Эстәлеккә күсергә

Николай Паниндың торлаҡ йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Николай Паниндың торлаҡ йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Ульянов урамы, 39
Архитектура стиле модерн
Проект авторы Е. М. Гулия
Төҙөлгән ваҡыты 1910
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

1910

Николай Паниндың торлаҡ йорто — Дондағы Ростов ҡалаһындағы йорт, 1910 йылда модерн стилендә төҙөлгән[1].

Ульянов урамы, 39-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан.

Бина архитектор Е. М. Гулин проекты буйынса сауҙагәр Н. А. Панин аҡсаһына төҙөлгән[2][3]. Йәнәш торған иҫке йола Изге Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (Покров) сиркәүе менән берҙәм архитектура комплексы төҙөй. Панин йортонда иҫке йоласы ҡарт-ҡоролар (ғәриптәр) йорто урынлашҡан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — причт йорто). Николай Панин үлеменән һуң үҙенең йортон храмға ҡалдырған. 1920-се йылдарҙа бина дәүләт милкенә күсерелгән. Ростов өлкәһе Хакимиәте башлығының 1998 йылдың 9 октябрендәге 411-се ҡарары менән, Николай Паниндың торлаҡ йорто, төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булараҡ, дәүләт һаҡлауы аҫтына алынған[4].

Николай Паниндың торлаҡ йорто Ульянов урамында, иҫке йола Изге Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (Покров) сиркәүе апсиды ҡаршыһында урынлашҡан. Ике ҡатлы бина планда тура мөйөшлө конфигурациялы. Төп фасады ҡабырғаларҙағы сығынтылары менән иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Бинаның көньяҡ-көнсығыш мөйөшө манаралы көмбәҙ менән осланған. Архитектура-художество йөҙөн штукатуркалы декор формалаштыра. Беренсе ҡатында тәҙрәләр тура мөйөшлө, ә икенсе ҡаттағылары өҫтән ярым түңәрәк булып тамамлана. Икенсе ҡатта тәҙрә аҫтында стеналағы уйымдар йөҙө эшкәртелмәгән дүрткел таштар йәбештереп көпләнгән. Ә тәҙрә өҫтөндә стеналағы уйымдар ҡатмарлы конфигурациялы профилле. Ике яҡҡа асмалы парад ишеге фасадтың уң яғында урынлашҡан.

  1. Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 137—138. — ISBN 5-8456-0489-3.
  2. Малаховский Е. И. Храмы и культовые сооружения Ростова-на-Дону. — Ростов-на-Дону: Издательство «NB», 2006. — С. 29. — ISBN 5-98155-014-7.
  3. История старообрядческой Общины в Ростове-на-Дону. izdrevle.ru. Дата обращения: 30 сентябрь 2013.
  4. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 28 сентябрь 2013.