Нечаев Андрей Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нечаев Андрей Алексеевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 2 февраль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү ҡалаһы, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы министр экономики[d]
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультеты[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Союз правых сил[d], Правое дело[d], Гражданская инициатива[d] һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Рәсми сайт andreynechaev.com
Фолловерҙар һаны 45 492
Commons-logo.svg Нечаев Андрей Алексеевич Викимилектә

Нечаев Андрей Алексеевич (2 февраль 1953, Мәскәү) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре һәм ғалим-иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәр докторы (1998), профессор (2002). Яңы Рәсәй тарихында тәүге иҡтисад министры (1992—1993), «Граждандар башланғысы» партияһы рәйесе (2013-2018, 2020 йылдан), «Рәсәй финанс корпорацияһы» банкы президенты (1993—2013), Халыҡ-ара йәштәр менән алмашыу фонды президенты (2006 йылдан алып), Европа фәндәр, сәнғәт һәм әҙәбиәт академияһы, Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы һәм Халыҡ-ара мәғлүмәтләштереү академияһы академигы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Немец телен тәрән өйрәнеү мәктәбен, шулай уҡ Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультеты ҡарамағындағы иҡтисад-математика мәктәбен[2] тамамлай, һуңынан шунда уҡырға инә. Уны 1975 йылда отличие менән «иҡтисади кибернетика» белгеслеге буйынса тамамлай, ә 1978 йылда М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультеты аспирантураһында белем ала. 1979 йылда - кандидатлыҡ (Мәскәү дәүләт университетында) һәм 1998 йылда докторлыҡ (Халыҡ хужалығы академияһында) диссертацияларын яҡлай.

1979—1991 йылдарҙа Үҙәк иҡтисад-математика институтында һәм СССР Фәндәр академияһының Иҡтисад һәм фәнни-техник прогресты күҙаллау институтында эшләй. 1991 йылда — СССР Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы иҡтисади сәйәсәте институтының һәм СССР Фәндәр академияһы директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. 1991 йылдың ноябренән 1992 йылдың февраленә тиклем — РСФСР иҡтисад һәм финанс министрының беренсе урынбаҫары[3].

1992 йылдың февраленән 1993 йылдың мартына тиклем — РСФСР/Рәсәй Федерацияһының иҡтисад министры. 1993 йылдың 12 ғинуарынан вазифаһы буйынса РФ Министрҙар Советы Президиумы ағзаһы булды. Иҡтисади сәйәсәт үҙгәреү сәбәпле 1993 йылдың 25 мартында отставкаға китә[4] .

90-сы йылдар башында Андрей Нечаев Татарстан етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып бара, ул Рәсәй составынан сығыу тураһында хәбәр итә, һөҙөмтәлә компромисс табып, республикаға үҙҙәренең территорияһында табылған нефттең бер өлөшөн экспортлау хоҡуғын тапшыра[5].

А. А. Нечаев — Рәсәйҙә баҙар иҡтисади реформалары программаһын тормошҡа ашырыуҙа авторҙарҙың һәм әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Рәсәй Хөкүмәтендә эшләгән осорҙа иҡтисадты реформалауҙың төп йүнәлештәренә етәкселек итә, сәнәғәткә, шул иҫәптән хәрби-сәнәғәт комплексына булышлыҡ итеү, федераль үҙәктең төбәктәр менән мөнәсәбәттәре, структур һәм инвестиция сәйәсәте, халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек менән шөғөлләнә.

1993—2013 йылдарҙа — «Рәсәй финанс корпорацияһы» дәүләт предприятиеһы президенты (2005 йылда «Рәсәй финанс корпорацияһы» банкына үҙгәртелә). 2013 йылдың октябренән алып 2015 йылдың апрель аҙағына тиклем - «Ростехнология» корпорацияһына банк тапшырылғандан һуң, банк президенты советнигы.

