Мөхәммәд мәсете
Мәсет | |
Ил | Әзербайжан |
Ҡала | Баку |
Адресы | Сабаил районы, Мирза Мансур ур., 42 |
Архитектор | Абу-Бекр улы Мөхәммәт |
Төҙөлөү датаһы | 1078—1079 |
Манаралар һаны | 1 |
Торошо | ғәмәлдә |
Сайт | icherisheher.gov.az |
Мәсет Викимилектә |
Мөхәммәт мәсете (әзерб. Məhəmməd məscidi), Һыныҡ-ҡала исеме бар (әзерб. Sınıqqala məscidi — «емерелгән ҡала»[1]) — Әзербайжанда Баҡы ҡалаһының тарихи урыны Ичери-шәһәрҙә урынлашҡан XI быуат мәсете.
Мәсеттең «Сынык-кала» исеме адмирал Матюшкин етәкселегендә 1723 йылда, 15 караптан торған, Рәсәй эскадрильяһының Фарсы походынан һуң ҡалған. Урыҫ эскадрильяһы диңгеҙ яғынан килеп, ҡалаға бирелергә тигән ультиматум яһай. Ультиматум кире ҡағылғас урыҫ караптары ҡаланы бомбаға тота. Бер снаряд мәсет манараһын емерә. [2][3]. Шул ваҡытта көслө ел сығып, елкәнле караптарҙы диңгеҙгә алып китә. Ҡала халҡы был күренеште илбаҫарҙарға Аллаһ язаһы тип ҡабул итә. Шул ваҡиғанан бирле, XIX быуат уртаһына тиклем, ҡаршылык символы булараҡ, мәсет манараһы төҙәтелмәй [4]. Әзербайжанда был боронғо яҙмаһы һакланған беренсе ислам ҡоролмаһы[1]. Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә мәсет Шах мәсете тип билдәләнә [5].
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишек янында ғәрәп телендә яҙма һаҡланған. Унда 471 һижрә йылда (1078/79) мәсетте Әбү Бәкр улы Мөхәммәт төҙөгән, тип яҙылған.[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Л. С. Бретеницкий, Б. В. Веймарн. Искусство Азербайджана IV—XVIII веков. — М.: Искусство. — С. 44.
- ↑ И. П. Щеблыкин. Архитектурные памятники эпохи Низами в Азербайджане // Известия Академии наук СССР. — Издательство Академии наук СССР. — № 1. — С. 60.
- ↑ С. А. Ашурбейли. История города Баку. — Б.: Азернешр. — С. 146. — ISBN 5-552-00479-5.
- ↑ Управление государственного историко-архитектурного заповедника Ичери-Шехер. Памятники Мирового значения. 2011 йыл 17 март архивланған.
- ↑ Баҡы, губерна ҡалаһы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был мәсет тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |