Урсула Ле Гуин
{{{Исеме}}} | |
У́рсула Крёбер Ле Гуи́н (ингл. Ursula Kroeber Le Guin, Ҡалып:IPAc-en[1]; 21 октябрь 1929, Беркли, АҠШ[2] — 22 января 2018, Портленд, АҠШ[3]) — америка яҙыусыһы һәм әҙәбиәт тәнҡитсеһе.
Ле Гуин — романдар, шиғырҙар, балалар китаптары авторы, публицист. Ле Гуин фәнни фантастика һәм фэнтези жанрҙарҙа яҙған романдар һәм повестар авторы булараҡ ҙур билдәлелек ала. Уның китаптарына үҙ-ара мәҙәни бәйләнештәр һәм конфликттар, даосизм, анархизм һәм коммунизм, феминизм, психологик һәм социаль темалар менән ҡыҙыҡһыныу хас. Ул иң абруйлы фантастарҙың береһе, фәнни фантастика һәм фэнтези өлкәһендәге бер нисә наградаға («Хьюго», «Күк йөҙө», «Локус») эйә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урсула Ле Гуин 1929 йылдың 21 октябрендә Калифорния штатының Беркли ҡалаһында билдәле антрополог Кребер Алфред һәм яҙыусы Теодора Кракау ғаиләһендә тыуған[4]. Урсула һәм уның өс ағаһы, Клифтон, Теодор һәм Карл Кребер[5] күп уҡый, уларға ата-әсәләренең дуҫтары ҙур йоғонто яһай, улар араһында АҠШ-тың төп халыҡтары вәкилдәре була. Роберт Оппенгеймер яҙыусының «Обделенные» китабының төп геройын илһамландырған [4]. Ле Гуин үҙен еңел һәм бәхетле тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәтле була. Уның тирә-йүнендәге мөхит һәм кешеләр Ле Гуиндың әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуына булышлыҡ итә, һәм беренсе фэнтези-хикәйәһен ул 9 йәшендә, ә беренсе фәнни-фантастик хикәйәһен 11 йәшендә яҙа һәм Astounding Science Fiction журналына баҫтырырға ебәрә, әммә журнал Урсулаға әҫәрен кире ҡайтара һәм баҫтырыуҙан баш тарта[4].
Урсулаларҙың ғаиләһе академик йыл ваҡытында Берклиҙа йәшәй, ә йәйге ваҡытта Напа үҙәнендәге «Кишамиш» үҙҙәренең поместьеһына күсеп китә[4]. Ле Гуин поместье тураһында былай тип һөйләй: «Иҫке, ярым емерек ранчо … [һәм] ғалимдар, яҙыусылар, студенттар һәм калифорния индеецтары йыйылған урын. … мин бында өлкәндәрҙең бик күп ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәрен ишеттем»[6]. Урсула шиғриәт һәм биология менән ҡыҙыҡһына, әммә математика уға ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелә[7].
Урсула Берклиҙа урта мәктәптә, артабан Гарвард университетының Рэдклифф-колледжында уҡый. Колумбия университеты магистратураһында урта быуат роман әҙәбиәте һөнәре буйынса махсус белем ала. 1951 йылда Phi Beta Kappa йәмғиәтенең Яңырыу осоро француз һәм итальян әҙәбиәте буйынса сәнғәт бакалавры була, ә 1952 йылда уның буйынса сәнғәт магистры дәрәжәһен ала. Шунан һуң ул үҙенең диссертацияһы өҫтөндә эшләй башлай һәм Фулбрайт программаһы буйынса 1953—1954 йылдарҙа Францияла уҡырға грант ала[4].
Францияға «Куин Мэри» карабындағы сәфәре ваҡытында Ле Гуин Джорджия штатынан тарихсы, француз сығышлы американлы Чарльз менән таныша[8]. 1953 йылдың декабрендә улар Парижда өйләнешә[7]. Шунан һуң Урсула шағир Жан Леер Де Бельждың ижады тураһындағы докторлыҡ эшен дауам итеүҙән туҡтай[7]. Ле Гуин әйтеүенсә, никах уның өсөн «докторлыҡ дәрәжәһенең тамамланыуы» тигәнде аңлата[8].
Чарльз Эмори университетының фәлсәфә докторы дәрәжәһенә диссертация яҙыу өҫтөндә эшләү маҡсатында улар АҠШ-ҡа ҡайта[9]. Урсула 1957 йылда ҡыҙы Элизабет тыуғанға тиклем секретарь булып эшләй һәм француз телен университет кимәлендә уҡыта[7]. Икенсе ҡыҙы Кэролайн 1959 йылда тыуа.
1958 йылда Ле Гуиндар Орегон штатының Портленд ҡалаһына күсеп килә[10]. Уның ире, Чарльз, Орегон штаты университетының тарих профессоры булып китә[11]. Был ваҡытта Урсула яҙыусылыҡ һәм йорт эштәре менән шөғөлләнә. 1964 йылда улдары Теодор тыуа[4].
Ле Гуин 2018 йылдың 22 ғинуарында Портлендта үҙ йортонда вафат була. Улының һөйләүе буйынса, әсәһенең һаулығы бер нисә ай ныҡ насарлана һәм ул йөрәк өйәнәгенән вафат булыуы ихтимал. Һуүғы юлға оҙатыу Портлендта үтә[12][13]. 2018 йылдың июнендә Портлендта үткән Ле Гуиндың хәтер хеҙмәтендә яҙыусылар Маргарет Этвуд, Молли Глосс һәм Валида Имариша уның тураһында сығыш яһай[14][15]. «Нью-Йорк Таймс» үҙенең некрологында Ле Гуинды үҙенең «Левая рука Тьмы» һәм «Земноморье» әҫәрҙәре менән «фәнни фантастикаға һәм фэнтезиға реалистик феминистик һиҙгерлекте алып килгән һәм уға әҙәби тәрәнлек индергән бик популяр автор» тип атай[16].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ле Гуин иртә йәшендә яҙыусылыҡ менән шөғөлләнә башлай. 11 йәшендә ул үҙенең тәүге ғилми-фантастик хикәйәһен Astounding Science Fiction журналына ебәрә, әммә әҫәре кире ҡағыла[4][17]. Урсула ле Гуин яҙыуын дауам итһә лә, артабанғы ун йыл дауамында баҫылырға тырышмай, сөнки, уның һүҙҙәре буйынса, үҙе теләгәнсә яҙырға өйрәнә[17]. 1951-1961 йылдарҙа ул биш повесть яҙа, ләкин уларҙы нәшриәтселәр кире ҡаға, сөнки уларҙың йөкмәткеһе нәшриәтселәргә аңлайышһыҙ тойола[7]. Шул уҡ ваҡытта ул бик күп шиғырҙар, шул иҫәптән «Дикие ангелы» шиғырын да яҙа, улар 1975 йылда нәшер ителә[7].
Һуңғараҡ «Рассказы об Орсинии» һәм «Малафрен» әҫәрҙәрендә яраҡлаштырып яҙған тәүге әҫәрҙәрендәге ваҡиғалары үҙәк Европаның үҙе уйлап сығарған Орсиния тигән илендә бара һәм фантастика жанрына ҡарамаған була. Яҙыусы үҙенең фәнни фантастика менән ҡыҙыҡһыныуҙарын сағылдырыу ысулын эҙләй; 1960-сы йылдар башында уның эштәре даими баҫыла башлай. Бер Орсиния Тарихы 1961 йылдың йәйендә The Western Humanities Review журналында баҫылып сыға, ә һуңынан тағы өс хикәйәһе 1962 һәм 1963 йылдарҙа Fantastic Stories of Imagination журналында Целе Голдсмит мөхәррирлеге аҫтында баҫылып сыға. Голдсмит Amazing Stories журналында ла 1964 йылда Ле Гуиндың ике хикәйәһен мөхәррирләй, шул иҫәптән Хайн циклының беренсе тарихын баҫтырып сығара[18][19].
Урсула Ле Гуин фантастик әҙәбиәт классиктары иҫәбенә ингән бик аҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе була һәм, иҫәпләнеүенсә,[20], артабанғы күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн фантастикаға юл һалыусы булып тора.
