Нуҡай ауылы янындағы һуғыш
1919 йылдағы хәҙерге Күгәрсен районы Нуҡай ауылы янындағы Ватандаштар һуғышы осорондағы 1-се башҡорт атлылар һәм 4-се башҡорт уҡсылар полктарының 20-се Пенза уҡсылар дивизияһы (РККА 1-се Армияһы) менән алышы.
Яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был һуғыш А. Б. Ҡарамышев исемендәге Беренсе Башҡорт атлылар полкының һәм Дүртенсе Башҡорт уҡсылар полкының РККА-ның 1-се Армияһының Егерменсе Пенза уҡсылар дивизяһы ҡарамағындағы 1-се Көнсығыш атлылар полкы менән уңышлы алыштарының береһе. Был алыш 1919 йылдың 18 ғинуарында Мораҡ биләмәһенең Көньяҡ — Көнбайыш фронтында Ҡыпсаҡ кантоны Нуҡай ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Күгәрсен районы) янында була.
Алыш иртән менән башлана. Был ауылда биш йөҙләп ҡыҙыл ғәскәрҙәр һалдаттары була. Һөжүмде бер юлы Нуҡай ауылының өс яғынан башлайҙар. Һөҙөмтәлә ауыл башҡорт хәрбиҙәре тарафынан яулап алына. Алыш ваҡытында ҡыҙыл ғәскәрҙәр яртылаш ҡыйратыла. Ҡалған өлөшө ҡурҡыуҙан һәм күп юғалтыуҙар арҡаһында сигенергә мәжбүр була. Тәртипһеҙ рәүештә тырым-тыраҡай Ҡыҙыл мәсет яғына ҡасып ҡотола. Бащҡорттар был алышта ике кешеһен юғалта, өс башҡорт яугиры йәрәхәтләнә. Уларға ҡыҙыл ғәскәрҙәрҙән күп кенә ҡорал, кәрәк-яраҡ, хәрби поход канцелярияһы һәм башҡа монаяттар ҡала.
Ҡасып киткән ҡыҙылдар артабанғы ҡышҡы алыштарҙа ҡатнашмай.
Был алышта ҡатнашыусыларға Башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе Ә. Вәлиди тарафынан рәхмәт белдерелә. Ун бер офицер дәрәжә буйынса үрләтелә. Шулар араһынан Мораҡ төркөмөнөң башҡорт частары командиры поручик Х. Ф. Алишев штаб-ротмистр, юнкер Мөхәммәтов прапорщик дәрәжәһенә күтәрелә.