Эстәлеккә күсергә

Новосёлов Константин Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Новосёлов Константин Сергеевич
рус. Константин Сергеевич Новосёлов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй[1][2][3]
 Бөйөк Британия[4][5]
Патронимы йәки матронимы Сергеевич[d]
Титул рыцарь-бакалавр[d]
Тыуған көнө 23 август 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[6][7] (52 йәш)
Тыуған урыны Түбәнге Тагил, Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө физик, уйлап табыусы, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө физика һәм графен[d]
Эш урыны Манчестер университеты[d]
Университет Радбода[d]
Национальный университет Сингапура[d]
Институт проблем технологии микроэлектроники и особо чистых материалов[d]
Уҡыу йорто Мәскәү физика-техник институты[d]
Университет Радбода[d]
Заочная физико-техническая школа при МФТИ[d]
Ғилми исеме профессор[d][8]
Ғилми дәрәжә фән докторы[d] (3 ноябрь 2004)
Ғилми етәксе Андрей Константинович Гейм[d][9] һәм Jan Kees Maan[d][9]
Кемдә уҡыған Андрей Константинович Гейм[d]
Принадлежит к Манчестер университеты[d][10][11]
Строка принадлежности University of Manchester[10][11]
Ҡатнашыусы Всероссийская олимпиада школьников по физике[d], Всероссийская олимпиада школьников по физике[d], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][10] һәм Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2016 г.[d][11]
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d], Европа академияһы[d][12] һәм АҠШ фәндәр милли академияһы[d][13]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт condmat.physics.manchester.ac.uk/…
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе физика
Число Эрдёша 4[14]
 Новосёлов Константин Сергеевич Викимилектә

Сэр Константин[15] Сергеевич Новоселов (23 август 1974 йыл) — Рәсәй[16] һәм Бөйөк Британия[17] физигы.

Физика буйынса 2010 йылғы Нобель премияһы лауреаты (Андрей Гейм менән берлектә), Лондон король йәмғиәте ағзаһы (2011), АҠШ Милли фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (2019)[18].

2020 йылдың июленә ҡарата уның эштәренең 200000 ашыу өҙөмтәһе бар. Хирша индексы — 110-дан күберәк. Reuters Thomson версияһы буйынса 2014 йылдың абруйлы ғалимдар рейтингы лидерҙары араһына инә[19].

2011 йылдың 31 декабрендә королева Елизавета II указы менән уға фәндәге ҡаҙаныштары өсөн бакалавр-рыцары исеме бирелә[20].

Константин Новоселов 1974 йылдың 23 авгусында Түбәнге Тагилда тыуа. Атаһы — Сергей Викторович — инженер, Уралвагонзаводында эшләй. Олатаһы, Виктор Константинович Новоселов, 39-сы мәктәпкә (2005 йылдан — 39-сы лицей) нигеҙ һалыусы һәм уныңберенсе директоры була. Әсәһе — Татьяна Глебовна — ошо мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. Елена апаһы бар.

Константин 39-сы мәктәптә уҡый[21]. Тәүге уңышын алтынсы синыфта уҡығанда яулай — 1986 йылда физика буйынса өлкә олимпиадаһында беренсе урын ала[22], ә СССР Бөтә Союз мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында көслө унау исемлегенә инә. 1988—1991 йылдарҙа өҫтәмә рәүештә ситтән тороп физика-техник мәктәптә уҡый. 1990 — 1991 йылдарҙа физика һәм математика буйынса Бөтә союз олимпиадаһында ҡатнаша. 1991 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, Мәскәү физика-техник институтына уҡырға инә.

1997 йылда МФТИ-ның Физика һәм квант электроникаһы факультетын «наноэлектроника» специальносы буйынса бик яҡшы таммалай[23]. Институттан һуң ике йыл эшләй Черноголовкала Рәсәй Фәндәр академияһының Микроэлектроника технологиялары проблемалары институтында (ИПТМ РАН) эшләй, Юрий Дубровскийҙың аспиранты була.

