Мәскәү хәрби-инженер училищеһы
Мәскәү хәрби-инженер училищеһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1937 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Урын | Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Калининград |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1960 |
Рәсми сайт | mviu60.3dn.ru |
Мәскәү хәрби-инженер училищеһы — СССР Ҡораллы Көстәренең РККА Баш хәрби-инженер идаралығы хәрби училищеһы.
Ҡыҫҡартылған атамаһы— МВИУ.
Ҡыҙыл Армия өсөн белгестәр әҙерләүҙең тәүге хәрби-инженер курстары 1919 йылда Сергиев Посад ҡалаһында ойошторола. Мәскәүгә күскәндән һуң улар Мәскәү хәрби-инженер мәктәбе тип атала башлай. 1932 йылда мәктәпте Ленинград ҡалаһында күсерәләр, унда Ленинград Ҡыҙыл Байраҡ хәрби-инженер училищеһы асыла һәм мәскәүҙә лә шундай уҡ училище асыу тураһында ҡарар ҡылына — Мәскәү хәрби-инженер училищеһы (МВИУ). Училище РККА Баш хәрби-инженер идаралығының уҡыу йорттары иҫәбенә инә, уларҙа Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән СССР-ҙың оборона халыҡ комиссары И. Сталиндың бойороғо буйынса инженер ғәскәрҙәре өсөн кадрҙар әҙерләү йәйелдерелә[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылдың октябрендә Н. И. Кокуев етәкселегендә училище урынлаштырылып бөтә һәм Мәскәү, Ярославль шоссеһы, 32 адресы буйынса бинала дәрестәр башлана[2].
1939 йылдың сентябрендә училище Мәскәү өлкәһе Болшево ҡасабаһына махсус төҙөлгән хәрби ҡаласыҡҡа күсерелә. Совет-фин һуғышы башланыу менән бәйле МВИУ -ла ваҡытынан алда сығарылыштар башҡарыла һәм белгестәрҙе камиллаштырыу буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы йыйымдар ойошторола.
1940 йылдың апрель-майында СССР-ҙа фин кампанияһы тәжрибәһен дөйөмләштереү өсөн Баш хәрби совет комиссиялары ойошторола. Инженер ғәскәрҙәр буйынса комиссия эше һөҙөмтәләре буйынса хәрби-инженер училищеларында уҡыу ваҡытын 3 йылға тиклем арттырырға тәҡдим ителә, ә Хәрби-инженер училищеларында тейешле белемгә һәм тәжрибәгә эйә командирҙар комсоставвазифаларына йәлеп ителергә тейеш[3]. МВИУ уҡытыусылар составы В. В. Куйбышев исемендәге Ҡыҙыл Армияның Хәрби-инженер академияһын тамамлаусылары менән тулылана.
Хәрби инженерҙар әҙерләү тәжрибәһенә Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән кире ҡайтырға тура килә. 1941 йылдың июнь айынан алып аҙағына тиклем училищела 6 сығарылыш була[~ 1].
Немец ғәскәрҙәре Мәскәүгә һөжүм иткән саҡта уҡытыу процесын туҡтатмаҫ өсөн, училище ваҡытлыса (1941 йылдың октябрь аҙағында) Минзәлә ҡалаһына күсерелә. Әммә 1942 йылдың апрель айында уҡ уҡытыу Болшевола яңыртыла. Бөтәһе һуғыш йылдарныда МВИУ-ла 38 сығарылыш үткәрелә.
Юғары башкомандование Ставкаһы ғәмәлдәге армияла инженер ғәскәрҙәренең әһәмиәтен бик яҡшы аңлай[4] һәм шуға күрә 1942 йылдың аҙағына тиклем училище уҡытыусылары һәм комсостав фронтҡа ебәрелмәй[5].В октябре 1944 йылдың октябрендә училищеға Ҡыҙыл Байраҡ һәм СССР Юғары Советы Президиумының грамотаһы тапшырыла. Грамота тексы[6]:
Президиум Верховного Совета СССР постановил вручить Красное Знамя Московскому военно-инженерному училищу как символ воинской чести, доблести и славы, как напоминание каждому из бойцов и командиров части об их священном долге преданно служить Советской Родине, защищать её мужественно и умело, отстаивать от врага каждую пядь родной земли, не щадя своей крови и самой жизни.
Күп кенә командирҙар һәм уҡытыусылары ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Ҡыҙыл Байраҡ тапшырылғандан һуң училище Мәскәү Ҡыҙыл Байраҡ хәрби-инженер училищеһы (МКВИУ) тип үҙгәртелә.
1945 йылдың 17 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы МКВИУ-ны Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләй.
1945 йылдың 24 июнендә Мәскәү Ҡыҙыл Байраҡ хәрби-инженер училищеһының парад расчеты Еңеү парадында ҡатнаша[7].
1946 йылда училище Юғары хәрби инженер-төҙөлөш училищеһы менән берләштерелә һәм Мәскәү Ҡыҙыл байраҡ юғары хәрби-инженер училищеһы итеп үҙгәртелә һәм Ленинград өлкәһенә күсерелә. Училище территорияһы Реактив артиллерия ҡоралдары фәнни-тикшеренеү институтына тапшырыла[8].
1949 йылда училище Калининградҡа күсерелә һәм 1958 йылда Калининград Ҡыҙыл байраҡ хәрби-инженер училищеһы (ККВИУ) тип исемләнә башлай.
1960 йылда училище тарҡатыла.
Начальниктары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Варваркин Александр Николаевич, полковник, (1938—1941)
— Ермолаев Павел Александрович, генерал-майор, (1942—1946)
— Сысоев Евгений Владимирович, генерал-майор, (1946—1947)
— Новиков Павел Федорович, генерал-майор, (1947 — ?)
— Егоров Андрей Георгиевич, генерал-майор, (1953—1960)
Тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Училище асылғандан алып (уның базаһында ҡыҫҡа ваҡытлы сорттарҙы иҫәпкә алып) 20 меңдән ашыу инженер хеҙмәте белгесе әҙерләнгән. Училищены тамамлаған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар араһында 34 Советтар Союзы Геройы бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Приказ № 0356 20 сентября 1941 г.
- ↑ Калининградское Краснознамённое военно-инженерное училище .
- ↑ Предложения по инженерным войскам комиссии ГВС КА по обобщению опыта финской кампании — РГВА. Ф. 4. Оп. 14. Д. 2737. Л. 104—112
- ↑ Приказ ставки Верховного Главнокомандования № 0450 от 28.11.1941 .
- ↑ Инженер-капитан Фукс И.И.
- ↑ Краснознамённое училище .
- ↑ Парад Победы 24 июня 1945 года. Список командиров частей на Параде Победы
- ↑ Забытое училище .
- Комментарийҙар
- ↑ В соответствии с данными директивы Генерального штаба от 1962 г. № 203354 (О правильном толковании участия в боевых действиях в 1941—1945 гг.)в начальный период Великой Отечественной войны с 10-го по 24-е октября 1941 года и с 22-го апреля по 18-е ноября 1942 года МВИУ в полном составе участвовало в обороне Москвы.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Очерк истории Калининградского высшего военно-инженерного командного ордена Ленина Краснознаменного училища им. А. А. Жданова / Гл. ред. Анищенко И. П. — М.: Воениздат, 1968
- Цирлин А. Д., Бирюков П. И., Истомин В. П., Федосеев Е. Н. Инженерные войска в боях за Советскую Родину — М.: Воениздат, 1970
- Военный энциклопедический словарь инженерных войск — М.: ВИА, 2004