А. А. Нечаев - билдәле йәмәғәт эшмәкәре, ул иҡтисади сәйәсәт, демократик хәрәкәт буйынса тәҡдимдәр әҙерләүгә һәм Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тос өлөш индерә. Төрлө йәмәғәт ойошмаларының иҡтисадтын көйләү һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү менән бәйле эшмәкәрлегендә ҡатнашып, әүҙем гражданлыҡ позицияһын биләй.

А.А. Нечаев бер нисә дәүләт һәм йәмәғәт наградаһы, шул иҫәптән Мәскәүҙең 850 йыллығы хөрмәтенә миҙал (1997) һәм «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2003) менән бүләкләнгән. «Рәсәй Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығының почетлы хеҙмәткәре» исеме бар. Рәсәй Статистика комитетының «2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе, Рәсәй Эске эштәр министрлығының «Хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы,«Рәсәй Эске эштәр министрлығына 200 йыл» түш билдәһе, Рәсәй Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығының 200 йыллығы хөрмәтенә алтын миҙал, Рәсәй Иҫәп палатаһы Рәйесе ҡарамағындағы эксперт-консультатив советының Почет грамотаһы һәм Рәсәй Федерация Советы Рәйесе урынбаҫарының грамотаһы менән бүләкләнгән.

2003 һәм 2004 йылдар өсөн «Йәмғиәттә танылыу яулау» милли йәмәғәт премияһы һәм «Рәсәй иҡтисады лидеры» почет билдәһе лауреаты, «Рәсәй даны» йәмәғәт ордены, «Почетлы сертификациялы бухгалтер һәм аудитор» халыҡ-ара дипломы һәм «Финанс ҡаҙаныштары өсөн» халыҡ-ара миҙалы, Рәсәй банктары ассоциацияһы ордены һәм башҡа йәмәғәт наградалары менән бүләкләнгән. Халыҡ-ара «Who is who» нәшриәте тарафынан Нечаев 20 быуаттың арҙаҡлы кешеләре иҫәбенә индерелгән[6].

А. А. Нечаев төрлө йылдарҙа иҡтисадты үҫтереү һәм иҡтисади сәйәсәт мәсьәләләре буйынса бер нисә тиҫтә китап һәм 350-нән ашыу ғилми һәм публицистик мәҡәләләр яҙа[1].

2002 йылдан Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Журналистарҙың «Рәсәйҙең иң яҡшы ҡауырһындары» йәмәғәт профессиональ премияһы лауреаты. 2001 йылдан 2006 йылға тиклем —«ТВҮҙәк» телеканалында «Аҡса мәсьәләһе» иҡтисади программаһының авторы һәм уның алып барыусыһы[7][8][9][10], 2006—2008 йылдарҙа — «Маяк» радиоһында «Андрей Нечаевтың иҡтисади клубы» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы «Русская служба новостей» радиоһының, шулай уҡ «Business FM» һәм «Коммерсантъ»тың, «Рәсәй», «Дождь», «РЕН ТВ», «РБК» телеканалдарының һәм башҡа киң мәғлүмәт сараларының иҡтисади һәм сәйәси эксперты, шулай уҡ «Эхо Москвы» һәм «Сити ФМ» гәзиттәрендә иҡтисад тураһында мәғрифәтселек тапшырыуҙары алып бара[1].

Мәскәү Англия клубының Попечителдәр советы ағзаһы һәм старшинаһы[11].

Сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Эшҡыуарлыҡты үҫтереү» партияһы ағзаһы булып тора. 2003 йылда 4-се саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат була, партия исемлегенең федераль өлөшө буйынса Оксана Дмитриева һәм Иван Грачёв менән бергә һайлана.[12]

«Хоҡуҡи көстәр союзы» партияһының Федераль сәйәси советына инә һәм Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса комиссия рәйесе була[13], 2007 йылда Дәүләт Думаһына һайлауҙа унан дәғүә итә, һуңыраҡ «Хаҡ эштәр» сәйәси советына күсә[14], Ләкин 2011 йылдың сентябрендә элекке «Хоҡуҡи көстәр союзы» ағзаларының күбеһе менән бергә партиянан китә[15].

