Нәжми һырты
Нәжми һырты | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Златоуст |
Урын | Әй |
Нәжми һырты — Силәбе өлкәһендә, Златоустан төньяҡта урынлашҡан тау һырты. Күп өлөшө (көньяҡ өлөшөнән башҡа) Тағанай милли паркы зонаһында урынлашҡан.
Һүрәтләмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әй йылғаһының уң ярында, Оло Тағанай һыртының көньяҡ осонан көнбайышта урынлашҡан. Златоуст ҡалаһының төньяҡ-көнбайыш ситенән (Чапаевка ҡасабаһы) башлана һәм төньяҡ-төньяҡ көнбайышҡа 15 километрға һуҙыла. Һырттың төньяҡ осо Магнитка ҡасабаһынан көньяҡ-көнсығышта ята. Иң бейек нөктәһе — төньяҡ сигендәге исемһеҙ түбә (894 м, 55°18,5’ так как 59°45,2’ к.с. о.). Көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай иң мөһим түбәләре: Паленый (660 м), Голый (737 м), Евграф тауҙары (794 м), Ҡара ҡая (853 м) һуҙылып китә. Нәжми һыртынан төньяҡта Долгий мыс һырты, көнсығышта — Оло Тағанай һырты, Зубиха һәм Закаменский тауҙары, көньяҡта — Татарка тауы, көнбайышта — Чернореченский һырты урынлашҡан[1]. Черная скала районында һыртты Златоуст — Магнитка автомобиль юлы киҫеп үтә, уны ла шулай уҡ Нәжми юлы тип атайҙар. Нәжми һырты «Тағанай» милли паркы һырттары араһында иң көнбайыштағыһы[2]. Һырт битләүҙәре урман менән ҡапланған. Ҡаялы сығымдары аҙ. Айырмалы рәүештә Ҡара ҡая түбәһе генә 250-метрлыҡ ҡаялы һырттан ғибәрәт. Голый тауының көнсығыш битләүендә ғәҙәти булмаған «Цап-царап» атамалы ҙур ашалған, емерелгән тау тоҡомдарының ҡалдығы урынлашҡан. Һырт битләүҙәрендәге ағастар араһында аҡ шыршы һәм ҡайын күберәк, ә көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ҡарағай күпселек тәшкил итә. Ҡарама һәм саған ҡатыш йүкә урмандары осрай. Нәжми һыртының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан Евграф тауҙары ҡуйы ылыҫлы урман менән ҡапланған, урыны менән ҡаялы ашалған, емерелгән тау тоҡомдарының ҡалдыҡтары осрай. Алыҫлығы Силәбенән — 150 км, Екатеринбургтан — 290 км, Миәстән — 65 км(2)[2].
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һырттың исеме күп тапҡыр үҙгәрә: Нәзем, Нәзям, Нәзим тауҙары, Нәжми тауҙары. Хәҙер Нәжми һырты исеме нығынған, һирәгерәк — Нәжми тауҙары тип йөрөтөлә. Фаразланыуынса, һырттың исеме төрөк һүҙенән (назы — «шыршы», «шыршылы») алынған. Икенсе фараз буйынса, ороним фарсы сығышлы Нәжми төрөк исеменә барып тоташа, тәржемәлә «ойоштороусы» тигәнде аңлата. А. Козлов, С. Стрельников. (2 том)==[1],[2]
Минералдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәжми тауҙары һәм күрше Чернореченский һырты һәм Долгий мыс — «Тағанай» милли паркының иң бай минераль хазинаһы. Был биләмәлә төрлө минералдарҙың һәм тау тоҡомдарының 70-тән ашыу төрө осрай. Иң билдәлеләре Нәзмин тауҙарынан йыраҡ булмаған Әхмәт, Еремеев, Николай-Максимилиан рудниктары. Нәжми һыртының үҙәгендә, Евграф тауҙарында Евграф баҡыр руднигы урынлашҡан. Бында бөртөгө 2 миллиметр самаһы ҙурлыҡта саф көмөш, куприт, тупраҡлы һәм нурлы малахит, баҡырлы йәшел буяу, азурит, халькозин, хризоколла, халькопирит табыла. Евграф руднигында баҡыр мәғдәнен эшкәртеү 1808 йылда башлана һәм барлығы 4 йыл дауам итә. Рудниктар ятҡылыҡ эшкәртелеп бөткәнгә түгел, ә Златоуста баҡыр иретеү туҡтатылыу сәбәбе менән ябыла[2].
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәжми һырты бик бейек түгел, һәм йәнәшәләге Тағанай тау массивы һырттары кеүек үтә матур ҙа түгел. Әммә һыртҡа күтәрелеү Тағанай милли паркының һәм Затоуст ҡалаһының төньяҡ өлөшөнөң киң панорамаһын аса. Бигерәк тә Оло Тағанайҙың Двуглавый сусағын, Откликной һыртын, Круглица түбәләрен яҡшы күҙәтеү мөмкинлеге асыла. Ҡара ҡая түбәһендә махсус күҙәтеү майҙансығы эшләнгән. «Тағанай» милли паркында Ҡара ҡаяға күтәрелеүҙе индергән «600 аҙымдан Тағанай» экскурсия маршруты эшләнгән. Маршрут инвалид-коляскалылар өсөн дә йөрөй алырлыҡ. Нәжми һырты йәйәүлеләр өсөн генә түгел, велосипедсылар өсөн дә популяр. Нәжми һырты аша үткән Магнитка — Златоуст маршруты айырыуса киң танылыу яулаған[2].
Нәжми бәшмәкле өсмөйөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Магнитка ҡасабаһы эргәһендә Нәжми һыртының эргә-тирәһе Златоуст халҡына яҡшы билдәле бәшмәкле урын. Ул аҡ бәшмәге менән дан тота. Әммә бәшмәк сезонында был урын Бермуд өсмөйөшөнә әйләнә, бәшмәкселәр йыш ҡына Тағанай урмандарында аҙашып йөрөйҙәр. Златоуст ҡотҡарыусылары был урынды Нәжми өсмөйөшө тип атайҙар. Бында аҙашыу ҡыйын түгел: урын һаҙлыҡлы һәм бер төрлө, ориентир юғалтырға мөмкин[2]. .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Назминский хребет 1(недоступная ссылка)
- Назминский хребет 2
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Назминский хребет 1(недоступная ссылка))
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Назминский хребет 2