Эстәлеккә күсергә

Илбаев Мөхәмәт Исмәғил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөхәмәт Илбаев битенән йүнәлтелде)
Илбаев Мөхәмәт Исмәғил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 март 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Мөхәмәтйән, Абҙан ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 апрель 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Күмертау, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө зоотехник, шағир
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Илбаев Мөхәмәт Исмәғил улы (13 март 1939 йыл — 21 апрель 2015 йыл) — ауыл хужалығы белгесе, шағир. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Мөхәмәт Исмәғил улы Илбаев 1939 йылдың 13 мартында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Мөхәмәтйән ауылында тыуған.

Абзан урта мәктәбен тамамлағас, колхозда эш башлай. 1959—1964 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында зоотехник һөнәренә уҡып сыҡҡас, колхоз-совхоздарҙа эшләй. Күмертауҙағы район-ара тоҡомсолоҡ станцияһында баш зоотехник була. Станция бөтөрөлгәс, «Башкируголь» берекмәһенең тәьминәт бүлегендә эшләй.

2015 йылдың 21 апрелендә Күмертау ҡалаһында вафат була, тыуған ауылы Мөхәмәтйәндә ерләнгән

Мөхәмәт Илбаев, белеме буйынса мал хужалығы белгесе булһа ла, ХХ быуаттың 60-сы йылдарында әҙәбиәткә шағирлыҡ таланты менән юл ярып килеп инде. Уның 1968 йылда баҫылып сыҡҡан «Ерҙәр күрҙем» исемле тәүге шиғри йыйынтығы башҡорт шиғриәтенә талантлы ҡәләм эйәһе килеүен хәбәр итте. Артабанғы йылдарҙа уның ижады «Эскән һыуҙар» (2009) китабында үҫеш тапты. «Ҡорҙар йыры» (2012) китабына балалар өсөн шиғырҙары, шиғри хикәйәһе һәм поэмаһы тупланған. Уның был йыйынтығында Башҡортостан халҡының үткән тарихы, бөгөнгөһө һәм хәүефле киләсәге лә сағыла.

Мөхәмәт Илбаев поэтик әҫәрҙәрендә башҡорт теленең нескәлектәрен, күркәмлеген оҫта ижади файҙаланды, шул ерлектә башҡорт шиғриәтен байытты.

  • Ерҙәр күрҙем: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1968.
  • Тамғалар: Шиғри йыйынтыҡ— Өфө: Китап, 2001. — 157-190 б.
  • Эскән һыуҙар: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2009. — 112 б.
  • Ҡорҙар йыры: Шиғырҙар, шиғри хикәйә, поэма. — Өфө: Китап, 2012.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2019)