Эстәлеккә күсергә

Неслихан Атагөл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Неслихан Атагөл
төр. Neslihan Atagül[1]
Тыуған көнө

20 август 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (33 йәш)

IMDb

ID 3744351

neslihanatagul.com

 Неслихан Атагөл Викимилектә

Неслиһан Атагөл Доғулу (төр. Neslihan Atagül Doğulu; 20 август 1992 йыл, Анкара) — төрөк актрисаһы, модель.

Биографияһы һәм карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Неслихан Атагөл 1992 йылдың 20 авгусында Истанбулда тыуған. Уның атаһы сығышы менән черкес, шофер булып эшләй. Әсәһе - Белоруссиянан[2]. Неслихандың тағы ла ағаһы бар.

Неслихан карьераһын реклама роликтарында төшөүҙән башлай. 2005-2006 йылдарҙа Tofita, Valenza Kids, Sütaş рекламаларында күренеп ҡала. 2006 йылда тәүге тапҡыр «Беренсе мөхәббәт» фильмында уйнай. 2008-2009 йылдарҙа Неслихан «Япраҡ ҡойолоуы» («Листопад») сериалының 34 серияһында төшә.

2013 йылда Неслихан Атагөл «Истанбулдың ике кешеһе» («Два лица Стамбула») сериалындағы төп ролдә уйнай башлай.

«Һинән миңә ҡалғандар» («Все, что мне осталось от тебя») (2015) фильмында төп ролде башҡара. Бындағы төп героиня Элиф актрисаны бар донъяға таныта.

2012 йылда «Тамуҡ» («Чистилище») кинофильмында төшә. Был фильм йәш актрисаға халыҡ-ара танылыу һәм бик күп наградалар алып килә.

2015-2017 йылдарҙа популярлыҡ яулаған «Ҡара мөхәббәт» (Сикһеҙ мөхәббәт) сериалы төшөрөлә башлай. Бында ул төп героиня Нихан ролен башҡара.

2019 йылда «Илсе ҡыҙы» («Дочь посла») сериалында төшә башлай. Әммә һаулығы менән бәйле проблемалар арҡаһында аҙағына тиклем уйнай алмай.

2022 йылда ул «Төн һуңында» сериалында төшә башлай.

2023 йылда «Ах, Белинда» фильмы төшөрөлә.

2013 йылдың уртаһынан Атагөл актер Ҡадир Доғулу менән осраша башлай. 2015 йылдың 26 ноябрендә улар никахлаша. Туйҙары 2016 йылдың 8 июлендә үткәрелә.

Неслихан китап уҡырға ярата, яратҡан яҙыусылары араһында — Франц Кафка, Карлос Кастанеда, Урсула Ле Гуин бар. Актриса шулай Тим Бертон һәм Дэвид Линчтың фильмдары менән дә ҡыҙыҡһына.

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль


2011 с Дорогой мой отец Canim babamПынар
2011 с Жизнь продолжается Hayat Devam EdiyorШирин
2012 ф Чистилище ArafЗехра
20132014 с Два лица Стамбула Fatih HabriyeНериман
2015 ф Всё, что мне осталось от тебя Senden Bana KalanЭлиф
20152016 с Чёрная любовь Kara SevdaНихан
2018 с Самоубийца Intiharci
2018 с Дно DipБильге
20192020 с Дочь посла The Sefirin KiziНарэ
2022- с В конце ночи Gecenin UcundaМаджиде
Önemli Ödülleri
Йыл Наградалары Категорияһы Фильм
2007 14-се «Алтын кокон» фестивале (Адан) Өмөтлө йәш актриса Беренсе мөхәббәт
2012 «Иртәгә» халыҡ-ара кинофестивале (Мәскәү) Иң яҡшы актриса Тамуҡ
2012 19-сы «Алтын кокон» фестивале (Адан) Өмөтлө йәш төрөк актрисаһы Тамуҡ
2012 25-се халыҡ-ара кинофестиваль (Токио) Иң яҡшы актриса Тамуҡ
2012 Халыҡ-ара кинофестиваль (Пуна) Иң яҡшы уйын Тамуҡ
2012 45-се Анталия кинофестивалендә SIYAD премияһы Иң яҡшы актриса Тамуҡ
2013 16-сы Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар кинофестивале "Осоусы һепертке" Иң йәш сихырсы Тамуҡ
2016 Magazinci.com интернет-киң мәғлүмәт саралары кинопремияһы (яҡшыларҙың иң яҡшыһы) Йыл актрисаһы Ҡара мөхәббәт
2019 Измирҙа халыҡ-ара "Алтын Артемида эйәһе" кинофестивале Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Илсе ҡыҙы