Нарышкин-Шуваловтар һарайы
Нарышкин-Шуваловтар һарайы | |
Нигеҙләү датаһы | 1790 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Урынлашҡан урамы | набережная реки Фонтанки[d] һәм Итальянская улица[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Фонтанка[d] |
Архитектура стиле | архитектура неоклассицизма[d] |
Обитатель | Музей Фаберже в Санкт-Петербурге[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Фонтанка[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Нарышкин-Шуваловтар һарайы Викимилектә |
Нарышкин-Шуваловтар һарайы — Санкт-Петербургта XIX быуат архитектураһы ҡомартҡыһы Фонтанканың Яры буйы урамы һәм Итальян урамы мөйөшөндә урынлашҡан. Бина архитектура эклетикаһы осоро өсөн типик (неоренессанс һәм һуңғы классицизм элементтарының берләшеүе)[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарай хәҙерге ҡиәфәтендә бер нисә этапта төҙөлә. Бинаның һул өлөшө 1780 йылдарҙа билдәһеҙ архитектор проекты буйынса Воронцовтар тарафынан төҙөлә. Иҫке йорттан уңдағы флигелде 1821—1822 йылдарҙа участканың яңы хужаһы Д. Л. Нарышкин (бәлки, К. И. Росси проекты буйынса) төҙөткән.
Э. Д. Нарышкин күсемһеҙ милекте үҙенең ҡустыһы Л. А. Нарышкинға һата, ул бер рәт эске бүлмәләрҙең реконструкцияһын үткәрә (архитекторы Бернар де Симон), 1844—1849 йылдарҙа бинаның ике өлөшө берҙәм фасад менән берләштерелә (архитекторы Н. Е. Ефимов)[2]
1846 йылдан һарайға Нарышкина Софья Львовна һәм уның ире Шувалов Петр Павлович хужа була, һуңынан һарай уларҙың улы һәм килененә күсә. Октябрь революцияһынан һуң 1925 йылға тиклем уны дворян көнкүреше музейы биләй.
Совет осоронда һарай күп тапҡыр үҙенең тәғәйенләнешен үҙгәртә. Унда Матбуғат йорто (обэриуттар эшмәкәрлеге усағы), Техника йорто, ә 1965 йылдан һуң — сит ил халыҡтары менән дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ йорто урынлаша[2].
2001 йылда һарай бинаһы алдында Фонтанка яр урамына төшкән урында иҫтәлекле «Блокада мәкеһе» билдәһе ҡуйыла.
2006 йылдан һарайҙа реставрация үтә. 2013 йылдың 19 ноябрендә унда рәсми рәүештә Фаберже музейы асыла. Ул Рәсәйҙә федераль масштабтағы тәүге шәхси музейға әүерелә. Пасха ювелир изделиелары һарайҙың күк ҡунаҡ бүлмәһендә урынлашҡан[3]. Башҡа залдарҙа шулай уҡ XIX быуаттың рус фарфоры, рус иконалары, һынлы сәнғәт, көмөш, таш киҫеү изделиелары, затлы әйберҙәр, мемориаль әйберҙәр коллекцияһы күргәҙмәгә ҡуйылған[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Боглачев с. в. Шувалов (Нарышкин) һарай 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ В музее Фаберже в Петербурге покажут тысячи предметов старины . Дата обращения: 15 ноябрь 2013.
- ↑ Ирина Осипова. Новые русские музеи|Фаберже и русские ювелиры в воссозданных интерьерах // Эксперт. — М., 2014. — № 29. — С. 67—68.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авгуль Л. Н., Крылова А. В. Дворец Нарышкиных-Шуваловых. — СПб: ООО "Алмаз", 1996. — 192 с. — (Знаменитые здания Санкт-Петербурга). — 5000 экз.
- Зодчие Санкт-Петербурга. XIX — начало XX века / сост. В. Г. Исаченко; ред. Ю. Артемьева, С. Прохватилова. — СПб.: Лениздат, 1998. — 1070 с. — ISBN 5-289-01586-8.
- Жерихина Е."Частные дворцы Петербурга".
- Мосякин А. Г. Жемчужное ожерелье Санкт-Петербурга. Дворцы, восставшие из пепла. СПб.: Паритет, 2014. Гл. 20. — ISBN 978-5-93437-405-2.