Ников Григорий Петрович
Ников Григорий Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 28 июль 1924 (100 йәш) |
Тыуған урыны | Воронеж губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] |
Ников Григорий Петрович (28 июль 1924 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Педагогия фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Григорий Петрович Ников 1924 йылдың 28 июлендә Воронеж губернаһы (хәҙер Рязань өлкәһе Нащи ауылында тыуған.
Ишембайҙағы 1-се мәктәпте тамамлай[1]. 1941—1942 йылдарҙа «Башнефтестрой» (Ишембай ҡалаһы) тресында эшләй. 1952 йылда Киев педагогия институтын тамамлай.
1955 йылдан — 1-се урта мәктәптә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1956 йылдан — директор. 1959 йылдан — Салауат ҡалаһының интернат-мәктәп директоры.
1963 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыта, (1969 йылдан — проректор.
1973—2001 йылдарҙа Өфөлә, Башҡорт дәүләт педагогия институтынды һәм артабан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта, 1985 йылға тиклем — педагогика һәм психология кафедраһы мөдире).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945, 1985),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[2].
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, 4 китабы донъя күргән:
- Век светлых надежд и разочарований: воспоминания. Уфа: Изд-во БГПУ, 2003. — 210 с.
- Нравственное воспитание детей в семье.
- Воспитание гражданина.
- Возвращение к нравственности
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ишимбайская гимназия № 1// Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, С.248.
- ↑ Подвиг народа
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ников Григорий Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2019)
- НИКОВ Григорий Петрович// Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, С.