Назаров Павел Степанович
Назаров Павел Степанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1890 |
Тыуған урыны | Ырымбур, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1942 |
Вафат булған урыны | Йоханнесбург, Трансвааль[d], Южно-Африканский Союз[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | геолог |
Назаров Павел Степанович (1890, Ырымбур — 1942, Йоханнесбург, Трансвааль[d]) — Рәсәй геологы һәм яҙыусыһы, Граждандар һуғышында аҡтар яғында ҡатнашыусы һәм Урта Азияла большевиктар хакимлығын ҡолатыу маҡсатын ҡуйған Төркөстан хәрби ойошмаһы хәрәкәте лидерҙарының береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Назаров Павел Степанович Ырымбурҙа яҡынса 1863 йылда, ҡала башлығы һәм тау заводсыһы ғаиләһендә тыуа. 1892 йылда ата-әсәһе менән бергә Ташкентта йәшәй. Мәскәү университетында геологҡа уҡый, Ташкентҡа ҡайта һәм 1918 йылда Төркөстан хәрби ойошмаһының ағзаһы булараҡ большевиктарға ҡаршы йәшерен хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша, һәм — фараздар буйынса — уның етәкселәренең береһе була. 1918 йылдың октябрендә ҡулға алына. 1919 йылдың ғинуарында Ташкентта большевиктарға ҡаршы ихтилал ваҡытында төрмәнән баш күтәреүселәр ярҙамында азат ителә. Ихтилал еңелгәндән һуң, 1920 йыл башында Ташкенттан ҡаса һәм тауҙар аша Ҡытайҙың Кашгар провинцияһына килә. Үҙенең ҡасыуын инглиз телдәренә тәржемә ителгән һәм 1932 йылда баҫыла Hunted through Central Asia китабында һүрәтләй.
Кашгарҙа П. С. Назаров Ҡытай һәм Британия властары менән хеҙмәттәшлек итә, әммә 1924 йылдың авгусында, Ҡытай хөкүмәте совет Рәсәйен танығандан һуң, Гималай аша Кашмирға һәм артабан Британия Һиндостанына сыға. Назаров был сәйәхәтен инглиз телдәренә тәржемә ителгән һәм 1935 йылда сыҡҡан Moved On! From Kashgar To Kashmir китабында яҙа. Һуңыраҡ, геолог булараҡ эш эҙләп Лондонға күсенә. Аҙаҡ Экваториаль Африкала (Ангола) эшләй, һуңынан Көньяҡ Африкала төпләнә, 1942 йылда Йоханнесбургта вафат була.
П. С. Назаров Надежда Алексеевна Горбуноваға өйләнә (1882 йылдар тирәһе — 1957, Ташкент); ҡатыны Ташкент зыяратында ерләгән. Уның ағаһы, Михаил Алексеевич Горбунов Төркөстан хөкүмәтендә һәм совет власы йылдарында Урта Азияла мөһим вазифалар биләй.
Назаров һәм Башҡортостан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1893 йылда Тәбиғәтте, Антропологияны һәм Этнографияны яратыусыларҙың император йәмғиәте Павел Назаровты башҡорттарҙың антропологияһы буйынса хеҙмәттәре өсөн А. П. Разцветов исемендәге алтын миҙал менән бүләкләй.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Hunted through Central Asia, Paul Nazaroff, 1932.
- Moved On!, Paul Nazaroff, 1935.
- Kapchigai defile: the journal of Paul Nazaroff, Paul Nazaroff, 1980.
- Kuh-i-Sim: The Treasure of Turkestan. Blackwood’s magazine. August 1929, p. 184—196.
- What are the Zimbabwe Ruins? The solution of their secret.", Extract from: Blackwood’s magazine, June 1931, p. 765—792.
- Древний серебряный рудникъ «Кухъ-и-Симъ» // Туркестанские ведомости. — Ташкент, 1914. — № 12.
Урыҫ телле баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылда «Раритет» нәшриәтендә (Бишкәк, Ҡырғыҙстан) урыҫ телендә 1932 йылда сыҡҡан Hunted through Central Asia китабының тәржемәһе булған «Бегство из Центральной Азии» әҫәре донъя күрә[1]. 2019 йылда уның аныҡлаштырылған версияһы «Погоня по Средней Азии» тип аталған китап булып сыға[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Назаров П. С. Поездка на Памир (Статья из периодического издания «Землеведение» Географического отделения Императорского общества любителей естествознания, антропологии и этнографии, Москва, 1896).
- Setting the East Ablaze, Peter Hopkirk, 1986.
- Назаров П. С. Погоня по Средней Азии. Побег от ленинской тайной полиции = Hunted through Central Asia / Пер. А. М. Цапенко. — воспоминания. — Ҡалып:Б. м.: Издательские решения: Ridero, 2019. — 368 с. — ISBN 978-5-4485-6886-2, УДК 82-3, ББК 84-4.(недоступная ссылка)
- Цибанов В. В., Филиппов А. Г. Горный инженер П. С. Назаров, пещера Кан-и-Гут и рудник-«призрак» Кух-и-Сим // Спелеология и спелестология: сб. мат. V межд. заочн. конф. — Набережные Челны: НИСПТР, 2014. — С. 160—168. (Перевод статьи Назарова П. С. Kuh-i-Sim: The Treasure of Turkestan. Blackwood’s magazine. August 1929; комментарии).