2012 йылда Нечаев һәм башҡа сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында «Граждандар башланғыстары комитеты» булдырыла, уның рәйесе итеп Алексей Кудрин һайлана[16]. Комитетты төҙөүгә декабрь ваҡиғалары — 2011 йылғы һайлауҙар һәм уларҙан һуң килгән «Ғәҙел һайлауҙар өсөн» митингылары сәбәпсе була. Исемен партия ойошторорға әҙер Андрей Нечаев тәҡдим итә, әммә бындай проект кире ҡағыла, сөнки элекке финанс министры Владимир Путин менән аралашҡандан һуң «партия (ойошторорға) иртәрәк, комитет булдырыу менән генә сикләнергә кәрәк» тигән ҡарарға килә[17]. Ул ваҡытҡа фекерҙәштәрен йыйған Нечаев 2013 йылдың майында Юстиция министрлығында «Граждандар башланғысы» партияһын теркәй, элекке финанс министры уның ағзаһы булмай.

7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа Андрей Нечаев «Үҫеш партияһы» партия исемлегенең федераль өлөшө буйынса[18] (уның менән с «Граждандар башланғысы» һайлау компанияһында бөтә көстәрен берләштерә) һәм 198-сы Ленинград бер мандатлы һайлау округы буйынса (Мәскәү) теркәлә[19]. Нечаевтан тыш, исемлектең федераль өлөшөндә уның элекке союздаштары Ирина Хакамада («Хоҡуҡи көстәр союзы» партияһы буйынса), шулай уҡ Оксана Дмитриева һәм Иван Грачёв («Эшҡыуарлыҡты үҫтереү» партияһы буйынса) күрһәтелә. Анатолий Чубайс Facebook -та үҙенең баҫмаһында Нечаевты яңы Думаға иң профессиональ кандидаттарҙың береһе тип атаны, ә Максим Кац, яҡшы кампания үткәрелһә, еңеүгә өмөт бар, тине.[20][21].

2018 йылдың 28 февралендә Андрей Нечаев Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидат Ксения Собчактың ышаныслы кешеһе итеп теркәлә[22].

2020 йылдың 29 февралендә Борис Немцов иҫтәлегенә марш ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа ҡатнаша, ул 22 меңдән ашыу кешене йыя, был һуңғы йылдарҙа рекорд була[23][24].

2020 йылдың июнендә YouTube платформаһында үҙ баһаламаларын һәм позицияларын белдереү, шулай уҡ «илдәге хәлгә бойондороҡһоҙ, профессиональ анализ һәм фараз яһарға» маташыуҙар маҡсатында «Фекер» каналы алып бара башлай[25][26]

2020 йылдың сентябрендә Белоруссияла протест акцияларын яҡлап хатҡа ҡул ҡуя[27].

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ускорение научно-технического прогресса — ключевая задача экономики. — М.: Знание, 1987. — 63 с.
  • Межстрановой анализ структуры экономики. — М.: Наука, 1988. — 202,[2] с.
  • Россия на переломе. Откровенные записки первого министра экономики : без купюр и цензуры. — М. : Олимп : Астрель, 2010. — 575 с., [16] л. ил., портр., цв. ил. — ISBN 978-5-9648-0318-8