Төп әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Земноморье тураһында цикл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Освобождающее заклятье» (The Word of Unbinding, другие варианты перевода — «Освобождающее заклятие», «Слово Освобождения», «Слово освобождения», «Магическое слово»), 1964
- «Правило имён» (The Rule of Names, другие варианты перевода — «Правила имен», «Похититель сокровищ», «Укравший имя»), 1964
- «Волшебник Земноморья» (A Wizard of Earthsea, другие варианты перевода — «Маг Земноморья», «Колдун архипелага»), 1968
- «Гробницы Атуана» (Tombs of Atuan, другой вариант перевода — «Могилы Атуана»), 1971
- «На последнем берегу» (The Farthest Shore, другие варианты перевода — «Дальний берег», «К дальнему брегу», «Самый дальний берег»), 1972
- «Dreams Must Explain Themselves», 1973
- «Техану: последняя книга о Земноморье» (Tehanu: The Last Book of Earthsea), 1990 (отмечен премией «Небьюла»)
- Сборник «Земноморские рассказы» (Tales from Earthsea, другой вариант перевода — «Сказания Земноморья»), 2001
- «На иных ветрах» (The Other Wind), 2001
Хайн циклы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Планета Роканнона» или «Мир Роканнона» (Rocannon’s World), 1966
- «Планета изгнания» (Planet of Exile), 1966
- «Город иллюзий» (City of Illusions), 1967
- «Левая рука Тьмы» (The Left Hand of Darkness), 1969 (отмечен премиями «Хьюго» и «Небьюла»)
- «Обделённые» или «Обездоленные» (The Dispossessed: An Ambiguous Utopia), 1974 отмечен премиями «Хьюго», «Небьюла» и «Юпитер»)
- «Обширней и медлительней империй» (Vaster Than Empires and More Slow), повесть, 1971
- «История Шобиков» (The Shobies story), повесть, 1971
- «Слово для леса и мира одно» (The Word for World is Forest), 1972 (премия «Хьюго»)
- «За день до революции» (The day before the Revolution), 1974
- «Танцуя Ганам» (Dancing to Ganam), повесть, 1993
- «Ещё одна история, или Рыбак из Внутриморья» (Another Story or a Fisherman of the Inland Sea), повесть, 1994
- «Четыре пути к прощению» (Four Ways to Forgiveness), роман-сборник, 1995
- «Толкователи» (The Telling), 2000
- «День рождения мира» (The Birthday of the World), 2002
Башҡалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Резец небесный» (The Lathe of Heaven), 1971
- «Двенадцать румбов ветра» (The Wind’s Twelve Quarters), 1975
- «Рассказы об Орсинии» (Orsinian Tales), 1976
- «Крылатые кошки» (Catwings), 1988
- «Крылатые кошки возвращаются» (Catwings Return), 1989
- «Уходящие из Омеласа» (The ones who walk away from Omelas), 1973
- «Удивительный Александр и крылатые кошки» (Wonderful Alexander and the Catwings) 1994
- «Джейн сама по себе» (Jane on Her Own) 1999
Экранлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Резец Небесный» — телевизион фильм, АҠШ, 1980 (Ле Гуин үҙе массовкаларҙа ҡатнаша)
- «Резец Небесный» — телевизион фильм, АҠШ, 2002
- «Волшебник Земноморья» — мини-сериал, АҠШ, 2004
- «Сказания Земноморья» — «Гибли» аниме студиялары(Горо Миядзаки), 2006
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ле Гуин хөрмәтенә астероид (181518) Урсулаклегуин тип атала (181518) .
- 2018 йылда Public Broadcasting Service «Миры Урсулы К. Ле Гуин»[21], документаль фильмы бынан алдағы ун йылда яҙыусының үҙе ҡатнашлығында төшөрөлә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ursula K. Le Guin:. How to pronounce me (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 1 июнь 2013. Архивировано 1 июнь 2013 года. 2013 йыл 11 август архивланған.
- ↑ Spivack, 1984, p. 1
- ↑ Jonas, Gerald. Ursula K. Le Guin, Acclaimed for Her Fantasy Fiction, Is Dead at 88 (инг.), The New York Times (23 January 2018). 23 ғинуар 2018 тикшерелгән.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Spivack, 1984
- ↑ Kroeber, Theodora. Alfred Kroeber; a personal configuration. — Berkeley,: University of California Press, 1970. — xi, 292 с. — ISBN 0520015983.
- ↑ Le Guin, Ursula. Ursula Kroeber Le Guin (ингл.). Encyclopedia.com. — «an old, tumble-down ranch in the Napa Valley … [and] a gathering place for scientists, writers, students, and California Indians. Even though I didn't pay much attention, I heard a lot of interesting, grown-up conversation.» Дата обращения: 25 ғинуар 2018. Архивировано 5 ноябрь 2016 года.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Reid, 1997
- ↑ 8,0 8,1 Spivack, 1984, p. 3
- ↑ Charles Alfred Le Guin The first Girondin ministry, March-June 1792: a revolutionary experiment (инг.). — Emory University, 1956. Архивировано из первоисточника 22 ғинуар 2020.
- ↑ Jeff Baker. Northwest Writers at Work: Ursula K. Le Guin is 80 and taking on Google (инг.), OregonLive (27 February 2010). 27 ғинуар 2018 тикшерелгән.
- ↑ Charles Leguin . Portland State University (28 октябрь 2014). Дата обращения: 27 ғинуар 2018. Архивировано 28 октябрь 2014 года. 2014 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Jonas, Gerald. Ursula K. Le Guin, Acclaimed for Her Fantasy Fiction, Is Dead at 88, The New York Times (January 23, 2018). 23 ғинуар 2018 тикшерелгән.
- ↑ Woodall, Bernie. U.S. author Ursula K. Le Guin dies at 88: family, Reuters (January 23, 2018). 7 июнь 2021 тикшерелгән.
- ↑ «{{{title}}}». ISSN 17, 2018 September 17, 2018. Проверено September 16, 2018.
- ↑ Baer, April. Remembering Ursula K. Le Guin, Oregon Public Broadcasting (June 9, 2018). 7 июнь 2021 тикшерелгән. 2018 йыл 17 сентябрь архивланған.
- ↑ Jonas, Gerald. Ursula K. Le Guin, Acclaimed for Her Fantasy Fiction, Is Dead at 88 (инг.), The New York Times (23 January 2018). 23 ғинуар 2018 тикшерелгән.
- ↑ 17,0 17,1 Steve Lafreniere. Inverview with Ursula K. Le Guin (инг.), Vice (2 December 2008). 28 ғинуар 2018 тикшерелгән.
- ↑ Summary Bibliography: Ursula K. Le Guin (ингл.). Internet Speculative Fiction Database. Дата обращения: 28 ғинуар 2018. Архивировано 25 ғинуар 2018 года.
- ↑ Series: Hainish (ингл.). Internet Speculative Fiction Database. Дата обращения: 28 ғинуар 2018. Архивировано 14 ноябрь 2012 года.
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 08.04.2020 . Дата обращения: 27 май 2021. - ↑ «Миры Урсулы К. Ле Гуин» (инг.) Internet Movie Database сайтында
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bernardo S. M. and Murphy G. J. Ursula K. Le Guin: A Critical Companion. — Greenwood, 2006. — 216 с. — (Critical Companions to Popular Contemporary Writers). — ISBN 978-0-313-33225-8.
- Burns, Tony. Political Theory, Science Fiction, and Utopian Literature: Ursula K. Le Guin and The Dispossessed. — Lexington Books, 2010. — 319 с. — ISBN 978-0-7391-2283-9.
- Cadden, Mike. Ursula K. Le Guin Beyond Genre: Fiction for Children and Adults. — Routledge, 2008. — 220 с. — (Children's Literature and Culture). — ISBN 978-0-415-99527-6.
- Elizabeth. . — ISBN 978-0-87249-687-3.
- Reid, Suzanne Elizabeth. Presenting Ursula K. Le Guin. — New York: Twayne Publishers, 1997. — xvi, 121 с. — ISBN 0805746099.
- Spivack, Charlotte. Ursula K. Le Guin. — Boston: Twayne Publishers, 1984. — 182 с. — ISBN 0805773932.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урсула Ле Гуин «Фантастика лабораторияһы» сайтында (рус.)
- Сайт поклонников творчества Урсулы ле Гуин
- Маргарита Меклин; (первое русскоязычное интервью писательницы).: Урсула К. Ле Гуин: «В моей памяти живут многие миры…» Взгляд (16 апрель 2007). Дата обращения: 24 июнь 2016.
- Jaggi, Maya. The magician (инг.), The Guardian (17 December 2005). 24 сентябрь 2016 тикшерелгән.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink yes)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: параметры архивации)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан url)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан title)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Анархо-феминистар
- АҠШ анархистары
- Инглиз телендә проза авторҙары
- Гарвард университетын тамамлаусылар
- Колумбия университетын тамамлаусылар
- 2018 йылда вафат булғандар
- 22 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- 21 октябрҙә тыуғандар