Эстәлеккә күсергә

Муллағәләмов Марат Сабит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муллағәләмов Марат Сабит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 7 ноябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Сермән ауылы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 ғинуар 2026({{padleft:2026|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән, инженер, партия эшмәкәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Муллағәләмов Марат Сабит улы (рус. Марат Сабитович Муллагалямов; 7 ноябрь 1930 йыл) — совет хужалыҡ, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән[1]

Марат Сабит улы Муллағәләмов 1930 йылда Башҡорт АССР-ының Белорет районы Сермән ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1953 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған, инженер-механик.

1953—1962 йылдарҙа — Өфөләге 20-се п/й ойошмаһының (Өфө моторҙар эшләү заводы) өлкән механигы, инженер-тикшеренеүсеһе.

1962—1965 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында, КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетында, партия эшендә мәшғүл.

1965—1979 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1979—1986 йылдарҙа — БАССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.

1986—1990 йылдарҙа — «Башнефть» производство берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары.

1990—1991 йылдарҙа — инженер, Йемен Республикаһы[2][3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биш саҡырылыш Башҡорт АССР-ының Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1996 йылдан 2015 йылға тиклем — һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (өс мәртәбә)
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Алты миҙал
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» билдәһе
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡты социаль яҡлау буйынса атҡаҙанған хеҙмәткәре
  • «Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы» исеме[5]
  • «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн» Почет билдәһе[6]

Атаһы — Сабит Муллағәләм улы Муллағәләмов — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Ҡатыны Наирә Шаһиәхмәт ҡыҙы Муллағәлләмова 1988 йылда вафат. Ул БАССР Госпланы Президиумы Рәйесе, сәйәси репрессия ҡорбаны Шаһиәхмәт Дауытовтың ҡыҙы булған. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[7].