Эстәлеккә күсергә

Нарва һыуһаҡлағысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нарва һыуһаҡлағысы
Рәсем
Быуа Нарвская ГЭС[d]
Күлгә ҡойоусы йылғалар Нарва (йылға), Щучка[d], Черновка[d] һәм Плюсса[d]
Күлдән аҡҡан йылғалар Нарва (йылға)
Һыу йыйыу бассейны бассейн Нарвы[d]
Дәүләт  Рәсәй
 Эстония
Административ-территориаль берәмек Ленинград өлкәһе һәм Нарва[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 24 метр
Вертикаль тәрәнлеге 1,9 метр[1] һәм 9 метр[1]
Майҙан 105,87 км²[1]
Карта
 Нарва һыуһаҡлағысы Викимилектә

Нарва һыуһаҡлағысы (эст. Narva veehoidla) — Нарва йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Плюссе йылғаһындағы Һыу һаҡлағыс, күл тибына ҡарай. Рәсәй (Ленинград өлкәһе) һәм Эстония (Ида-Вирумаа уезы) сигендә урынлашҡан. Бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 24 метр.

Нарва йылғаһы улағын (максималь һыу баҫымы 25 м) быуыусы быуа (оҙонлоғо 206 м) һәм Ивангородтың көньяҡ өлөшөндә (Ленинград өлкөһе) урынлашҡан Нарва гидроузелының һыуҙы тотҡарлаусы ҡоролмалары (дөйөм оҙонлоғо 1647 м, күләме 575,5 кв. метр тупраҡ өйөмө) ярҙамында барлыҡҡа килгән. Һыуһаҡлағыс 1950—1955 йылдарҙа төҙөлгән һәм шул йылдарҙа уҡ һыу менән тултырылған.

Гидроузел ҡеүәте 125 МВТ булған Нарва ГЭС-ын үҙ эсенә ала, уның проектын Ленгидропроект институты төҙөгән.

Быуаның һәм һыуһаҡлағыстың һул яҡ яр буйы өлөшө (көнбайышы) Эстония биләмәһендә.

Һыуһаҡлағыстың майҙаны — 191,4 км², уның 150 кв. километры — Рәсәй һәм 40 км² яҡыны Эстония милкендә. Күләме — 0,365 км³ (365 млн м³), шул иҫәптән файҙалы күләме — 91 млн м³. Һыуһаҡлағыс төҙөгәндә 4030 га ауыл хужалығы ерҙәре һыу аҫтында ҡала, 742 төҙөлөш ҡоролмаһы күсерелә.

  1. 1,0 1,1 1,2 (unspecified title)