бейсбол лигаһында 1994-1977 старт питчеры позицияһында уйнай. МЛБ-да (Халыҡ-ара бейсбол лигаһында) Моррис «Детройт Тайгерс», «Миннесота Твинс», «Торонто Блю Джейс» һәм «Кливленд Индианс» командаларында уйнай. Халыҡ-ара бейсбол лигаһы йондоҙҙары уйындарында Моррис биш тапҡыр ҡатнаша, дүрт тапҡыр Донъя серияһының еңеүсеһе була (1984 йылда «Тайгерс», 1991 йылда «Твинс» һәм 1992—1993 йылдарҙа «Джейс Блю» командалары өсөн уйнай). 1980-се йылдарҙа Джек Моррис лиганың иң яҡшы питчерҙарының береһе була һәм был тиҫтә йылдар эсендә старт башындағы состав уйынсылары араһында Халыҡ-ара бейсбол лигаһының еңеү менән тамамланған уйындар иҫәбе буйынса лидеры була. Әммә шул уҡ ваҡытта ул хиттарҙы, мәрәйҙәрҙе һәм хоум-рандарҙы юҡҡа сығарыусы ла була[1].

Спорт карьераһын тамамлағас, Джек Моррис Fox Sports Detroit теле каналында «Детройт Тайгерс» клубының комментаторы, ә һуңғараҡ Fox Sports Oneтелевизион каналында теле-аналитик булып эшләй.

Бейсболдың Дан залына һайланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2000 йылда Моррис Бейсбол Милли Дан залына һайланыу мөмкинлегенә эйә була. 2000- 2003 йылдарҙағы һайлауҙарҙа ул бер тапҡыр ҙа 30 %-тан ашыу тауыштар алыуға ирешә алмай һәм бары тик 2004 йылда ғына 40 % тауыш йыя. 2010 йылда ул 52,3 %, 2012 йылда — 67 % тауыш йыя [2] 2014 йылдың 8 ғинуарында, һуңғы тапҡыр һайланғанда ғына, 61,5 % тауыш ала һәм хәҙер инде Дан залына Ветерандар комитеты аша ғына эләгә ала[3].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Barzilai, Peter. Study Hall: Jack Morris' case is stuck in the 1980s, USA Today (January 3, 2011).
  2. «Former Cincinnati Reds shortstop Barry Larkin elected to baseball Hall of Fame.» Article at washingtonpost.com on January 9, 2012.
  3. Morris, Raines among Hall of Fame candidates who deserved better Heyman, Jon at cbssports.com on 8 January 2014.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]