Фәйзуллин Нәзиф Солтан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Назиф Файзуллин битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәйзуллин Нәзиф Солтан улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 14 ғинуар 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет районы, Әзекәй ауыл советы, Аҙналы ауылы
Һөнәр төрө инженер, директор
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Фәйзуллин Нәзиф Солтан улы (14 ғинуар 1960 йыл) — инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2004 йылдан «Белорет май-сыр һәм консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Белорет район Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ‑түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәзиф Солтан улы Фәйзуллин 1960 йылдың 14 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Аҙналы ауылында тыуған.

1967 йылда тыуған ауылындағы башланғыс мәктәптә беренсе синыфына бара, артабанғы уҡыуын күрше Сермән ауылындағы урта һәм Белорет ҡалаһындағы интернат-мәктәптә дауам итә һәм урта белем тураһындағы танытманы 1977 йылда Сермән мәктәбендә ала.

Ошо уҡ йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү факультетына уҡырға инә һәм уны 1982 йылда уңышлы тамамлай.

Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген йүнәлтмә буйынса Смоленск өлкәһенең Починок районындағы Стодолище ҡала тибындағы ҡасабаһында урынлашҡан «Сельхозтехника» бүлексәһендә инженер-технолог булып башлай. 1984—1985 йылдарҙа шул уҡ өлкәнең Вязьма районы «Сельхозтехника» бүлексәһендә инженер-технолог була. 1986—1989 йылдарҙа шунда уҡ тимер юлын хеҙмәтләндергән 30-сы механикалаштырылған колоннала участка механигы вазифаһын башҡара.

1989 йылда йәш белгес тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм ике йыл Белорет районының Сермән ауыл Советы биләмәләрендә урынлашҡан Калинин исемендәге колхозда баш энергетик булып эшләй.

1991 йылда Нәзиф Фәйзуллин халыҡ депутаттарының Әзекәй ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана, 1992 йылдан 1996 йылғаса ауыл хакимиәте башлығы була.

1996—1998 йылдарҙа — Белорет районы һәм ҡалаһының хакимиәт башлығы урынбаҫары — Белорет районы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы, артабан ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм һатыу буйынса шәхси эшҡыуар.

2004 йылда Фәйзуллин Нәзиф Солтан улы «Белорет май-сыр һәм консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры итеп тәғәйенләнә һәм бөгөн дә шунда эшләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]