Балкашин Николай Васильевич (генерал)
Балкашин Николай Васильевич (генерал) | |||
рус. Николай Васильевич Балкашин | |||
| |||
---|---|---|---|
1846 — 1851 | |||
Алдан килеүсе: | вакансия | ||
Дауамсы: | Ханыков Яков Владимирович | ||
Тыуған: | 1805 | ||
Үлгән: | 1859 |
Николай Васильевич Балкашин (1805 —1859) — Ырымбур граждан губернаторы, генерал-лейтенант.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы менән — дворян Балкашиндарҙан. рус император армияһында 1821 йылдан хеҙмәт итә. 1823-1829 йылдарҙа Император Ғали йәнәптәре свитаһының квартирмейстер бүлегендә прапорщик булып тора, ҡырғыҙ-ҡайсаҡ далаларына походтарҙа ҡатнаша, Бохараға барған сауҙа каруандарын оҙата. 1829 йылдың февралендә айырым Ырымбур корпусы штабына адъютант итеп ҡуйыла; 1832 йылдан — штаб начальнигының өлкән адъютанты; 1835 йылдың ғинуарынан — айырым Ырымбур корпусы командиры В. А. Перовскийҙың адъютанты. 1831-1834 йылдарҙа Һамар — Стәрлетамаҡ — Верхнеурал сауҙа тракты төҙөлөшөнә етәкселек итә.
1840 йылдың 28 ноябрендә батша бойороғо менән кавалерия буйынса подполковник ителеп Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы вазифаһына билдәләнә; 1843 йылдың 6 декабрендә полковниклыҡҡа үрләтелә. 1845 йылда коллежский советник ителә һәм 1845 йылдың 2 апреленән Һарытау губернаһының вице-губернаторы взифаһына тәғәйенләнә. Бер йылдан Ырымбур граждан губернаторы вазифаһына күсерелә; Себер комитетының ағзаһы була; действительный статский советник чины ала. 1851 йылдың декабрендә хәрби хеҙмәткә ҡайтарыла — генерал-майор дәрәжәһендә ҡабаттан Башҡорт-мишәр ғәскәре командиры итеп ҡуйыла. Ғәскәргә 1853 йылдың майына тиклем етәкселек итә. В. А. Перовский булмаған бер йылға яҡын ваҡытта (Коканд ханлығына поход сәбәпле) Балкашин Ырымбур һәм Һамар генерал-губернаторы вазифаһын башҡара, ә Башҡорт ғәскәренә подполковник Александр Афанасьевич Толмачёв командалыҡ итә. 1854 йылдың февраленән Балкашин йәнә Башҡорт-мишәр ғәскәре командиры (1858 йылдың майына тиклем); 1856 йылдың майында уға генерал-лейтенант званиеһы бирелә.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2-се (1855), 3-сө (?) һәм 4-се (1832) дәрәжә Изге Владимир ордендары
- 1-се (1853) император тажлы (1854), 2-се (1842) һәм 4-се (1824) дәрәжә Изге Анна ордендары
- 1-се (1849), 2-се император тажлы (1840) һәм 3-сө (1833) дәрәжә Изге Станислав ордендары.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]рус император армияһы генерал-лейтенанты А. П. Мансуровтың ҡыҙы, полковник Габбеның тол ҡатыны Варвара Александровнаға өйләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Н. В. Балкашин хөрмәтенә Балкашино ҡасабаһына атама бирелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Письма В. А. Перовского к Н. В. Балкашину // Труды Оренб. уч. арх. ком. — Вып. 23. — Оренбург, 1911. — С. 148—152.
- 1805 йылда тыуғандар
- 1859 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- II дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары