Эстәлеккә күсергә

Булавин Николай Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Николай Александрович Булавин битенән йүнәлтелде)
Булавин Николай Александрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 21 ғинуар 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Сандата[d], Сальский районы, Ростов өлкәһе, СССР
Вафат булған көнө 7 ноябрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Вёшенская станицаһы, Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Эш урыны М. А. Шолоховтың дәүләт музей-ҡурсаулығы
Уҡыу йорто Дон дәүләт аграр университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXVI съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Николай Александрович Булавин (1931 йылдың 21 ғинуары Төньяҡ-Кавказ крайының Сальский районы Сандата ауылы — 1987 йылдың 7 ноябрендә Ростов өлкәһе Шолохов районы Вёшенская станицаһы) — КПСС-тың Вёшенский район комитетының беренсе  секретары, М. А. Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығының беренсе директоры. Вёшенская станицаһының почётлы йәшәүсеһе (2009), Шолохов районының почётлы гражданы (2012), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике Почёт Билдәһе ордены кавалеры[1].

1951 йылда Николай Булавин Зимовниковский урта мәктәбен «Алтын миҙал» менән тамамлай һәм Ростов инженер-төҙөлөш институтына уҡырға инә, әммә күреү һәләте ҡамасаулағанлытан, 1952 йылда Аҙау-Ҡара диңгеҙ ауыл хужалығы институтына күсә һәм уны 1957 йылда тамамлай. Николай Александрович Ростов өлкәһе Вёшенский районы «Кружилинский» совхозында агроном булып эшләй, 1962 йылда уның директоры итеп тәғәйенләнә. 1969 йылда Вёшенский район советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.

1970-1984 йылдарҙа өлкәлә иң яҡшыларҙан булған район партия ойошмаһын етәкләй.

Булавин КПСС-тың 26-сы съезына  Ростов өлкәһенән делегат, өлкә һәм район хеҙмәтсәндәр депутаттары советының халыҡ депутаты була, КПСС өлкә комитеты ағзаһы, өлкә партия ойошмаһының ревизия комиссияһы ағзаһы, партия конференцияһына делегат итеп һайлана.

Николай Александрович Булавин менән  Шолохов Михаил Александрович араһында дуҫтарса мөнәсәбәт барлыҡҡа килә, һәм ул яҙыусының тыуған яҡты хәстәрләү буйынса күп кенә  инициативаларын һәм башланғыстарын яҡлап сыға. Яҙыусы вафат булғандан һуң Булавин Н. А. яҙыусыны вафатынан һуң, М. А. Шолохов  Дәүләт музей-ҡурсаулығы төҙөү инициаторы һәм уның тәүге директоры (1984-1987) була. Үҙенең фекерҙәштәренә, М.А. Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығы коллективына мөрәжәғәт итеп, Николай Александрович Булавин былай тип әйтә:

« Яҙыусының тормошо һәм ижады, дәүер һәм арауыҡ берләшерлек, әйләнә-тирәләге мөхит яҙыусының ижади лабораторияһын асып бирерлек үҙенә генә бер төрлө уникаль әҙәби-мемориаль музей булдырырға тейешбеҙ. »

М.А. Шолоховтың ейәне Александр Михайлович Шолохов әйтеүенсә:

« музей үҫешенә Николай Александрович һалған импульсты беҙ тулы көйө бөгөн тоябыҙ. »

Намыҫлы хеҙмәте өсөн, юғары һөнәри оҫталығы профессионализм өсөн Булавин Николай Александрович өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике Почёт Билдәһе ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән. 2009 йылда «Вёшенская станицаһының Почётлы йәшәүсеһе» исеме бирелә. 2012 йылда «Шолохов районы Почётлы гражданы» исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Вёшенская станицаһының почётлы йәшәүсеһе
  • Шолохов районының почётлы гражданы
  • Шолоховская энциклопедия/ Колл. авторов; глав. ред. Ю.А. Дворяшин; вступ. ст. М.М. Шолохов. - М.: Издательский дом "СИНЕРГИЯ", 2013. - 1216 с.: ил. <nowiki>ISBN 978-5-94238-022-9</
  • Булавин Николай Александрович (21.01.1931 - 07.11.1987)
  • Булавин Николай Александрович
  • НАШ ПЕРВЫЙ ДИРЕКТОР
  • Почётные граждане Шолоховского района
  • Выставка, посвященная 85-летию со дня рождения первого директора музея-заповедника М.А. Шолохова Н.А. Булавина
  • Александр Шолохов: Я всегда ощущаю поддержку и помощь своих пре