Нөктә (геометрия)
Нөктә — арауыҡтағы, бер ниндәй ҙә үлсәнә торған характеристикаһы булмаған, абстракт объект (нуль үлсәмле объект). Нөктә математикала төп төшөнсәләрҙең береһе.
Евклид геометрияһында нөктә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евклид үҙенең «Башланғыстар»ында беренсе аксиома итеп нөктәгә «өлөштәре булмаған объект» тип билдәләмә бирә. Евклид геометрияһының хәҙерге заман аксиоматикаһында нөктә төп төшөнсә булып тора, ул тик үҙсәнлектәре теҙмәһе — аксиомалар менән билдәләнә.
Һайланған координаталар системаһында ике үлсәмле Евклид арауығының теләһә ниндәй нөктәһен ысын һандарҙың (x; y) тәртипкә килтерелгән пары итеп күҙ алдына килтерергә мөмкин. Оҡшаш рәүештә, n-үлсәмле Евклид арауығының (шулай уҡ векторлы йәки аффиналы арауыҡтың) нөктәһен n һандан торған (a1, a2, … , an) кортеж тип күҙ алдына килтерергә мөмкин.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Point (инг.) на сайте PlanetMath.
- Weisstein, Eric W. Point (инг.) на сайте Wolfram MathWorld.
Был геометрия буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |