Водянова Наталья Михайловна
Наталья Михайловна Водянова | |
Тыуған көнө |
28 февраль 1982 (42 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Горький (хәҙер Түбәнге Новгород) ҡалаһы |
Гражданлығы | |
Тормош иптәше | |
Водянова Наталья Михайловна Викимилектә | |
Водянова Наталья Михайловна (28 февраль 1982 йыл) — супермодель, актёр һәм филантроп (мохтаждарға ярҙам итеүсе).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ната́лья Миха́йловна Водя́нова 1982 йылдың 28 фералендә Горький (хәҙер Түбәнге Новгород) ҡалаһында Лариса Викторовна Громова менән Михаил Водянов ғаиләһендә тыуған.
16 йәшендә Түбәнге Новгород ҡалаһында Евгения Чкалованың «Евгения» модель агентлығына ҡабул итәләр, бында инглиз телен әүҙем өйрәнә башлай. Мода күрһәтеү тамашаларының береһендә Наталья «Viva Model Management» мода агентлығы вәкиленән Парижға эшкә саҡырыу ала һәм бер нисә айҙан Францияның баш ҡалаһына юллана.
Артабанғы йылдарҙа подиумда Gucci, Chanel, Alexander McQueen, Christian Dior, Calvin Klein, Donna Karan, Louis Vuitton, Marc Jacobs, Ralph Lauren, Chloe, Valentino, Givenchy, Jean-Paul Gaultier, Miu Miu, Hermès, Kenzo, Viktor & Rolf, Dolce&Gabbana, Balenciaga, Yves Saint Laurent һәм башҡа модель йорттары өсөн эшләй.
Натальяның фотоһы киң билдәле мода журналдары, шул иҫәптән «Vogue», «Harper’s Bazaar», «Marie Claire», «ELLE» исемле баҫмаларҙың тышҡы биттәрендә күп тапҡырҙар донъя күрә.
L’Oreal Paris косметик маркаһының «Йөҙө» була, шулай уҡ Louis Vuitton, David Yurman, Marc Jacobs, Miss Sixty, Pepe Jeans, Diane von Fürstenberg, Chanel,Gucci, Guerlain кеүек брендтарҙың реклама кампанияларында ҡатнаша. «Pirelli» календаре өсөн дә фотоға төшә.
Иң билдәле ҡаҙаныштары һәм сығыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2016 йылда Наталья Водянова донъяның иң бай моделдәре исемлегенә инде, рейтинг буйынса ул 11-се урында[2].
- Ванкуверҙа «Sochi—2014» презентацияһында һәм 2014 йылдың февралендә Сочи Олимпиадаһын рәсми асыу тантанаһында ҡатнаша.
- 2013 йылда Дмитрий Нагиев менән бергә «Тауыш. Балалар» (русса «Голос. Дети») телешоуының алып барыусыһы була.
- 2009 йылда «Евровидение» халыҡ-ара йыр бәйгеһенең Мәскәүҙә үткән ярымфиналына Андрей Малахов менән берлектә икенсе алып барыусы итеп раҫлана.
- 2007 йылда улы Виктор тыуғандан һуң, модель карьераһын өлөшләтә ҡалдырып, үҙен ғаиләһенә һәм хәйриәлек фондына бағышларға ҡарар итә. Шулай ҙа, донъяның ҡайһы бер экс-супермоделдары кеүек, юғары гонорарҙар тәҡдим ителгән дә Наталья ла подиумға сығырға йә фотосессияла ҡатнашырға ризалаша.
- Рәсәйҙең күргәҙмәләрҙә кейем өлгөләрен күрһәтеүсе тағы ла ике манекенсыһы Анна Вьялицына һәм Евгения Володина менән Наталья Водяноваға XXI быуаттың тәүге ун йыллығында донъя кимәлендә тиңләшеүсе бөтөнләй булмай. Шуға ла был осор юғары уңышҡа өлгәшеп, ныҡлы ихтияж менән файҙаланған был өс моделдың инглизса яҙылған фамилияларының беренсе хәрефтәре менән «Өс V эпохаһы» тип атайҙар[3].
- «Sunday Times» мәғлүмәттәре буйынса, Наталья Водянова Бөйөк Британияның иң бай өс йөҙ кешеһе исемлегенә инә. Мәҫәлән, 2003 йылда ул 3,6 миллион фунт стерлинг эшләп ала.
- 2003 йылда «Calvin Klein» компанияһының рәсми «йөҙө һәм тәне» була (русса стала официальным «лицом и телом» компании Calvin Klein)
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе ире — Британия аристократы Джастин Тревор Беркли Портман, миллиардер виконт Кристофер Портмандың бер туған энеһе. 2010 йылда матбуғат баҫмаларында уларҙың тиҙҙән айырылашасағы тураһында тәүге хәбәрҙәр күренә, ә 2011 йылдың июнендә Наталья Водянова ире менән йәшәмәүе хаҡында үҙе иғлан итә.
- Уның дүрт балаһы (өс улы һәм бер ҡыҙы) бар, шуларҙан тәүге ире Джастин Портмандан:
- улы Лукас Александр Портман, 2001 йылдың 22 декабрендә тыуған;
- ҡыҙы Не́ва Портман, 2006 йылдың 24 мартында тыуған, исеме билдәле йылға исеменән алынған, әммә баҫым тәүге ижектә;
- улы Виктор Портман, 2007 йылдың 13 сентябрендә тыуған, исеме олатаһы хөрмәтенә.
- Икенсе ире Антуан Арнонан -
- улы Максим, 2014 йылдың 2 майында тыуған.
Хәйриәлек эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылда Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә балалар майҙансыҡтары төҙөү менән шөғөлләнгән «Асыҡ йөрәктәр» (русса «Обнажённые сердца», инглизса The Naked Heart Foundation) исемле үҙ фондын булдыра. Дөйөм алғанда был фонд Рәсәйҙең 68 ҡалаһында 100-ҙән артыҡ уйын майҙансығы һәм паркы төҙөнө лә инде. Улар араһынан бигерәк тә аҡыл үҫешендә норманан тайпылыштары булған балалар өсөн йыһазландырылған уникаль уйын майҙансығы айырым иғтибарға лайыҡ.
2011 йылдан Наталья Водянованың фонды «Һәр бала ғаиләгә лайыҡлы» (русса «Каждый ребёнок достоин семьи») программаһын тормошҡа ашыра. Ул Рәсәйҙә киң таралған үҫешендә үҙенсәлектәре булған балаларҙан баш тартыу күренешен (осраҡтарын) бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Был программаға ярашлы Түбәнге Новгородта «Ғаиләне яҡлау үҙәге», Тула өлкәһендә «Лекотека» ойошторған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://madame.lefigaro.fr/celebrites/photos-natalia-vodianova-et-antoine-arnault-ont-celebre-leur-mariage-surprise-a-paris-220920-182528
- ↑ Наталья Водянова вошла в список самых богатых моделей мира. Россиянка в этом году заняла в рейтинге 11-е место. «Леди Mail.ru» сайты, 2016, 31 август (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2016)
- ↑ Екатерина Васильева: Вся правда о русских моделях FashionTime.ru (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2016)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наталья Водянова: биография 2013 йыл 1 март архивланған.
- Наталья Водянова фото, биография — узнай все!
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наталья Водянова, 37 лет. Сайт «Mail.Ru» 2019 йыл 9 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)