Мәжлес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәжлес
Ил  Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре[1]
 Сәғүд Ғәрәбстаны[1]
 Оман[1]
 Катар[1]
Статус нематериального культурного наследия Представительный список нематериального культурного наследия человечества[d][1]
Тасуирлау биттәре ich.unesco.org/en/RL/010…
ich.unesco.org/fr/RL/010…
ich.unesco.org/es/RL/010…
Вики-проект WikiProject Intangible Cultural Heritage[d]
 Мәжлес Викимилектә
Үзбәкстан Республикаһы Юғары Мәжлесе бинаһы

Мәжлес (ғәр. مجلس‎ — Majlis) — һүҙмә-һүҙ йыйылыш; рус. Меджли́с или маджли́с) — ҡайһы бер илдәрҙә (башлыса мосолман халыҡтарында) ҡануниәт-вәкәләтле органдың атамаһы (парламент), шулай уҡ ғөмүмән Халыҡ йыйылышы.

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Термин ислам донъяһы менән тел йәки мәҙәни бәйләнештәре булған илдәрҙә административ, социаль йәки дини булһын, дөйөм мәнфәғәттәре булған төркөмдәр араһында төрлө типтағы махсус йыйылыштарҙы тасуирлау өсөн файҙаланыла.

Мәжлес шулай уҡ закондар сығарыу органына ҡарай ала һәм ислам мәҙәниәте өҫтөнлөк иткән ҡайһы бер дәүләттәрҙәге закондар сығарыу советтары йәки йыйылыштар атамаһында ҡулланыла[2]

«Мәжлес» термины шулай уҡ ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән һәм күңел асҡан айырым урынды билдәләү өсөн ҡулланыла[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исламға тиклемге Ғәрәбстанда Мәжлес ҡәбиләләр советы була, унда ир-егеттәр дөйөм мәнфәғәт тыуҙырған ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнаша[4]. Советҡа юлбашсы (шәйех) етәкселек итә[5]. Хаҡ хәлифәт идара итеү осоронда «Мәжлес-әш-Шура» ойошторола. Мәжлес ул саҡта яңы хәлифә һайларға тейеш була. Әбү-л-Хәсән әл-Мәүәрди бәйән итеүенсә, мәжлес ағзалары өс шартты үтәргә тейеш була: улар ғәҙел булырға тейеш, яҡшы хәлифәне насар хәлифәнән айырырлыҡ белемгә эйә булырға тейеш, һәм иң яҡшы хәлифәне һайлар өсөн етерлек ғаҡылға һәм фекерләүгә эйә булырға тейеш[6].

Ғәмәлдәге мәжлестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парламент булараҡ дәүләт мәжлестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемлектә исемдәрендә мәжлес термины булған дәүләт парламенттары күрһәтелгән.

Милли мәжлестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемлектә милли конгрестар һәм йәмғиәттәр күрһәтелгән, уларҙың исемдәрендә мәжлес термины бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Representative List of the Intangible Cultural Heritage of Humanity, Liste représentative du patrimoine culturel immatériel de l’humanité, Lista Representativa del Patrimonio Cultural Inmaterial de la Humanidad (ингл.)
  2. "عن المجلس". Federal National Council (2011). Дата обращения: 14 июль 2021. Архивировано 1 август 2021 года.
  3. The Majlis Of The Future. Dubai City Guide (9 ноябрь 2009). Дата обращения: 14 июль 2021.
  4. Josef W. Meri, 2005, с. 171
  5. Ludwig W. Adamec, 2001, с. 271
  6. Hamma Mirwaisi, 2019, с. 503

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]