1999 йылда Нидерланд<ҡа күсенә, унда Неймеген университетында Андрей Гейм менән эшләй башлай. 2001 йылда уның менән бергә Манчестер университетына күсә. 2004 йылдың 3 ноябрендә[24] Новоселов профессор Ян-Кеес Маан етәкселегендә философия докторы (PhD) дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

2011 йылда Король йәмғиәте ағзаһы итеп һайлана[25]. Әлеге ваҡытта Манчестер университеты һәм Король йәмғиәте профессоры[26].

Манчестерҙа йәшәй, Рәсәй һәм Британия гражданлығына эйә[17].

  1. ↑ http://www.britannica.com/EBchecked/topic/416856/Nobel-Prize/93434/The-prizes
  2. ↑ http://www.independent.co.uk/news/science/graphene-the-wonder-material-being-used-to-create-thinner-stronger-condoms-and-help-fight-spread-of-aids-8952177.html
  3. ↑ http://www.independent.co.uk/opinion/commentators/dominic-lawson/dominic-lawson-more-migrants-please-especially-the-clever-ones-2368622.html
  4. ↑ http://www.independent.co.uk/life-style/gadgets-and-tech/wonder-carbon-pioneers-win-nobel-physics-prize-2098408.html
  5. ↑ Notable Names Database (ингл.) — 2002.
  6. ↑ Konstantin Novoselov - Facts
  7. ↑ Gregersen E. Sir Konstantin Novoselov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  8. ↑ https://www.graphene.manchester.ac.uk/research/people/kostya-novoselov/
  9. 1 2 Development and applications of mesoscopic hall microprobes
  10. 1 2 3 (unspecified title)
  11. 1 2 3 (unspecified title)
  12. ↑ https://www.ae-info.org/ae/Member/Novoselov_Konstantin (ингл.)
  13. ↑ Konstantin S. Novoselov – NAS
  14. ↑ https://www.csauthors.net/distance/konstantin-novoselov/paul-erdos
  15. ↑ В Англии известен как Костя, так он называет себя на своей официальной странице на сайте Манчестерского университета
  16. ↑ Нобелевский лауреат Новосёлов считает честью быть российским учёным. NEWSru.com (6 октябрь 2010). Дата обращения: 4 сентябрь 2014.
  17. 1 2 Hamish Johnston. Graphene pioneers bag Nobel prize (ингл.). PhysicsWorld (5 октябрь 2010). Дата обращения: 6 октябрь 2010. Архивировано 26 март 2012 года. 2010 йыл 8 октябрь архивланған.
  18. ↑ National Academy of Sciences Elects Members and Foreign Associates; Historic Number of Women Elected to Its Membership 2024 йыл 19 май архивланған., 30 апреля 2019 (инг.)
  19. ↑ THE WORLD’s Most Influential Scientific Minds 2014. — Highly Cited Researchers, 2014. — P. 7. — 108 p.
  20. ↑ Создатели графена стали рыцарями. Lenta.ru (31 декабрь 2011). Дата обращения: 4 сентябрь 2014.
  21. ↑ г. Нижний Тагил, лицей № 39 2016 йыл 13 март архивланған.
  22. ↑ Известия. Ру: Учил физику сам и давал списывать другим
  23. ↑ Приложение к диплому К. Новосёлова(недоступная ссылка) — Веб-музей МФТИ.
  24. ↑ Konstantin S. Novoselov. Development and Applications of Mesoscopic Hall Microprobe. — Неймеген: Университет Неймегена, 2004. — 142 p. — ISBN 90-9018366-3.
  25. ↑ Professor Kostya Novoselov FRS (ингл.).
  26. ↑ The Royal Society, Dr. Konstantin Novoselov (ингл.). 2014 йыл 6 октябрь архивланған.