Музыкаль гимназия (Русе)
Бина | |
Музыкаль гимназия
| |
Ил | Болгария |
Урыны | Русе |
Статус | Мәҙәниәт ҡомартҡыһы |
Музыкаль гимназия Викимилектә |
Музыкаль гимназия (болг. Музикална гимназия, пастор Вангемандың етемдәр приюты) — тарихи бина, Русе (Болгария) ҡалаһындағы Борисова урамында, 33-сө һанлы йорт, мәҙәниәт ҡомартҡы. Ташланған бинала шәхси мәҙәни-сәнғәт үҙәге төҙөү планлаштырыла.
Бина 1900-1901 йылдарҙа русе протестант общинаһы тарафынан немец протестант мәктәбе менән етемдәр йорто һәм балалар баҡсаһы өсөн төҙөлгән. Төҙөү өсөн сараны Русе һәм Бухарест евангелий общиналары бирә, русе пасторы Теодор Вангеман бер нисә тапҡыр Германияға бара һәм иғәнә йыя.Төҙөлөшкә 320 мең алтын марка китә. Архитектор Удо Рибау дүрт этажлы бинаны электик стилдә, неоклассицизм һәм неоготика менән берләштереп, бай орнамент һәм колонналар менән биҙәп, проектлай.Төҙөлөш менән инженер Тодор Тонев етәксек итә, тамамлау стадияһында немец инженеры Мербах [1] эшләй.
1905 йылдың 5 октябрендә немец протестанттар мәктәбен асыу тантанаһы була, ә 1909 йылда ул урта бизнес-мәктәбенә үҙгәртелә. Мәктәпкә немец колонияһы кешеләренең һәм күренекле русе сауҙагәрҙәр ғаиләһе балалары йөрөй, етемдәр йортона, милләт һәм ҡатламдарына ҡарамыйынса, балалар ҡабул ителә, әммә тәрбиә протестанттар рухында бара. Беренсе донъя һуғышы аҙағында, 1918 йылдың көҙөндә, болғар власы тарафынан, мәктәп, немец милке һаналып, тартып алына. Румын бомбардировкаһында зыян күргән бина, һуғыштан һуң ремонтлана. Бында Изге Иосиф француз ирҙәр гимназияһы, Петр Бирон (1935) гимназияһы, Дәүләт технология университеты (1945), ауыл хужалығы машиналары заводының хеҙмәт резервтары мәктәбе һәм, ниһайәт, музыкаль гимназия. 1973 йылда бина мәҙәниәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.
Бина 1977 йылда Карпат ер тетрәүендә бик ҙур зыян күрә. 1980 йылда конструкция нығытыла, әммә бина, 2007 йылда аукционда аға-энеле Бобоковтар һатып алғанға тиклем,ташландыҡ хәлдә ҡала. Туғандар бинаны реконструкциялауға € 1,000,000 инвестицияларға һәм уны мәҙәни-сәнғәт үҙәгенә[2] үҙгәртергә тейеш.
Музыкаль гимназия эргәһендә русе баптистар сиркәүе урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://web.archive.org/web/20070930021202/http://www.brjag.eu/index.php?option=com_content&task=view&id=4720&Itemid=2
- ↑ https://tvn.bg/zapochva-vazstanovyavaneto-na-edin-ot-arhitekturnite-biseri-na-ruse/
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "Бряг" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "TVN" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.