Низамова (Рузе) Александра Александровна
Низамова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 20 апрель 1903 |
Тыуған урыны | Дыуан районы |
Вафат булған көнө | 1982 |
Низамова (ҡыҙ фамилияһы Рузе) Александра Александровна | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Һарт улусы Иҫке Хәлил ауылы янындағы утар[1] |
Вафат булған көнө | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
хеҙмәткәр, бухгалтер-иҫәпсе, ревизор |
Атаһы |
Александр Иванович Рузе |
Әсәһе |
Евдокия Семёновна Белозёрова |
Низамова (Рузе) Александра Александровна (20 апрель 1903 йыл — 1982 йыл) — хеҙмәткәр, бухгалтер-иҫәпсе, ревизор. Үҙенсәлекле яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александра Александровна 1903 йылдың 20 апрелендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Һарт улусы биләмәһендә урынлашҡан Иҫке Хәлил ауылы янындағы утарҙа[1] (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы) тыуған — 1982 йылда вафат булған, Мөрсәлимдә ерләнгән.
- 1915—1918 йылдарҙа Мәсәғүт ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡыған, 4 класс тамамлаған. Уны Ҡалмаҡол мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Әммә мәктәптә урын булмағас, уны Сүрәкәй ауылында эшләгән аслыҡтан интегеүсе халыҡты ашатыу маҡсатында ойошторолған йәмәғәт ашханаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр.
- 1920 йылдар башында Александраның ата-әсәһе лә Салауат районына, Ҡалмаҡол ауыл советына ҡараған Мөрсәлим станцияһына күсеп килә.
Ғаиләһе, туғандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Олатаһы Иван Николаевич Рузе — сығышы менән Эстляндиянан.
- Атаһы Александр Иванович Рузе Кавказда хәрби хеҙмәттә йөрөгәндә, биҙгәк сире менән ауырый. Һауыҡҡас, Һамара губернаһы алпауыты, дворян полковник Кленовскийҙың адъютанты булып хеҙмәт итә. Унда полковник ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫкән Дарьяның ҡыҙы Евдокияға өйләнә. Столыпиндың аграр реформаһы йылдары алдынан Александр Рузе Башҡортостанға күсеп килә. Хәҙерге Дыуан районының Мәсәғүт һәм Иҫке Хәлил ауылдары эргәһендә Мөхәмәҙиә исемле башҡорт уҙаманынан арзанға ғына 70 дисәтинә ер һатып ала. Ләкин был ерен эшкәртеп, шунда төпләнеп оҙаҡ йәшәргә насип булмай Рузелар ғаиләһенә. Революция ваҡиғалары, Граждандар һуғышы ғаиләнең тормошон ныҡ үҙгәртә.
- Өлкән ағаһы Николай, батша Рәсәйе офицеры, Аҡтар яғында һуғыша, уны һуңғараҡ Екатеринбург төрмәһендә атып үлтерәләр.
- Икенсе ағаһы Александр Ҡыҙылдар яғында хеҙмәт итә. Улар, атай йортона ҡайтып осрашҡан саҡта, ыҙғышмаған, татыу булған.
- Александранан тыш, ғаиләлә тағы апалары Ольга, Валентина һәм һеңлеһе Елизавета булған.
- Ире Мөфтәхетдин Низаметдин улы Низамов Сүрәкәй ауылы башҡорт егете. Беренсе донъя һуғышы ҡатнашыусыһы, немец әсирлегенән ҡотолоп ҡайтҡан, үҙенән 15 йәшкә өлкәнерәк. Был ваҡытта Мөфтәхетдин Ҡалмаҡол ауыл советы сәркәтибе булып эшләгән. Ул Шураның апаһы Ольганың Клецко менән никахын теркәгәндә буласаҡ кәләше менән таныша.
Мөфтәхетдин заманына күрә грамоталы, рус телен генә түгел, немец телендә һәйбәт һөйләшкән, киң яурынлы, бәһлеүәндәй ир-егет була.
Мөфтәхетдиндең атаһы Низаметдиндың тәүге ҡатынынан тыуған улы Камалетдин ҡыҙы Һәҙиә — Тирмән егете, шағир Сафуан Әлибаевтың әсәһе.
Мөфтәхетдин Низаметдин улы Низамов шулай уҡ 1918 йылда 25-се Тимер кавалерия дивизияһының 28-се кавалерия полкы составында Петроград фронтында Юденичҡа ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Полк командиры Усман Ғайнанов була. Кронштадт болаһын баҫтырыуҙа ла ҡатнаша Мөфтәхетдин.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдуллина М. Ф. Һөйкөмлө кешеләр. Йөрәктәрендә Башҡортостанға оло һөйөү йөрөтә Рузелар нәҫеле — Йәшлек, 2011, 4 июнь, 12-се бит.
- Ахметшин Шамиль. Прадед был родом из Эстонии (в Мурсалимкино живёт женщина с прибалтийскими корнями) — На земле Салавата, 2011, № 84, 19 октября.