Мөғжизәле урман
Мөғжизәле урман | |
Атамаһы | Čudesna šuma |
---|---|
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Шляпа чародея[d] |
Сәнғәт формаһы | полнометражный фильм[d] |
Жанр | фэнтезийный фильм[d][1], детский фильм[d], семейный фильм[d], Драма һәм фэнтези[d] |
Ил |
Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d] Америка Ҡушма Штаттары[2] |
Әҫәр яҙылған тел | Серб-хорват теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1986 |
Режиссёр | Милан Блажекович[d] |
Сценарист | Sunčana Škrinjarić[d] |
Актёр озвучивания | Josip Bobi Marotti[d] |
Композитор |
Живан Цвиткович[d] Арсен Дедич[d] |
Етештереүсе компания | Кроатия-фильм[d] |
Оҙайлылыҡ | 83 Минут |
Етештереү ысулы | рисованная анимация[d] |
«Мөғжизәле урман» (хорв. Čudesna šuma) — тулы метражлы анимацион фильм, 1986 йыл, хорват аниматоры Милан Блажекович эше. Югославияла эшләнгән киң танылыу алған мультфильмдарҙың береһе. Югославияның «Croatia films» компанияһы һәм «Fantasy Forest» американ компанияһы сығарған. Урыҫ теленә тәржемә ителгән һәм СССР-ҙа ла күрһәтелгән.
Хорват яҙыусыһы Сунцана Шкриньяричтың балалар өсөн яҙылған китабы мультфильм итеп төшөрөлгән. 1990 йылда уның дауамы — «Тылсымсы эшләпәһе» төшөрөлә.
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәссам Палитра пейзаждар яҙыу өсөн матур бер урманға килә. Бер аҙ ял итеп алырға теләп, ул Тылсымлы Имән төбөндә йоҡлап китә. Ошо имән уға урманда йшәүселәрҙең телен аңлау һәләтен, ә уның бумалаһына ғәжәйеп бер көс бирә. Оҙаҡламай үҙенең яңы дуҫтары-йәнлектәрҙән был урманда тәү ҡарашҡа ғына бөтәһе лә тыныс һәм яҡшы икәнлеген, ғәмәлдә бында йәшәүселәрҙе ҡанһыҙ һәм мәкерле Кактус батша һәм уның ҡоралланған алебардалары яфалауын белә.
Ә был ваҡытта Кактус Палитраның урманға килеүе, шулай уҡ, күрәҙәсе Репьяның юрауы буйынса, рәссам арҡаһында уның үҙ власын юғалтасағы тураһында белеп ҡала. Рәссамдан нисек тә булһа ҡотолорға теләп, Кактус тәүҙә уны үҙенең һарайына төшкө ашҡа саҡыра. Ләкин рәссам, терпеләр ғаиләһенең кәңәшен тотоп, төшкө ашҡа бармай. Ул сағында яуыз батша урманды, ә уның менән бергә уға ҡурҡыныс менән янаусыларҙы ла юҡҡа сығарырға теләй. Ул алебардылар армияһын ебәрә һәм үҙенең мәкере менән тәүҙә Утты асыуландыра, ә был иһә урман янғынына килтерә. Артабан Һыу эйәһен асыуландырып, урманға ташҡын һыуҙарын килтерә.
Әммә рәссам һәм уның яңы дуҫтары — Ослотеш исемле ҡондоҙ, терпеләр ғаиләһе, айыу-ауыр атлетика ветераны Матэ һәм төлкө Лили тырышлығы, шулай уҡ тылсымлы бумала көсө менән батшаның мәкерле ниәте селпәрәмә килә. Ул сағында Кактус урманды үҙенең гигант машинаһы ярҙамында ваҡларға ҡарар итә. Палитра урманды ҡотҡарыу өсөн уға ни бары бер төн генә ҡалыуын белеп ҡала, сөнки иртәнсәк тылсым юҡҡа сығасаҡ, һәм ул Мөғжизәле урманды ҡотҡара алмаясаҡ.
Улар батша хеҙмәтсеһе тылсымсы Таяҡты осраталар, әмиренән ул да ҡурҡып йәшәй икән. Унан бер сер белеп ҡалалар: бер тапҡыр ҙа сәскә атмағанға күрә Кактус бик яуыз икән. Дуҫтар тылсымсы ярҙамы менән тылсымлы эсемлек әҙерләй, уны эскәс тә император сәскә атасаҡ. Алебардылар Таяҡты урлап алып китәләр. Бик аҙ ғына ваҡыт ҡала — тиҙҙән тылсым юҡҡа сығасаҡ, ваҡлатыу машинаһы эшләй башлаясаҡ, ә батша йәлләте — ғәйәт ҙур тимер кеше тылсымсыны язалаясаҡ. Ләкин бергәләп тырышҡас, урмандағы дуҫтары менән рәссам замокка инә һәм Кактусҡа тылсымлы эсемлекте эсереүгә өлгәшә.
Кактус сәскә ата һәм мөләйем сәскәгә әүерелә, ә урманға ҡайтанан тыныслыҡ урынлаша. Шулай итеп тылсым тамамлана, һәм рәссамға дуҫтары менән айрылышырға ла ваҡыт.