Эстәлеккә күсергә

Некрасов Николай Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Николай Алексеевич Некрасов битенән йүнәлтелде)
Николай Алексеевич Некрасов
Тыуған урыны:

Рәсәй империяһының Подольск губернаһы Винница өйәҙе Немиров ауылы

Эшмәкәрлеге:

шағир, публицист

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Дебют:

Мысль (1838)

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында
Николай Гай. Некрасов Николай Алексеевич портреты.

Никола́й Алексе́евич Некра́сов (10 декабрь (28 ноябрь) 1821 йыл — 8 ғинуар 1878 йыл (27 декабрь 1877 йыл) — рус шағиры, яҙыусы һәм публицист, рус әҙәбиәте классигы[1][2]. 18471866 йылдарҙа — «Современник» әҙәби һәм ижтимағи-сәйәси журналы етәксеһе, 1868 йылдан — «Отечественные записки» журналы мөхәррире. Ҡараштары буйынса уны «революцион демократтарға» индерәләр[3][4]

Николай Некрасов «Кому на Руси жить хорошо» эпик поэмаһы, «Мороз, Красный нос» һәм «Русские женщины»[5] поэмалары, «Дедушка Мазай и зайцы» шиғыры менән бигерәк тә ныҡ танылыу ала. Уның шиғырҙары башлыса ябай халыҡтың михнәттәренә, ауыл кешеләренең, крәҫтиәндәрҙең тормошон идеаллаштырып һүрәтләүгә (идиллиялары)[6]. Некрасов үҙ дәүерендәге рус шиғриәтенә халыҡ теленең байлығын һәм ауыҙ-тел ижады (фольклор) өлгөләрен индерә, үҙенең әҫәрҙәрендә сәсмә әҫәргә хас һүҙ йәки һүҙбәйләнештәрҙе (прозаизмдарҙы) һәм ябай халыҡ телмәрен киң ҡуллана[7]. Уларҙа көндәлек тормош-көнкүреш стиленән — публицистикаға, халыҡтың ябай һөйләү теленән — шиғри лексикаға, оратор стиленән — пародия-сатира стиленә тиклем үрнәктәрҙе күрергә була. Һөйләү телен һәм халыҡтағы ҡалыплашҡан тотороҡло һүҙбәйләнештәрҙе (фразеологик берәмектәрҙе) ҡулланып, ул рус шиғриәте диапазонын һиҙелерлек киңәйтә. Некрасов тәүгеләрҙән булып бер шиғырҙа һағыш (элегия), лирик һәм сатирик мотивтарҙы ҡыйыу рәүештә бергәләп ҡуллана, уға тиклем был сара шиғриәт өсөн бөтөнләй ят була[8]. Уның әҫәрҙәре рус классик, һуңыраҡ хатта совет шиғриәтенең артабанғы үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай[9].

  1. Биография Некрасова. Дата обращения: 5 сентябрь 2013. Архивировано 5 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.
  2. Кончаловский А. А. Николай Некрасов. Стоит вспомнить. Дата обращения: 5 сентябрь 2013. Архивировано 5 сентябрь 2013 года.
  3. Цейтлин А. Г. Некрасов Николай Алексеевич // Литературная энциклопедия (1929—1939) / Под ред. Луначарского А. В.. — М.: ОГИЗ РСФСР, издательство Советская Энциклопедия, 1934. — Т. 7. — С. 678—706.
  4. Некрасов, Николай Алексеевич // Энциклопедический словарь / Под ред. Введенского Б. А.. — М.: Большая советская энциклопедия, 1954. — Т. 2. — С. 481. — 500 000 экз.
  5. Некрасов Н. А. Русские женщины. — М.: АСТ, 2011. — ISBN 978-5-17-070764-5.
  6. Nikolaï Alekseïevitch Nekrassov (фр.). Larousse (2 август 2013). Дата обращения: 2 август 2013. Архивировано 2 август 2013 года.
  7. Birkenmayer S. S. Nekrasov, Nikolai Alekseyevich // Columbia Encyclopedia (инг.)баш.. — New York: Columbia University Press, 2012.
  8. Некрасов Н. А. Большая энциклопедия Кирилла и Мефодия (2006). Дата обращения: 3 август 2013. Архивировано 3 август 2013 года.(недоступная ссылка)
  9. Некрасов Николай Алексеевич / Жданов В. В. // Моршин — Никиш. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 17).