Моталлапов Ишбирҙе Юлдашбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Моталлапов Ишбирҙе Юлдашбай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1788
Тыуған урыны Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 1847
Һөнәр төрө яугир

Моталлапов Ишбирҙе Юлдашбай улы (рус. Муталлапов Ишберды Юладашбаевич; 1788 йыл — 1847 йыл) — 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры, зауряд-хорунжий, 1814 йылдың 19 мартында 15-се башҡорт полкы составында Парижды алыуҙа ҡатнаша. «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн», «1812 йылды һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары менән бүләкләнә[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816, 1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Иҫән ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы Иҫән ауылы) йәшәгән Моталлап старшинаның дүрт улы була: Һаҡай, Дәүләткилде, Юлдашбай, Аһылай. 1788 йылда Юлдашбайҙың Ишбирҙе исемле улы тыуа. Ишбирҙе бик ҡыйыу егет булып үҫә. Тирә-йүнгә 12 йәшендә айыу алған, тигән даны тарала. Ә 1805 йылда казак хеҙмәтенә саҡырыла[2].

Ишбирҙе Моталлапов 1812 йылғы Ватан һуғышында Сибай ауылы янында төҙөлгән 15-се полк составында һуғыша. Полкташтары зауряд-есаул Тутай Яҡшығолов, Бурансы Ҡаҙаҡбаев, Мөхәмәтәмин Ҡотанов менән бергә ул 1814 йылдың 19 мартында Рәсәй армияһы составында Парижды алыуҙа ҡатнаша һәм беренселәрҙән булып уның урамдарына барып инә. Ошо яуҙан һуң уға зауряд-хорунжий дәрәжәһе бирелә, һәм ике көмөш миҙалға лайыҡ була. Ауылдаштары уны Ишбирҙе батыр тип атай башлай, ә уның нәҫелен Ишбирҙе батыр тоҡомо тип йөрөтәләр[3].

1812 йылғы Ватан һуғышында Моталлап старшинаның нәҫеленән 9 яугир ҡатнашыуы билдәле[4]. Иҫән ауылынан был һуғышта тағы ла Бурансы Ҡаҙаҡбаев, Иҫәнғол Һаҡаев һәм Мөхәмәтәмин Ҡотановтар ҡатнаша һәм ике көмөш миҙал менән бүләкләнә[5].

Һуғыштан һуң Ишбирҙе Моталлапов Рәсәй империяһының Ырымбур сик буйы һыҙығында хәрби хеҙмәтен дауам итә. 1839 йылда Перовский командалыҡ иткән Урта Азия походында ҡатнаша. Ишбирҙенең данлы хәрби традицияларын дауам итеп, Хажғәле Ишбирҙин ауылдашы Хәлил Әминев менән Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби миҙал менән бүләкләнә[6].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишбирҙенең 1-се ҡатыны Мәхүбәнән Үлмәҫбай, Ғәбделнафиҡ, Һолтантимер тыуа. Ғәбделнафиҡтың улы — Әбделғәлим, уның улы Сәлихйән, уның улдары Ишбулат, Морат, Фуат, Рәшит. Һолтантимерҙең ике улы була: Баһауетдин һәм Ғарифулла. Баһауетдиндән Хажғәле, Нурғәле исемле уландар, ҡыҙы Мәүғиҙә тыуа. Ғарифулланан Тимерйәр менән Шәһәрбостан тыуа. Сәлихйән, Тимерйәр һәм Шәһәрбостандың әсәһе — Вазифа Ишбирҙина[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы;

«1812 йылды һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы[8][2].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Любезные вы мои… Уфа. Башк. кн. изд-во, 1992, —240с.

«Атайсал» гәзите, 2012.01.17. Сибайская городская типография. 2514 экз. 4 с.

Сибайский рабочий. 2012.01.10. Сиб.гор.типография. Т. 7660 экз. — 4 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Любезные вы мои… Уфа. Башк. кн. изд-во, 1992, —240с.
  2. 2,0 2,1 2,2 Рамаҙан Үтәғолов. Ишбирҙиндарҙың данлы шәжәрәһе (баш.). — Сибай ҡалаһы, 17 ғинуар 2012. — 4-се һан с.
  3. Ишбирҙиндарҙың данлы шәжәрәһе" [Атайсал. 2012.01.17. Сиб.гор.типография. Т. 2514 экз. — 4 с]
  4. "Славные предки, достойные потомки".[Сибайский рабочий. 2012.01.10. Сиб.гор.типография. Т. 7660 экз. — 4 с]
  5. Любезные вы мои... Уфа. Башк. кн. изд-во, 1992, —240с.
  6. Ишбирҙиндарҙың данлы шәжәрәһе" [Атайсал. 2012.01.17. Сиб.гор.типография. Т. 2514 экз. — 4 с]
  7. Ишбирҙиндарҙың данлы шәжәрәһе" [Атайсал. 2012.01.17. Сиб.гор.типография. Т. 2514 экз. — 4 с]
  8. Любезные вы мои… Уфа. Башк. кн. изд-во, 1992, —240с.