Ниноцминда кафедраль соборы
Ниноцминда кафедраль соборы | |
груз. ნინოწმინდის მონასტერი | |
Нигеҙләү датаһы | VI быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Сагареджойский муниципалитет[d] |
Урын | Кахетия[d] |
Епархия | Сагареджойская и Ниноцминдская епархия[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Ниноцминда кафедраль соборы Викимилектә |
Ниноцминда соборы (груз. ნინოწმინდის მონასტერი) Грузияла Кахети төбәгенең Сагареджо ауылында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Собор грузин архитектураһы үҫешендә бик әһәмиәтле, сөнки ул Мцхеталағы Джвари монастырынан алда килә. Әлеге ваҡытта собор емереклектәрҙә, тик көнсығыш апсидаһы һәм көнбайыш диуары ғына һаҡланған. Емерелгән апсидаһы Одигитрияның XVI быуат фрескалары менән биҙәлгән. Фрескалар XVIII һәм XIX быуаттарҙа дағстан пуляларынан зыян күргән. Фундаментының схемаһына ярашлы сиркәү башта мөйөш нишалар менән уртаып алынған һигеҙ мөйөшлө үҙәктән торған. Тарихи яҙмаларҙа реставрация эштәре X һәм XI быуаттарҙа, шулай уҡ 1671 һәм 1774 йылдарҙа үткән тип әйтелә. Әммә собор 1824 һәм 1848 йылдарҙағы ер тетрәүҙә емерелә һәм яңынан тергеҙелмәй.
Шул уҡ комплекстағы ҙур кирбес манара Леван Кахети осоронда (1520—1574) төҙөлә. Аҫҡы өс ҡаты резиденция сифатында ҡулланылған, һәр ҡатында камин булған. Тышҡы фасадта кирбестәрҙең геометрик узорҙар менән һикәлтәле һалыныуы Сефавидтар династияһының йоғонтоһона күрһәтә.
Ниноцминда комплексы мөйөш башня нығытмалары һәм XVI-XVII быуат диуарҙары менән уратып алынған. Әлеге ваҡытта собор менән Грузин православ сиркәүе идара итә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Rosen, Roger. Georgia: un país soberano del Cáucaso. Publicaciones Odisea: Hong Kong, 1999. ISBN 962-217-748-4