Мотова Нина Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мотова Нина Михайловна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 31 август 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Мәскәү өлкәһе
СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Золотая медаль ВДНХ Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Мотова Нина Михайловна (1939) — совет сәнәғәте хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нина Михайловна Мотова 1939 йылдың 31 авгусында Мәскәү өлкәһе Ленин районының Покровское ауылында (хәҙер Көньяҡ Мәскәү ҡалаһының Көньяҡ административ округы) тыуған.

Ҡыҙҙың бала сағы ауыр була: атаһы Бөйөк Ватан һуғышы фронтына китә һәм Сталинград янында һәләк була. Әсәһенә колхозда ярҙам итергә тура килә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Мәскәү ит комбинаты янындағы фабрика-завод уҡыу мәктәбендә уҡый, уны тамамлағандан һуң ошо уҡ предприятиеның колбаса цехында эшләй. Һөнәрен алмаштырырға ҡарар итә һәм был эштән китә, 1961 йылда Мәскәүҙә Беренсе дәүләт подшипниктар заводында ролик-подшипник цехына шымартыусы булып эшкә урынлаша[1]. Производствонан айырылмайынса урта мәктәпте, мастерҙар мәктәбен һәм тик яҡшы билдәләргә генә Ф.Э. Дзержинский исемендәге машиналар эшләү техникумын тамамлай. 1965 йылда КПСС-ҡа инә. Һигеҙенсе биш йыллыҡ йомғаҡтары буйынса юғары етештереү һөҙөмтәләре буйынса «Почёт Билдәһе» ордены менән, ә өсөнсө, хәл иткес туғыҙынсы биш йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса Ленин ордены менән бүләкләнә. 1976 йылда Нина Михайловна эшләгән шымартыусы цехта Германия Демократик республикаһында эшләнгән яңы түңәрәк шымартыусы станоктар ҡуйыла, һөҙөмтәлә шымартыусыларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеге күпкә арта.

СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 16 ғинуарындағы Указы менән етештереүҙә ҡаҙаныштары һәм унынсы биш йыллыҡ һәм социалистик йөкләмәләр заданиеларын ваҡытынан алда үтәгәне өсөн Нина Михайловна Мотоваға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Производство менән бер рәттән, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. 11-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты, күп тапҡыр халыҡ депутаттарының Мәскәү ҡала советы депутаты, КПСС-тың Ждановский районы комитеты һәм совет-румын дуҫлығы йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлана. КПСС-тың XXV съезы һәм СССР профсоюздары съезы делегаты итеп һайлана. Профсоюз линия буйынса Кубаға бара, унда Фидель Кастро менән осраша[2] Һуңынан, Юғары Совет депутаты булараҡ Кремлдә булғанда, СССР мәҙәниәт министры П. Н. Демичев героиняға былай тип әйтә: «Михайловна, беләбеҙ-беләбеҙ, нисек Кубала сығыш яһағаныңды! Афарин, Рәсәйҙе ҡыйын хәлдә ҡалдырманың».

Миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында СССР ВДНХ-ның алтын миҙалдары ла бар.

Н. М. Мотова заводта пенсияға сыҡҡанға тиклем эшләй. Хаҡлы ялда булып, Мәскәүҙә йәшәй. «Рәсәйҙең хеҙмәт батырлығы» ойошмаһының ағзаһы була.[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]