Эстәлеккә күсергә

Мырҙағолов Шәһит Һиҙиәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мырҙағолов Шәһит Һиҙиәт улы (15 февраль 1915 йыл) — ауыл хужалығы эшсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Мырҙағолов Шәһит Һиҙиәт улы 1915 йылдың 15 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Үҙ алдына уҡып, өс класлыҡ мәктәп программаһын үтәй. 1937 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Өс йыл авиация часендә ашнаҡсы булып хеҙмәт итә. 1940 йылдың ноябрендә демобилизациялана, күп тә тормай, һуғыш башланып китә.

1941 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армияға яңынан алына. Дүрт ай буйына 97-се запас полк мәктәбендә ашнаҡсы һөнәренә уҡый. Полк мәктәбен тамамлағас, Карелия фронтының 363-сө уҡсылар полкына ебәрелә[1]. Мурманск һәм Ленинград өлкәләрендәге бик күп ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша.

Юлбашсының маҡтау һүҙҙәре һалдат өсөн иң бөйөк награда булып һаналған. Карелия фронты командующийы армия генералы Мерецков менән Головкоға рәхмәт хаты яҙылған Сталиндың бойороғон бөтә һалдаттарға ла тараталар. Рәхмәт хатының 1944 йылдың 15 октябрендәге күсермәһе Шәһит Мырҙағоловҡа ла бирелгән.

Һалдат 1945 йылдың 15 октәбрендә тыуған ауылына ҡайта. Һуғышҡа киткәндә тыумай ҡалған улы Ғаяз инде йүгереп йөрөй. 1946 йылда Сара исемле ҡыҙҙары тыуа. Байназар ауылында етем ҡалған балалар өсөн балалар йорто асыла. Күмәк кешегә өйҙән икмәк ташып өлгөртә алмайҙар, шуға күрә икмәк бешереүсе итеп Шәһит Мырҙағоловты саҡыралар. Ауыл ерендә был ирҙәр өсөн ят һөнәр булһа ла, армияла һалдаттарға бешереп өйрәнгән кеше, бында ла һынатмаҫ,тип иҫәпләйҙәр. Байтаҡ йылдар Шәһит Мырҙағолов икмәк бешереүсе булып эшләй, һуңынан колхозда төрлө эштәр башҡара.

  • 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены
  • «Поляр түңәрәгенең аръяғын обороналау» миҙалы (5.12.1944).