Нескәгөл
Уҡыу көйләүҙәре
Нескәгөл | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Eritrichium uralense Serg., 1964 |
Нескәгөл (лат. Eritrichium uralense) — күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә һәм Төньяҡ Американың көнбайыш өлөшөндә таралған. Башҡортостанда урал нескәгөлө үҫә. Нәрәле һыртының ташлы тау далаларында осрай. Эндемик, Башҡортостан Республикаһының һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.
Ботаник яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мендәр формаһындағы күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 3—7 см. Һабағы өҫкә ҡараған һырылып торған ҡуйы ҡаты төк м‑н ҡапланған. Тамыр яны япраҡтары ланцет формаһында, оҙонлоғо 0,5—1,5 см, розеткаға йыйылған, һабаҡтағылары — ҡыяҡ, ситтәре төклө, сиратлы. Сәскәһе ваҡ, зәңгәр төҫтә, һирәк суҡта. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — сәнскеле ваҡ сәтләүек, июль—авг. өлгөрә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нескәгөл:IPNI сайтында мәғлүмәт (инг.)
- Красная Книга России: Незабудочник уральский
- Плантариум: Eritrichium uralense 2015 йыл 13 май архивланған.
- ZipcodeZoo: Eritrichium uralense(недоступная ссылка)
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы төр юғала | |
Төр тураһында мәғлүмәт Нескәгөл ИПЭЭ РАН сайтында |
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |