Николай ҡала дауаханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Николай ҡала дауаханаһы
Ростов-на-Дону до Октябрьской революции. Городская больница.jpg
Дауахананың төп бинаһы революцияға тиклемге открыткала
Урынлашыуы

Дондағы Ростов

Нигеҙләнеү датаһы

1890 йыл

Прежние названия

Ҡыҙыл тәре дауаханаһы

Характеристикалар
Координаттары

Николай ҡала дауаханаһы — Дондағы Ростов ҡалаһындағы дауахана.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай дауаханаһы проекты

1856 йылда асылған Ростов ҡала дауаханаһы, оҙаҡ йылдар файҙаланып торорға алынған бинала урынлаша. 1857 йылда төҙөлгән үҙенең бинаһының проекты, ҡаланың аҡсаһы етмәү сәбәпле, тормошҡа ашырылмай тора[1]. 1884 йылда дауахананы, 1877 йылда Урыҫ-төрөк һуғышы (1877—1878) менән бәйле ашығыс рәүештә төҙөлгән Ҡыҙыл тәре госпитале барактарында урынлаштыралар. Барактар етешмәй, уларҙа гигиена тейешле кимәлдә булмай, һәм Ҡала Думаһының ҡарарына ярашлы, 1890 йылдың яҙында яңы дауахананың капиталь биналарын төҙөргә тотонорға ҡарар ителә. Бынан тыш, дауахананың үҙенең сиркәүен төҙөү күҙ уңында тотола. Дөйөм смета, 400 мең һум самаһы, ҙур суммаға барып баҫа. Шуға күрә ҡала ҡаҙнаһынан тыш ҡала халҡының йыйған иғәнә аҡсаһы ла тотонола. «Ведомости Ростовской-на-Дону городской управы» гәзите ошолай тип хәбәр итә: «иғәнә аҡсаларының күпләп инеүе иң тиҙ төҙөлөштөң техник мөмкинлектәренән алда бара»[1].

Дауаханаға тантаналы нигеҙ һалыу 1890 йылдың 18 апрелендә була. Иң тәүҙә дауахана Ҡыҙыл Тәре дауаханаһы тип атала. Аҙаҡ ул ҡала халҡы һорауы буйынса, Һиндостанға, Ҡытайға, Японияға сәйәхәт ваҡытында үлтермәксе булып ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда, тәхет вариҫы Николай II-нең ҡотолоп ҡалыуы хөрмәтенә, Николай дауаханаһы тип атарға булалар[2]

Дауахананың проекты, Ҡыҙыл Тәренең Михаил Архангел таш сиркәүен дә индереп, Ростов архитекторы Соколов Николай Матвеевич тарафынан эшләнә. Проект буйынса, 13 бина төҙөргә ниәт ителә: береһе — өс ҡатлы (административ корпус), ике — ике ҡатлы һәм ун — бер ҡатлы бина. XX быуат башына дауахананың анатомия театры, амбулаторияһы, кер йыуыу йорто, аҡылы зәғифләнгәндәр өсөн приюты һәм Пастер станцияһы була.[1]

Дауахана панорамаһы (уртала − Ҡыҙыл тәре сиркәүе)
Ҡыҙыл тәре сиркәүе (емерелгән)

Төҙөлөш барышында проект ҡарары үҙгәртелә, һәм һөҙөмтәлә, архитектура ансамбле барлыҡҡа килтергән төрлө тәғәйенләнештәге 30 корпус төҙөлә. Корпустар бер береһенән баҡсалар менән, ә бөтә дауахана Оло баҡса урамынан ― ике дисәтинәле парк менән айырылып тора. Баш табип, медицина докторы Парийский Николай Васильевич төҙөгән «Ростов ҡала Николай дауаханаһының 1900 йыл өсөн отчётында» әйтелгәнсә, Ростов дауаханаһы Рәсәйҙең көньяғында иң яҡшы дауаханаларҙың береһе була[1].

1915 йылда дауахананың ҡайһы бер бүлмәләрендә Дондағы Ростовҡа күскән Варшава университетының медицина факультеты урынлаша. 1922 йылдың сентябрендә Николаев дауаханаһы Дондағы Ростовтың яңы ғына ойошторолған Н. А. Семашко исемендәге 1-се Үҙәк дауаханаға күсә, ә уның бөтә корпустарын Ростов медицина институтына үҙгәртелгән Варшава университеты биләй.

1960-сы йылдарҙа бинаның төп корпусы емерелә һәм уның урынында Ростов медицина институтының яңы корпусы төҙөлә. Пушкин урамында һәм Нахичевань тыҡрығында элекке төҙөлгән ҡоролмаларҙың байтаҡ өлөшө һаҡланып ҡалған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Из истории Николаевской больницы
  2. Мещеряков А. Покушение на жизнь цесаревича Николая. // «Додзё». 2005. № 5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]