Эстәлеккә күсергә

Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 23 декабрь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Аҙнаҡай районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d]
Вафат булған көнө 10 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (36 йәш)

Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы (23 декабрь 1901 йыл, Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе (Татарстандың Аҙнаҡай районы) Түбән Аҡа ауылы — 10 июль 1938 йыл, Өфө) — башҡорт һәм татар актёры, режиссёр.

Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбендә белем ала.

1917—21 йылдарҙа төрлө күсмә шәхси театрҙарҙа ҡатнаша, 5-се армия сәйәси бүлеге янындағы ҡыҙылармеецтар театры, Өфө дәүләт татар-башҡорт үрнәк театры актёры. 1922 йылдан алып Үҙәк театр сәнғәте техникумында (Мәскәү) уҡый, бер үк ваҡытта Мәскәү үҙәк татар эшсе театрында эшләй, 1926-37 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһының театр бүлегендә уҡыта һәм уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире була, бер үк ваҡытта 1930 йылдан алып Башҡорт академия театры актёры, режиссеры, 1933 йылдан — художество етәксеһе.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы башҡорт театры тарихына милли сәхнә реформаторы булараҡ ингән: К. С. Станиславскийҙың художество принциптарын хуплап, профессиональ театр мәҙәниәте, актёр оҫталыгы үҫешенә булышлыҡ итә, театрҙың репертуарын, репетицияләр үткәреү процессын үҙгәртә. Төп рольдәре: Исмәғил, Шаймаҡ («Янғура»), Ғәлим («Алатау»; икеһе лә — А. М. Таһиров), Исмәғил («Ғәлиәбаныу»), Отелло (У.Шекспирҙың шул уҡ исемле пьесаһы) һ.б. Режсер булараҡ, башлыса классиктар әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡуяъ: Ф.Шиллерҙың «Юлбаҫарҙар» («Разбойники»; дебют, 1928) һәм «Мәкер һәм мөхәббәт» («Коварство и любовь»), Лопе де Веганың «Һарыҡ шишмәһе» («Овечий источник»), Н. В. Гоголдең «Тикшереүсе» («Ревизор»), А. С. Пушкиндың «Борис Годунов», А. Н. Островскийҙың «Төшөмлө урын» («Доходное место») спектаклдәре. Совет драматургтары Таһировтың «Алатау» һәм «Сибиряк Ғилман», С. М. Мифтаховтың «Пандар илендә», Н.Иҫәнбәттең «Портфель», Г.Хәмиттең «Һинд ҡыҙы», Г. Я. Кобецтың «Гута», Ш. Х. Усмановтың «Һуңлаған фарман, йәки вәлидовсылыҡ» спектаклдәре. Уҡыусылары араһында Г. Б. Абызгилдина, З. И. Бикбулатова (хатыны), Т. М. Бикташева, В. Г. Галимов, З. Г. Игдәүләтов, Б. Г. Имашев. Репрессиялана (1937), атып үлтерелә (1938). 1957 йылда аҡлана.