Мортазин Марат Фәхрислам улы
Мортазин Марат Фәхрислам улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 26 декабрь 1957 (66 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡазан, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, дин белгесе, филолог, тәржемәсе |
Эшмәкәрлек төрө | Ислам ғилеме һәм Ҡөръән ғилеме[d] |
Эш урыны | Институт мировой экономики и международных отношений РАН[d] |
Уҡыу йорто | Восточный факультет СПбГУ[d] |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мортазин Марат Фәхрислам улы Викимилектә |
Мортазин Марат Фәхрислам улы (26 декабрь 1957 йыл) — СССР һәм Рәсәй ислам белгесе, тәржемәсе, университет уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты, РФА Донъя иҡтисады һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (ИМЭМО) әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марат Фәхрислам улы Мортазин 1957 йылдың 26 декабрендә Ҡазанда тыуған. Ленинград дәүләт университетының «Ғәрәп филологияһы» һөнәре буйынса көнсығыш факультетын тамамлаған (1981).
Йемен һәм Ливия сит ил вәкиллектәрендә тәржемәсе булып эшләй, Хәрби университетында уҡыта (1984—1990).
1994 йылдан алып Рәсәйҙә ислам белеме системаһын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Мәскәү юғары рухи ислам колледжы ректоры (1994—1999)[2], Мәскәү ислам университеты ректор(1999—2012)[3], ислам белеме буйынса Советты ойоштороусыларҙың береһе һәм рәйесе (2010—2012).
2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһында философия фәндәре докторы, профессор А. А. Нуруллаев етәкселегендә «Соотношение религии и политики в учении ислама и практике мусульманских стран» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Уның рәсми оппоненттары — философия фәндәре докторы, профессор Ю. Г. Носков һәм философия фәндәре кандидаты Н. Х. Рәжәпов. Төп ойошмаһы — Санкт-Петербург дәүләт университеты[4].
Фәнни ҡараштары һәм хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй мосолмандары элитаһын формалаштырыу өсөн әүҙем сығыш яһай.
Монографиялар һәм уҡыу әсбаптары авторы: «Исламоведение» (2008), «Корановедение» (2011), «Введение в коранические науки» (2006), «Основы тафсира» (2010), «Основы исламской культуры. 4—5 классы», «Учебное пособие по речевой практике арабского языка. Лингафонный курс».[5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Дуҫлыҡ ордены» (2006) Рәсәйҙең рухи үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сведения о персоне . www.imemo.ru. Дата обращения: 29 сентябрь 2017.
- ↑ Ректоры России. — М.: Современный университет, 2000. — 256 с. : ил. — (ИнтеллектуалЬный фонд России).
- ↑ Кто есть кто в татарской общине Москвы: справочное издание. — М.: ПИА «Арбат», 2001. — С. 39
- ↑ Муртазин, Марат Фахрисламович. Соотношение религии и политики в учении ислама и практике мусульманских стран : автореф. дис. … канд. филос. наук : 09.00.13 / Муртазин Марат Фахрисламович; [Место защиты: Рос. акад. гос. службы при Президенте РФ]. — Москва, 2008. — 24 с.
- ↑ Муртазин М.Ф. Учебное пособие по речевой практике арабского языка. Лингафонный курс.. — Москва: Восточная книга, 2014. — 112 с. — ISBN 978-5-7873-0825-9.