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Личный сайт Андрея Нечаева  (рус.). 24 июль 2020 тикшерелгән.
  2. Личный сайт Андрея Нечаева. politiciannechayev.Дата обращения: 24 июля 2020.Архивировано 24 июля 2020 года
  3. РАСПОРЯЖЕНИЕ Правительства РСФСР от 11.11.1991 N 6-р «О заместителях министра экономики и финансов РСФСР» (недоступная ссылка). Дата обращения: 15 июля 2015. Архивировано 15 июля 2015 года.
  4. [yes Указ Президента РФ от 25.03.1993 N 399 «О Нечаеве А. А.»]. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 декабрь 2017. 22 июль 2017 тикшерелгән.
  5. Главной заслугой правительства реформ 90-х было предотвращение гражданской войны. Interfax.ru. Интерфакс (9 ноября 2016).
  6. Биография Андрея Нечаева.www.grazhdan-in.ru.Дата обращения: 26 июля 2020.Архивировано 26 июля 2020 года.
  7. Нечаев Андрей Алексеевич. Автор и ведущий программы "Денежный вопрос".
  8. Чай с Нечаевым. Профиль(14 ноября 2005). Дата обращения: 7 августа 2019.Архивировано 7 августа 2019 года.
  9. ИНТЕРВЬЮ.Эхо Москвы (11 января 2002).Дата обращения: 7 августа 2019.Архивировано 7 августа 2019 года.
  10. КРЕДИТ ДОВЕРИЯ. Эхо Москвы(23 декабря 2009). Дата обращения: 7 августа 2019. Архивировано 7 августа 2019 года.
  11. Андрей Нечаев: «Сейчас очень высока мера экономической неопределённости».Журнал «Экоград».Дата обращения: 30 марта 2016.Архивировано 9 апреля 2016 года.
  12. Партия "Развитие предпринимательства -- Партия среднего класса. www.guzva.ruАрхивировано 17 февраля 2020 года.
  13. Союз Правых Сил.Нечаев Андрей Алексеевич (2007-09-23). 26 июль 2020 тикшерелгән.
  14. Союз Правых Сил.Съездом утвержден состав федерального политсовета, рабочих органов партии "Правое Дело" (2008-12-20). 26 июль 2020 тикшерелгән.
  15. Представители СПС написали заявления о выходе из партии "Правое дело". Российская газетаДата обращения: 26 июля 2020. Архивировано 27 июля 2020 года.
  16. О Комитете. komitetgi.ruДата обращения: 24 июля 2020. Архивировано 27 июня 2020 года.
  17. Культура Достоинства. Андрей Нечаев о новом сроке Путина и планах партии "Гражданская инициатива". YouTube (17 мая 2018). Дата обращения: 24 июля 2020. Архивировано 13 августа 2020 года.
  18. Сведения о федеральном списке кандидатов выдвинутом: Всероссийская политическая партия «ПАРТИЯ РОСТА» Архивная копия от 28 август 2016 на Wayback Machine / Сайт ЦИК России
  19. Выборы депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации седьмого созыва Данные кандидата: Нечаев Андрей Алексеевич. Архивная копия от 28 август 2016 на Wayback Machine / Сайт ЦИК России
  20. Анатолий Чубайс Андрей Нечаев, безусловно, один из самых профессиональных кандидатов в новую Думу (2016-07-29).
  21. Максим Кац Нечаев может победить если хорошую кампанию проведёт, как и Галямина (2016-07-30).
  22. Глава "Гражданской инициативы" Нечаев стал доверенным лицом Собчак на выборах президента.
  23. 29.02.2020. Приняли участие в организации и проведении Марша памяти Бориса Немцова. www.grazhdan-in.ruДата обращения: 24 июля 2020. Архивировано 24 июля 2020 года.
  24. Немцов собрал защитников конституции: на марш памяти политика пришло максимальное число людей за три года. Forbes.ruДата обращения: 2 февраля 2021. Архивировано 7 февраля 2021 года.
  25. Андрей Нечаев - YouTube. www.youtube.comДата обращения: 24 июля 2020. Архивировано 19 августа 2020 года.
  26. https://twitter.com/aanechaev/status/1268880339319037952. TwitterДата обращения: 24 июля 2020. Архивировано 2 сентября 2020 года.
  27. «Мы глубоко возмущены, что диалогу с обществом власть предпочитает насилие». Дата обращения: 7 ноября 2020. Архивировано 26 октября 2020 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]