Немец музейы
Немец тәбиғи фәндәр һәм техника ҡаҙаныштары музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1903 |
Урынлашыуы | Германия, Мюнхен, Музей утрауы, 1 Рәсми адресы: Museumsinsel 1, 80538 München |
Сайт | deutsches-museum.de |
Немец тәбиғи фәндәр һәм техника ҡаҙаныштары музейы Викимилектә |
Немец тәбиғи фәндәр һәм техника ҡаҙаныштары музейы (нем. Deutsches Museum von Meisterwerken der Naturwissenschaft und Technik), йәки Неме́цк музе́йы (нем. Deutsches Museum) — Мюнхенда урынлашҡан донъялағы иң ҙур тәбиғәт белеме һәм техника музейы. Бында 50-нән ашыу фән тармағын сағылдырған яҡынса 28 000 экспонат йыйылған. Техника һәм тәбиғәт белеме донъяһынан музей экспонаттарының киң коллекциялары менән йыл һайын 1,5 миллиондан ашыу кеше таныша.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оскар фон Миллер (1855—1934) инициативаһы буйынса 1903 йылдың 28 июнендә Немец инженерҙары союзы йыйылышында Германияның Мюнхен ҡалаһында Немец музейына нигеҙ һалына. 1906 йылда ваҡытлы биналарҙа экспозиция асыла. Тәүге экспонаттар Баварияның математик-физик коллекцияларынан торған. 1906 йылда Изар йылғаһындағы утрауҙа музей бинаһының фундаментына нигеҙ һалына.
Хронология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1903 — Немец музейына нигеҙ һалына
- 1906 — Максимилианштрасселағы элекке милли музей биналарында тәүге экспозициялар асыла
- 1909 — Эхрхардтштрасселағы иҫке казармала артабанғы коллекциялар асыла
- 1911 — музей бинаһы төҙөлөшө тамамланыуына бағышланған байрам
- 1925 — Музей утрауында Немец музейының яңы бинаһы асыла
- 1928 — библиотека һәм зал биналарын төҙөү башлана
- 1930 — библиотека һәм зал биналарын төҙөлөшө тамамланыуына бағышланған байрам
- 1932 — библиотека асыла
- 1935 — конгресс залы асыла
- 1944 — музейҙың яҡынса 80 % биналары емерелә
- 1948 — емерелгәндән һуң музей ҡабат асыла
- 1984 — авиа һәм космосҡа осоу буйынса яңы зал асыла; боҙлауыҡтан һәм һыу баҫыуҙан зыян күргән бер нисә бүлектәре ябыла
- 1992 — Шлайсхайм махсус ултырыу майҙанында авиацион зал асыла
- 1995 — Бонн Немец музейы филиал булараҡ асыла
- 2003 — элекке йәрминкә территорияһында Транспорт үҙәге асыла
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Немецкий музей в Мюнхене темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Бонндағы Немец музейы филиалы