Мостафин Ғабдулла Сөләймән улы
Мостафин Ғабдулла Сөләймән улы | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Гражданлығы: | |
Жанр: |
рәссам |
Уҡыған урыны: |
Өфө һынлы сәнғәт техникумы |
Стиль: |
Мостафин Ғабдулла Сөләймән улы (5 апрель 1917 йыл — 1995 йыл) — башҡорт совет рәссамы. 1938 йылда СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғабдулла Сөләймән улы Мостафин 1917 йылдың 5 апрелендә Аҡтүбә (Ҡаҙағстан) ҡалаһында ат заводы эшсеһе ғаиләһендә тыуа. 1921 йылда ата-әсәһен юғалта һәм етемлектең бөтә ауырлығын татый.
1932 йылда Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Ғабдулла училищела үҙен һәләтле һәм ҡыҙыҡһыныусан егет итеп таныта. Ул күп сәғәттәр Өфө һынлы сәнғәт музейында үткәрә, бында Өфөлә тыуып үҫкән, музейға нигеҙ һалыусы М. В. Нестеровтың төп нөсхәһендәге әҫәрҙәре, уның тәүге портреттары, шулай уҡ И. Репиндың, В. Серовтың, И. Левитандың, И. Шишкиндың һ.б. XIX быуат реалистик рус сәнғәте рәссамдарының этюдтары, картиналар эскиздары ҡуйылған. 1935 йылда, училищены тамамлағас, Мостафин музейға экскурсовод -практикант сифатында эшкә юнәлтелә.
1936 йылдарҙа, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа, ул уның директоры була. Әммә рәссам һөнәренә ынтылыш еңә. Ғабдулла Сөләймән улы «Башҡортостан рәссамдары» ширҡәт идаралығының ағзаһы була. был ойошманың художество советына инә.
Өфөлә үткән йәш рәссамдар күргәҙмәһендә ҡатнаша; Ул ваҡытта күргәҙмәләр бик һирәк һәм ҙур булмай. Улар офицерҙар йорто бинаһында үтә. (Ҡыҙыл Армия йорто, Өфө)
1937 йылда Мәскәүҙә «Социализм индустрияһы» бөтә союз бөтә союз һынлы сәнғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша (1937 й.). Мотлаҡ кандидатлыҡ стажын үтеп тормай, Ғабдулла Мостафин 1938 йылда СССР Рәссамдар союзы ағзаһы итеп ҡабул ителә.
1939 йылда Өфөлә республиканың 20-йыллығына арналған «20 йыл эсендә Башҡортостан рәссамдары» тип аталған юбилей күргәҙмәһендәге рәссамдың үңышы быны дәлилләй. Был күргәҙмәлә тәүге тапҡыр уның ижадында төп жанрҙарҙың береһе — портрет барлыҡҡа килә. Һигеҙ әҫәре рәссам ижадына хас булған теманы ла, техниканы ла билдәләй. «Пианист ҡыҙ портреты» (май, картон) — бөтә йылдарҙа ла рәссам башҡорт мәҙәниәте эшмәкәрҙәре портреттары өҫтөндә эшләй. «Колхозсы ҡыҙ портреты» (ҡағыҙ, ҡәләм) — ауыл кешеһенә арналған һынлы сәнғәт әҫәрҙәре рәссамдың ижади мираҫында бер өлөштө тәшкил итә. Ҡәләм менән эшләгән һүрәте «Малай» һәм «Ҡыҙ портреты» аквареле— балаларға бағышлаған график эштәр серияһы.
Бөгөнгө көндә һуғыштан алдағы әҫәрҙәренән 1939 йылғы «Аҡ шәл ябынған ҡатын» полотноһы иң мөһиме булып тора.
Мостафин Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтҡа саҡырыла. 1944 йыл аҙағында ауырыуы сәбәпле лейтенант званиеһында запасҡа бушатыла.
Һуғыштан һуң ул башҡорт бүлегендә «Рәссамдарҙың Бөтә Рәсәй кооператив берекмәһен» яйға һалыу буйынса эш башлай. Үҙ эшенең абруйлы оҫтаһы булараҡ, Федерация вәкиле хоҡуҡтарына эйә булған кеүек шөғөлләнә. Мостафин Ауыл хужалығы идаралығы составында тора (1946 йылдан алып 1953 йылға тиклем).
1948 йылда Рәссамдар союзы рәйесе. Ул Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы ҡарамағындағы Сәнғәт буйынса идаралыҡтың художество советы ағзаһы.
Мостафин бөтә ижады осоронда сюжетлы композицион полотноларға мөрәжәғәт итә, уларҙа төп ҡатнашыусылар булып тарихи шәхестәр тора: Иван Грозный, В. И. Ленин, Надежда Крупская, В. Чапаев, Ш. Хоҙайбирҙин, А. Матросов һ.б.
1995 йылда вафат була.
Картиналары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мостафин — бик күп портреттар авторы, шуларҙың иң билдәлеһе — «Элемтәсе ҡыҙ портреты» (1946), Башҡортостан сәнғәтендә билдәле әҫәр булып һанала. Мастерҙың эштәре төбәк музейҙарҙа һәм шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.
«Салауат Юлаев», (1957)[1], «Яңы скважина» 1950[2], «Нефть ҡыуҙырыу», (1950).
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылдан алып 1980 йылдарға тиклем РСФСР-ҙың республика, Урал, Мәскәү һынлы сәнғәт күргәҙмәләренең ҡатнашыусыһы, башҡорт рәссамдары әҫәрҙәренең сит ил күргәҙмәһе (ГДР, 1975).
Мостафин — 1945 йылдың көҙөндә Өфөлә һуғыштан һуңғы күргәҙмәлә ҡатнаша. Унда уның портреттары: «Башҡорт оләсәй», «Студент ҡыҙ» һәм «Ә. 3өбәйеров портреты» ҡуйыла.
1946 йылда Ғабдулла Сөләймән улы республика күргәҙмәһендә бер нисә пейзаж этюдын һәм «Элемтәсе ҡыҙ портретын» күрһәтә. Нәҡ ошо портрет ҙур уңыш яулай.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ижади һәм йәмғиәт эшмәкәрлеге өсөн 1949, 1957, 1962 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Совет Президиумының Почёт грамоталары менән бүләкләнә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979.