Мырҙағәлин Радмир Дамир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мырҙағәлин Радмир Дамир улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 23 февраль 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы, Мерәҫ ауыл Советы, Бәхтегәрәй ауылы
Һөнәр төрө тележурналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Мырҙағәлин Радмир Дамир улы (23 февраль 1958 йыл) — тележурналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1986)[1]. Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1993)[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Радмир Дамир улы Мырҙағәлин 1958 йылдың 23 февралендә БАССР-ҙың Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылында тыуған. 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында эш башлай, бында эшләгән дәүерендә төрлө вазифалар биләй, профессиональ һәм ижади яҡтан үҫешә: 1986 йылдан — өлкән мөхәррир, 1992 йылдан — ижади берекмә етәксеһе, 1999 йылдан — ТВ мәғлүмәт программаларының баш белгес координаторы, 2000 йылдан мәғлүмәт музыкаль радиотапшырыуҙар программаһының баш мөхәррире. 2002 йылдан алып «Башҡортостан» ТРК ДУП-ында: мәғлүмәт музыкаль радиотапшырыуҙар программаһының баш мөхәррире, 2003 йылдан — реклама мәғлүмәт үҙәгенең баш белгесе[1].

2007 йылда «Век» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә (Өфө) бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Радмир Мырҙағәлин ижтимағи-сәйәси һәм социаль темаларға телевизион тапшырыуҙар авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)

Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1993)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мырҙағәлин Радмир Дамир улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Лауреаты премии Ш. Худайбердина