Эстәлеккә күсергә

Мухранбатони һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мухранбатони һарайы
Нигеҙләү датаһы 1873
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Карта
 Мухранбатони һарайы Викимилектә

Мухранбатони һарайы — Мцхета муниципалитетының Мухрани ауылындағы архитектура ҡомартҡыһы. XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән. Айырым йорт бай грузинға, Рәсәй армияһының генерал-лейтенанты Иван Константинович Мухранбатониға (1809—1895 йй.) ҡарай. 1876 йылда Иван Мухранбатони Франциянан шарап белгестәрен саҡыра, улар Европа ҡағиҙәләре буйынса шарап етештереүҙе ойоштора. 1882 йылда был шарап заводы Мәскәү күргәҙмәһендә юғары наградаға — дәүләт гербына лайыҡ була. Шарап етештереү урыны һарай менән туннель аша тоташа.

Һарай кирбестән төҙөлгән. Тыштан штукатурланған. Бейек цоколдә тора. Һарай залы төньяҡта ярым түңәрәк апсидаға эйә. Һарайҙың көнсығыш, көнбайыш һәм төньяҡ яҡтарында өҫтәмә инеү урындары бар.

Фасадындағы тәҙрәләр ике ҡатта урынлашҡан. Һарайҙың ҡыйығы еҙ тимер менән ҡапланған. Мухранбатони һарайы 2006 йылда, Грузия президентының указына ярашлы дәүләт әһәмиәтендәге мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә индерелә[1].

  1. საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