Мәхмүзә (йыр)
Мәхмүзә | |
Сәнғәт формаһы | халыҡ йыры |
---|---|
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1991 |
Мәхмүзә (йыр) (урыҫ. Махмуза (песня) — нахаҡҡа ғәйепләнеп һөргөнгә ебәрелгән иренән ҡалмайынса, һөйгән йәре артынан һөргөнгә киткән батыр йәш ҡатын Мәхмүзә тураһындағы йыр[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыр 1840 йылдарҙа булған ваҡиғаға арнала. Алсынбай ауылынан (хәҙерге Әбйәлил районы) Сафа ҡарттың Мәхмүзә исемле ҡыҙы бик яратып ярлы ғына көтөүсе егеткә кейәүгә сыға. Эшлекле, һылыу ҡыҙҙың был ҡарары байҙарға оҡшамай, шуға ла улар, көтөү малдарын урлаған, тигән нахаҡ бәлә тағып, Мәхмүзәнең ирен һөргөнгә ебәрәләр. Ҡыйыу йәш ҡатын (уны «башҡорт декабристкаһы» тип тә атап булалыр) ире менән бергә һөргөндә киткән мәлдә уның ире, үҙҙәренең аяныслы яҙмышы тураһында йыр сығарып, оҙатырға йыйылған халыҡ алдында йырлай[1].
Йырҙы башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был йырҙы 1991 йылдың июнь айында Хәйбулла районында мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың 100 йыллығына арналған байрамда Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан 74 йәшлек уҡытыусы Сафин Мөхтәр Сафый улы башҡара, өҫтәүенә тарихын да һөйләп ишеттерә. Юлай Ғәйнетдинов билдләүенсә, йырҙың көйө 1894 йылда музыка белгесе Сергей Рыбаков ҡурайсы Мәғәфүр Ҡараҡаев башҡарыуында яҙып алған «Мәхмүзә» көйөнә тап килә[1].
Йырҙы Мөхтәр Сафиндың ҡатыны Шәмсиә Мофәззалова Әбйәлил районы Алсынбай ауылында йәшәгән өс туған ағаһы 78 йәшлек Хажмөхәмәт Солтановтан магит таҫмаһына яҙҙырған була[1].
Йырҙың тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Елһеҙ генә көндә елп-елп итә
- Суртанды ла күлдең тирәге.
- Йәшлек кенә менән белмәгәнмен
- Дуҫ-иш икән донъя кәрәге.
- Алтын ғына һарай, быяла тәҙрә
- Шәм шөғләһе төшөр битеңә.
- Илама ла, йәнейем, әй Мәхмүзә,
- Тыуған илең төшөр иҫеңә.
- Зәлек йылғаһының буйҙарында
- Үҫәр микән бер саҡ ҡуйы һаҙ.
- Дуҫ-иштәрем күп тип йөрөгәйнем —
- Дошмандарым күберәк, дуҫ-иш аҙ.
- Зәбер күләүеге шау муйылдыҡ
- Сыбал ғына буйы һары тал.
- Әллә генә күрәм, әллә лә юҡ,
- Атаҡайым, сығып ҡарап ҡал.
- Себерҙәргә сығып киткән саҡта
- Бер ҡараным артҡа ҡайырылып.
- Ҡарамаҫ та инем, ай, ҡайырылып,
- Тыуған илем ҡалды айырылып.
- Иртәнсәккәй тороп, йүгереп мендем
- Себеш кенә тауының биленә.
- Иҫән генә булһаҡ, беҙ ҡайтрбыҙ
- Тыуып ҡына үҫкән илемә.
- Себер еркәйҙәре, әй, ер түгел
- Кәкүк тә генә саҡрар ил түгел.
- Себер ерҙәрендә йөрөһәм дә,
- Хур булыр ҙа иркәй мин түгел.
- Һыйырүлгән тауҙың битләүендә
- Байҙың йылҡыларын көттөм мин.
- Ялған бәләләрҙе яғып миңә
- Себер ерҙәренә киттем мин.
- Суртанды ла буйы өс өйрәк
- Һауаларға осмай шаңҡымай.
- Тыуған ғына ерем Себер түгел,
- Тыуған ауылым минең Алсынбай.
- Алыҫтарҙан күгәреп күренеп ята
- Урал тауҙарының үңере.
- Себер һөргөнөндә үтәр микән
- Ир-егеткәйҙәрҙең ғүмере.
- Сусаҡ тауҡайының ауылында
- Бер ҡош һайрай ҡанат ҡағынып.
- Ошо йырҙарымды мин сығарҙым
- Тыуған илкәйемде һағынып[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82_%D1%85%D0%B0%D0%BB%D1%8B%D2%A1_%D0%B9%D1%8B%D1%80%D2%99%D0%B0%D1%80%D1%8B
- https://ba.wikipedia.org/wiki/%D2%BA%D3%A9%D1%80%D0%B3%D3%A9%D0%BD%D0%B4%D3%99
- https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D0%B5%D0%B1%D0%B5%D1%80
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ю. И. Ғәйнетдинов. Ҡурай һәм ҡурайсылар.Өфө: Матбуғат донъяһы. 2011.448 бит. Т. 500 экз./ISBN 978-5-9613-0170-0
- Ю. И. Ғәйнетдинов. «Мәхмүзә». «Башҡортостан». 6.03.91.