Никитина Тамара Васильевна
Никитина Тамара Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 апрель 1930 (94 йәш) |
Тыуған урыны |
Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тамара Васильевна Никитина (1930) — совет сәнәғәте хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тамара Васильевна Никитина 1930 йылдың 21 апрелендә Мәскәү өлкәһе Кимры округы Шиломка ауылында, (хәҙер Тверь өлкәһе) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1932 йылда ғаилә Мәскәү өлкәһе Пушкин районына күсеп килә.
1946 йылда ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия һәм Флот исемендәге фабрикаға туҡыусының өйрәнсеге булып уҡырға инә. Һөнәрҙе тиҙ үҙләштерә, күп һанлы туҡыу станоктарын хеҙмәтләндереү буйынса юғары планды үтәй, станоктарҙа техник туҡыма — өс ҡатлы кирза һәм йөнтәҫ киндер туҡыма етештерә[1]
Ете йыллыҡ эш йомғаҡтары буйынса Ленин ордены менән бүләкләнә. Һигеҙенсе биш йыллыҡта күп туҡыу станоктарын хеҙмәтләндереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшә һәм Республика Еңел сәнәғәт министрлығының хеҙмәтселәре араһында социалистик ярышта күп тапҡыр еңеүсе була, «Мастер — оҫта ҡулдар» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.
1971 йылдың 5 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән биш йыллыҡ заданиелар планын ваҡытынан алда үтәгәне һәм еңел сәнәғәттең туҡыма, трикотаж, аяҡ-кейемдәре, тегеү әйберҙәрен һәм башҡа продукцияны етештереүҙе үҫтереүҙәге ижади өлөшө өсөн Тамара Васильевна Никитинаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Производство менән бер рәттән, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана; КПСС ағзаһы була, КПСС-тың XXV съезы делегаты итеп һайлана.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Мәскәү өлкәһенең Пушкин районы Царёво ауылында йәшәй[1] 2015 йылдың апрелендә 85 йәше тулыу айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итә.[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ике тапҡыр Ленин ордены менән бүләкләнә (1966, 1971)
- Социалистик Хеҙмәт Геройы
- «Красноармейск ҡалаһының почётлы гражданы» исеменә лайыҡ була.[3][4]
- 2007 йылда Мәскәү өлкәһе губернаторынан «Ватанға эскерһеҙ һәм фиҙаҡәр хеҙмәт итеүе өсөн» тамғаһы ала.[1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Тамара Васильевна Никитина
- ↑ Герои Труда поднимали страну
- ↑ Почетные граждане города 2020 йыл 19 март архивланған.
- ↑ Подарок от главы города получила Тамара Васильевна Никитина 2020 йыл 19 март архивланған.