Николай Өлзей-оол
Николай Өлзей-оол | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 20 февраль 1916 |
Тыуған урыны | Бай-Тал[d], Хемчикский Даа-хошун[d], Урянхайский край[d], Енисейская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1994 |
Николай Өскеевич Өлзей-оол (Ользей-оол; тыв. Николай Өскеевич Өлзей-оол; 1916 йыл, 20 февраль (7 февраль)[1] — 1994[2]) — СССР һәм Рәсәй тыва театр һәм кино актеры. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1975)[3], Тыва АССР-ның халыҡ артисы(1964).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Өлзей-оол Рәсәйҙә ,1916 йылдың 7 февралендә [1] Тываның Бай-Тайга кожууны Бай-Тал ауылында мал ҡараусы арат ғаиләһендә тыуған[4][5]. Ҡыҙыл ҡалаһында мәктәп тамамлаған, алтын приискыларында эшләгән. Ревсмол активисы булған, 1930-сы йылдар башында Бай-Тал арбан советы рәйесе булған (арбан - Тыва һәм Монголияның тарихи административ-берәмеге, ун хужалыҡты берләштерә). 1935 йылда Советтар Союзы коммунистик партияһы сафына кергән. 1936 йылда, Ҡыҙылда В. Кок-оол исемендәге милли музыка-драма театры асылыу менән үк, Өлзей-оол уның труппаһына инә. 1945 йылда урындағы театр студияһын тамамлай.
Сәхнә ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙен драма актеры булараҡ яҡшы яҡтан күрһәтә. Уның театр ролдәре күп төрлө һәм араларында ил, донъя классикаһы әҫәрҙәре буйынса ла ҡуйылғандары була (мәҫәлән, Железнов («Васса Железнова», Миллер («Мәкер һәм мөхәббәт»))[1].
Тыва халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған[1]. Уның йырҙарынан «Ореховая тайга» иң ныҡ популяр була, уны йыш ҡына радио аша тапшыралар. Милли музыка ҡоралдарында (бызанчи, игил, хомус) уйнай[4].
Ете фильмда төшкән. Киноэкранда 1959 йылда режиссер Андрей Аполлон төшөргән «Зәңгәр йылға кешеләре» фильмында дебют яһай, ул унда төп ролдәрҙең береһе - Кауай-оол ҡарт ролен башҡара. Был Тыва актёрлары төшөрөлгән беренсе фильм була. Өлзей-Оол ҡатнашлығында кинотаҫмаларҙан иң ҙур уңыш ҡаҙанғаны «Одесса киностудияһы» төшөргән «Что там, за поворотом?» фильмы була, ул 1980 йылда прокатҡа сыҡҡан. Был картина Тыва һуғышсылары иҫтәлегенә һәм быуындар элемтәһенә арналған[5].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улы — Сергей Өлзей-оол музыкант булып китә, «АЯЛГА» төркемендә йырлай, һуңынан В. М. Хәлилов исемендәге Тыва дәүләт филармонияһы менән етәкселек итә[4].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Николай Өлзей-оол исеме Бай-Тайга кожууны Тээли ауылы мәҙәниәт йортона бирелгән[5].
- Николай Өлзей-оол «XX быуат Тываһының күренекле кешеләре» китабына индерелгән .
- Николай Өлзей-Холдың 100 йыллығына уның хөрмәтенә Тывала кино аҙнаһы үткәрелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1975)[3]
- Тыва АССР-ның халыҡ артисы (1964)[1]
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы [5]
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ользей-Оол Николай Оскеевич // Театральная энциклопедия. Том 6/Глав. ред. П. А. Марков — М.: Советская энциклопедия, 1967.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ользей-Оол Николай Оскеевич // Театральная энциклопедия. Том 6/Глав. ред. П. А. Марков — М.: Советская энциклопедия, 1967.
- ↑ Николай Өлзей-Оол // Вокруг ТВ
- ↑ 3,0 3,1 Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 26 июня 1975
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Варвара Межова К 100-летию Николая Өлзей-оола (из архива "Тувинской правды") Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «tuvaonline» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Памяти актера Николая Өлзей-оола в Туве посвятят Неделю кино 2020 йыл 14 июнь архивланған. // Правительство Республики Тыва Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «gov.tuva» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән