Эстәлеккә күсергә

Муйыл бете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муйыл бете
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Rhopalosiphum padi (Linnaeus, 1758)


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  200663
NCBI  40932
EOL  12033102

Муйыл бете, кеблә (лат. Rhopalosiphum padi, (рус. Обыкновенная черёмуховая тля — тигеҙ ҡанатлылар отрядынан бөжәктәр асотряды; үҫемлектәрҙең һутын ҡорота торған йәшел төҫтәге ваҡ ҡына ҡанатһыҙ бөжәк, аҙыҡ наҡыҫ саҡта ҡорттар уның тиҙәген йыйып эшкәртә[1] .

Яҡынса 2,5 мең төрө билдәле, башлыса, уртаса бүлкәттәрҙә йәшәй; Рәсәйҙә бер нисә йөҙ төрө билдәле. Оҙонлоғо 0,5—0,6 мм; ҡорһағы ҡыҫҡа, ҡабарынҡы, күбеһенсә балауыҙ ҡатламы менән ҡапланған. Үҫемлектәрҙә колониялар булып йәшәйҙәр.

Үрентеләрҙең осона тупланып, йәш үҫемлектәр шыйыҡсаһы менән туҡланалар. Япраҡтарҙың бөгәрләнеүенә, үренте остарының формаһы уҙгәреүгә, ауырыу үҫентеләр — ҡутырсыҡтар үҫеүгә килтерәләр. Күп кебләләр төрлө аҙыҡ менән туҡлана: айырым миҙгелдә бер төр үҫемлектәрҙә йәшәйҙәр, унан һуң икенсе төргә күсәләр. Йылына бер нисә быуын үрсейҙәр. Кебләнең үҫеш циклы ҡатлаулы, енесле һәм енесһеҙ быуындар сиратлашып үрсей. Аталанған күкәйҙәр ҡышлайҙар, яҙ көнө уларҙан ҡанатһыҙ, аталанмайынса үрсей торған («партогенетик») инә бөжәктәр сыға. Йәй көнө яңы колониялар барлыҡҡа килтереүсе аталанмайынса үрсей торған инә-бөжәктәр (мигранттар) барлыҡҡа килә. Кебләләр бүлеп сығарған баллы шыйыҡсалар менән (баллы ысыҡ) ҡырмыҫҡалар туҡлана, умарта ҡорттары уларҙы ысыҡ балына әйләндерә.

Кебләләр баҡса һәм парктарға, урмандарға һәм культуралы үҫемлектәргә шаҡтай зыян килтерәләр. Кебләләр менән зарарланған үҫемлек ботаҡтары насар үҫәләр, күбеһенсә үләләр; кебләләрҙең ҡайһы бер төрҙәре йоғошло ауырыуҙар таратыусылар. Иң зарарлылары: йәшел алмағас кебләһе (Aphis pomi), алмағас һ.б. орлоҡло емеш ағастарын, бигерәк тә йәш үҫентеләрҙе ныҡ зарарлай; сөгөлдөр кебләһе (A. fabae), оҙонлоғо 2 мм, ҡара төҫтә, шәкәр сөгөлдөрөн ныҡ зарарлай, тамырлы үҫемлектәрҙе башҡаларға алыштырыу менән үрсей (балан, йәсмин, зелпе ағасы, үләнсел үҫемлектәр); борсаҡ кебләһе (Acyrthosipphon pisum) — ҡуҙаҡлы культуралар ҡортотҡосо (люцерна, клевер, борсаҡ, вика һ.б.); ҡыяҡлылар кебләһенең төрлө төрҙәре  — ауыл хужалығы үҫәмлектәре ҡоротҡостары (үҫемлектәрҙең зарарланған өлөшө һарғая, бөтөрөлә һәм үлә). Кебләләр менән көрәш саралары: культураға кебләләргә бирешмәүсе сорттарҙы керетеү, үҫемлектәрҙе инсектицидтар менән эшкәртеү, ҡуҙаҡлыларҙы иртә сәсеү, агротехник саралар.

  1. Русско-башкирский словарь по пчеловодству (Г.Д.Зайнуллина, 2001)
  • Ивановская О. И. Тли Западной Сибири. Часть 2. Новосибирск: Наука, 1977. С. 34-35.